– Быныһы минең ойоҡ, ә тегенеһе – ят, беренсе күреүем! Ҡайҙа булған минең ойоҡтоң пары? Ә был сит ойоҡ ҡайҙан килеп ингән?!.
Бисәһе Тәүзихә аптырап ҡалды. Ысынлап та, ни өсөн өйҙә сит кеше ойоғо булырға тейеш һуң әле? Ире янына килеп, ойоҡтарҙы сағыштырып ҡараны ла:
– Юҡты һөйләмә, икеһе лә бит һинеке! – тине.
Шунан һуң ойоҡтарҙың береһен уң яғына әйләндерҙе:
– Бына хәҙер ике сабата – бер кейем булдылар.
Ҡаны ҡыҙған Хәйрүшкә тиҙ генә һүрелеүе ауыр ине. Хәлде белә-күрә тороп, аңлап алһа ла, бирешәһе килмәне.
– Юҡ менән баш ҡатырма! – тип екеренде ул ҡатынына. – Береһенең уң яғын әйләндерҙең, ә тегеһенекен – юҡ!
Иҙәндән икенсе ойоҡто алды ла, тиҙ генә һул яғына әйләндерҙе.
– Бына, икеһе ике төрлө!
Ойоҡтарын шул көйгә аяҡтарына кейҙе лә, эшкә ашыҡты.
Юлда иҫенә бер әкиәт килеп төштө.
Урманда бик йүнһеҙ бүре йәшәгән, ти. Үҙенән көсһөҙ януарҙарҙы ҡыйырһытыу өсөн, ниҙәр генә уйлап тапмай икән был. Бер саҡ ҡуянды үҙенә ылыҫ ботағы алып килергә ебәргән. Әгәр ҙә ҡарағайҙыҡын алып килһә, ниңә шыршыныҡы түгел, ә шыршыныҡын алып килһә, ниңә ҡарағайҙыҡы түгел? – тип әйтермен тип уйлаған.
Ә ҡуян шыршыныҡын да, ҡарағайҙыҡын да алып килгән. Бүре тәүҙә аптырап ҡалған. Шунан:
– Ни өсөн миңә ҡыйыш ҡарайһың! – тип ҡуянға һуғып ебәргән.
Хәйрүш үҙен шул бүре менән сағыштырып ҡуйҙы. "Әкиәт бына шулай тыуалыр", тип уйланы ул өйҙә булған хәлде хәтеренән кисереп.