Һеҙ минең ватсап һандарын ҡайҙан алдығыҙ тип һорағас, әхирәтем биреүен әйтте. Һуңғараҡ үҙе хаҡында яҙа башланы, 37 йәштә икән. “Осрашып, күрешеп ҡарайыҡ әле, һин миңә бик тә оҡшайһың бит”, – ти.
Ниндәй заман китте һуң ул? Ирҙәр үҙҙәренә һөйәркә эҙләй. Миңә 25 йәш, әлегә егетем юҡ, әммә һөйәркә булып йөрөгөм килмәй, уға ла шулай тинем. Был һөйләшеүҙән һуң ватсапҡа яҙмай башланы, хәҙер курьер аша сәскәләр ебәрә. Эштән китергәме инде хәҙер миңә? Ниңә бер ҙә әйткәнде аңламай икән был ирҙәр?..
Фото: hu.pinterest.com