0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
3 Март , 14:35

Иремдең ҡатыны менән дуҫлаштыҡ

“Себерҙә ирҙәр “гулять”итә” тигәнгә яҙып үтәйем әле. Бер танышым бар. Ире Себерҙә. Әллә нисә йыл бер ҡатын менән йөрөй. Ике ҡатын бер береһе менән элемтәлә тора, ә ир белмәй... Танышымдан, нисек шул ҡатынды түҙеп, йәшәп ятаһың, тип һораным бер ваҡыт. Миңә уның яуабын ишетеү бигерәк ҡыҙыҡ булды.

Иремдең ҡатыны менән дуҫлаштыҡ
Иремдең ҡатыны менән дуҫлаштыҡ

“Эштән ҡайттымы, ҡайҙа йөрөй тип борсолмайым, ҡайҙа барғанын белеп торам, ни ашағанына ҡәҙәр хәбәрҙар мин. Кейеме таҙа, башҡа вахтовиктар һымаҡ, үҙе бешереп ваҡыт үткәрмәй, ваҡытында йоҡлай. Теге ҡатын һәр ваҡыт шылтыратып һөйләп тора. Балаларға ниҙер кәрәк булһа, уға әйтеп ҡуя. Иремә һайлашып алып ебәрә”, – ти...

Бәлки, ире беләлер, белмәмешкә генә һалышалыр. Ә былай яҡшы ғаилә ул. Ире ҡайтһа, бергәләшеп ҡайҙа ғына йөрөмәйҙәр! Барыһы ла уларҙы бик тә бәхетле ғаилә тип белә...”.

Фото: bashinform.ru

Автор:
Читайте нас