-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
5 Февраль , 11:10

Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандармы?

Өфөлә үткән концерттарҙың береһендә билдәле башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрова меңәрләгән кешене тетрәндергән иҫ киткес тарих менән уртаҡлашҡан. Йырсы бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренең ҡот осҡос хатаһы арҡаһында өс йылдан ашыу сит ғаиләлә үҫә. Өфөлә үткәрелгән генетик экспертиза был мәсьәләгә нөктә ҡуйған.

Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандармы?
Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандармы?

– Был хәл 1982 йылда Әбйәлил районында була. Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ, ә транспорт ауылдың бер нисә кешеһендә генә. Район үҙәгендәге Асҡар ауылындағы бала табыу йорто ремонтҡа ябылғас, беҙҙең әсәйҙәрҙе (беҙ күрше ҡыҙы менән 15 минутлыҡ айырма менән тыуғанбыҙ) Ҡушый ауылынан беҙҙән 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Магнитогорскиға алып китәләр. Юлда әсәйем ауырый башлағас, атайҙарыбыҙ уларҙы яҡындағы Красная Башкирия ауылындағы  акушерлыҡ бүлегендә ҡалдырырға ҡарар итә.  Ҡаңғырыҡта медицина хеҙмәткәрҙәре биркаларҙы бутаған... - тип һөйләй Альбина Килдейәрова.

Йырсы әйтеүенсә, ғаиләләр күршелә йәшәгән, Килдейәровтар ҡыҙына – Гөлгөнә, Суфияновтар Альбина тип исем ҡушҡан.

- Бер ваҡыт беҙгә Ташкенттан инәйем килде. Ул беҙгә иғтибар менән ҡараны ла, асыҡтан-асыҡ: “Һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ буталған. Был ҡыҙ күршеләрегеҙҙең тап күсермәһе, ә ул беҙҙең Килдейәровтарға оҡшаған", - тине.  Уның һүҙҙәрен башҡа туғандар ҙа раҫлай.

Әсәйем шунда уҡ ДНК-диагностика үтеү өсөн Өфөгә барырға ҡарар итә. Ул йылдарҙағы үлсәмдәр буйынса бындай анализ бик ҡиммәт була. Экспертиза аяныслы дөрөҫлөктө раҫлай: ысынлап та, бала табыу йортонда алмаштырыу булған, – ти Альбина.

Йырсы әле лә үҙенең тормошо үҙгәргән көндө хәтерләй.

– Мин Гөлгөнә менән урындыҡ аҫтында уйнап ултыра инем, унда варенье һәм тоҙланған йәшелсәләр банкалары торғанын яҡшы хәтерләйем. Ҡапыл минең биологик әсәйем милиционер менән килеп инде лә әйҙәренә алып ҡайтып китте. Мин был мәлдең етдилеген аңламаным. Шаяртып: “Зәйнәб апай, хәҙер мин һеҙҙең менән йәшәйәсәкмен”, – тинем.

Ике әсәйем дә – минең бәхетем. Береһе мине йөрәк аҫтында йөрөттө, икенсеһе – имеҙҙе һәм үҫтерҙе”, — ти йырсы.

Альбинаның берҙән-бер үкенесе бар – ул әлегә тиклем әсәләренә арналған йыр яҙмаған.

Шул ваҡыттан алып 40 йыл үтә. Икенсе ҡыҙ Гөлгөнә педагог һөнәрен һайлаған, тыуған районында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ҡыҙҙар әле лә дуҫ, осрашып торалар.

 

Инсаф Хужабиргәнов.

“Башинформ”.

Фото: Альбина Килдейәрованың шәхси архивынан.

Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандармы?
Альбина Килдейәрованы бала табыу йортонда алмаштырғандармы?
Автор:
Читайте нас