-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
22 Февраль , 17:05

Йәшенмәк уйнайыҡмы?

– Ишғәле, ишеттеңме бер хәбәр? Башҡортостанда алимент түләүҙән ҡасып йөрөүсе әҙәмдәр һаны тиҫтәләрсә меңләп икән!– Ҡушғәле, хәҙер бит ун туй булһа, ете-һигеҙ айырылышыу теркәлә, шуға күрә юҡҡа аптырайһың, алимент түләргә теләмәгәндәр ҙә, түләй алмағандар ҙа күп. – Шулайын шулай. Тик бына бурыс­тарын түләмәҫ өсөн ҡайһы берәүҙәр суд приставтары менән йәшенмәк уйнай. Балаҡатай районында йәшәүсе 38 йәшлек ҡатындың балаларына бурысы ярты миллион һумға еткән. Эсеүгә һалышҡан әсә приставтарҙың өйгә килеүен күреп, һыуытҡыс камераға инеп йәшенә. Нисек тонсоҡмаған тиген?

Йәшенмәк уйнайыҡмы?
Йәшенмәк уйнайыҡмы?

– Ҡара һин уны! Йәшенмәк уйнау буйынса ярыш ойошторолһа, ул еңеү­селәр рәтендә булыр ине.
– Ә бына 40 йәшлек алименттан ҡасып йөрөүсе ирҙе эте менән бесәйе тоттора!
– Булмаҫ! Алдашһаң да самаһын бел.
– Валлаһи-биллаһи дөрөҫөн һөйләйем. Ирҙең йортона килһәләр, ҡапҡа бикле. Телефондан шылтыратҡас, алиментсы, мин икенсе ҡалала, тип кенә яуаплай. Шул мәлдә урамдағы эттең ярһып өрә башлауы... телефондан да ишетелә. Әммә әле бергә йәшәгән ҡатыны ҡапҡаны асып, ул өйҙә юҡ, тип яуаплай, йорт тирәһен ҡарап сығыу ҙа һөҙөмтә бирмәй. Шул мәл приставтарҙың береһе урамдағы бесәйҙең күҙен дә йоммай йорт подвалы ишегенә ҡарап ултырыуын шәйләй ҙә уны астыра. Ҡасҡын шунда йәшенеп ултырған була.
Суд приставтары менән йәшенмәк уйнаусылар хәтәр күп. Уларҙы диван артына, шкаф эсенә, баҙға йәшенеүселәр һис аптыратмай. Берәү тоҡ эсенә инеп ултырған хатта. Ундағы саңға түҙмәй сөскөрөп ебәреп үҙен һатҡан. Картуф тултырылған тоҡтан сәйер тауышты ишетеп, суд приставы үҙе ҡолай яҙған. Улай ғына түгел, эт ояһына кереп ҡасыусылар ҙа осрай икән.
– Йә, Хоҙай! Йәшенмәк уйнап, эт көнөнә ҡалғансы, балаларына ярҙам итеү тураһында күберәк уйлаһын ине был алиментсылар. Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!

Мәргән АПТЫРАҠОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас