-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
10 Февраль , 21:52

«Киленемде башҡа ир менән күрҙем...»

Тормошомда башыма  күҫәк менән тондорғандай бер хәл булды. Үҙемдең киленемде бөтөнләй таныш булмаған бер ир-ат менән күреп ҡалдым. Мин айырым йәшәйем, бер ваҡытта ла уларға әйтмәйенсә барғаным булманы. Шул яҡтарға юлым төшкәс, хәлдәрен белеп сығайым, тип килеүем ине. Бер машина килеп туҡтаны, килен сыҡты. Такси менән берәй ергә барғандыр тип, йүгерә-атлай уға бара башланым. Шунда машиналағы ир уны ни өсөндөр кире саҡырып алды, килен йәнә инеп ултырҙы.

«Киленемде башҡа ир менән күрҙем...»
«Киленемде башҡа ир менән күрҙем...»

Мин дә туҡтап, быларҙы күҙәтә башланым. Был юлы икенсе юлдан килгәйнем, улар унда кеше йөрөмәй тип уйлағандыр инде. Машина эсендә оҙаҡлап һөйләшеп ултырҙылар, көлөштөләр, ҡосаҡлаштылар, үбештеләр ҙә кеүек. Сыҡҡанда киленемдең йөҙө ҡояштай балҡый ине.

Әсә булараҡ, йөрәгемә бысаҡ булып ҡаҙалды. Өйгә ингәс, бер ни ҙә һиҙҙермәнем. Малай бөтөрөлөп кенә йөрөй килен янында. «Мине һағынып ҡайтҡанһың әле бөгөн, күҙҙәрең балҡып тора», – тип әйткәнен ишеткәс, күҙемә йәш тулды, сығып киттем.

Иң ауыры шул – килен ярты йыл элек кенә бәпес алып ҡайтты. Ейәнемде бик яратабыҙ. Ә хәҙер күңелемдә шомло уйҙар өйөрмәһен туҡтата алмайым: “Был бала – минең ейәнем микән? Әллә...”

Ә хәҙер ике юл сатында торам. Бер яҡтан, күргәндәремде улым менән бүлешергә кәрәк кеүек. Ул был хаҡта белергә тейеш бит! Икенсе яҡтан, башта килен менән һөйләшеп ҡарарғамы? Ә нисек? Ни тип һүҙ башларға? Әгәр был турала һөйләмәһәм, ялған менән йәшәргәме? Әгәр әйтһәм, улымдың ғаиләһен емерәсәкмен? Үҙем дә аңламайым, ҡайһы юлды һайларға. Нисек кенә итһәм дә, был хәл – минең өсөн оло һынау.

Автор:
Читайте нас