Ундай ғаиләләр бар
Өлкәнерәк быуын кешеләренән күп ҡатынлылыҡ тураһында ишеткәнем бар. Мәҫәлән, Йылайыр районынан бер инәй ошоларҙы һөйләгәйне: “Усаҡлыҡ кеүек кенә өйҙә ҡайным, ике бейем, мин, ирем йәшәнек. Ирешеп-талашып ултырманыҡ, татыу булдыҡ. Иремдең әсәһе — ҡайнымдың беренсе ҡатыны. Икенсеһе ҡайнымдың ағаһының ҡатыны булған. Ағаһы үлгәс, үҙенә алған. Әүәле шулай туғандарын ситкә ебәрмәгәндәр”.
Хәҙерге көндә лә күп ҡатынлылыҡ бар. Тегендә-бында “Икенсе ҡатындың ғүмере” тигән блогтар осрай. Төркөмдәрҙә танышыу тәҡдим итеүселәр ҙа бар. Мәҫәлән, ошондайыраҡ иғланды күрҙем: “Аллаһ Тәғәлә ярҙамында иремә икенсе ҡатын эҙләйем. Иремә 35 йәш, көнсығыш ҡиәфәтле, һаҡалы бар. Буйы 175 см, ауырлығы 92 кг. Ғаилә ҡорғаныбыҙға инде 13 йыл, өс бала бар. Кәләшкә ошондай талаптар: 20—35 йәшлек, яулыҡ ябыныуы мотлаҡ, күсеп килергә риза булһын. Балаһы булһа ла ярай. Үҙемдең номерымды ҡалдырам. Ҡыҙҙар миңә яҙһын, ә ирем уның ата-әсәһе менән генә аралашасаҡ”.
Элекке союз илдәренән Рәсәйгә эшкә килеүсе ир менән йәшәгән ҡатындарҙы ла беләһегеҙҙер, моғайын. Күп осраҡта ул ирҙең тыуған илендә лә хәләле бар. Эшкә килгәнендә был ҡатын менән ғаилә булып йәшәй, ҡайтһа — икенсеһе көтә. Ир был турала йәшереп йөрөүе лә ихтимал. Бер танышыма иренең беренсе кәләше күлдәк ебәргән. “Башта, әлбиттә, ныҡ ҡына үпкәләнем. Араларҙы өҙөр сиккә еттем. Әммә бер аҙ тынысланғас, хәлдең ул тиклем үк алама түгел икәнен аңланым. Хәҙер ул ҡайтып китһә, ҡайҙа, кем менән тип ҡыҙғанып, көнләшеп ыҙаламайым. Аҙып-туҙып йөрөмәгәнен дә, ҡараулы, туҡ, кемдә икәнен дә беләм. Беренсе ҡатыны ла шулай уйлап, миңә күлдәк ебәргәндер, тием”.
Рәсәй өсөн дә, тимәк, күп ҡатынлылыҡ ят күренеш түгел. Ҡанун да тыймай. Уның өсөн бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ ҡаралмаған: ирекле кешеләр кем менән теләй, шуның менән йәшәй ала. Шул уҡ ваҡытта рөхсәт тә итмәй. ЗАГС-ҡа бер ир менән бер ҡатын ғына тора ала, ә икенсе һәм башҡа ҡатындарға никахҡа риза булырға тура килә. Был осраҡта, уларҙың, әлбиттә, айырылышҡанда бер нәмәгә лә дәғүә итә алмауҙары көн кеүек асыҡ.
Бер нисә тапҡыр илдә күп ҡатынлылыҡты рәсмиләштерергә тигән тәҡдимдәр ҙә яңғырағаны бар. Әммә берәй заман был ҡанун ҡабул ителер тип көтөргә кәрәкмәйҙер. Сөнки күп ҡатынлылыҡ рөхсәт итеүгә ҡул ҡуйғандың иртәгеһенә феминисткалар — күп ирлелекте, традицион ориентациялы булмағандар уларҙың никахтарын законлаштырыуҙы талап итәсәктәре бар. Улар күп ҡатынлылыҡты теләүселәрҙән нимәһе менән кәм? Шул уҡ хоҡуҡлы кешеләр бит.
Иң күбе — дүрт ҡатын
Ҡөрьән иң күбе дүрт ҡатын алырға рөхсәт итә. Әммә шәриғәт быны мотлаҡ тип ҡабул итмәй, бер кемде лә көсләмәй. Күп ҡатынлылыҡ — ҡағиҙәнән тыш хәл, тиергә лә мөмкин. Икенсе, өсөнсө йә дүртенсе ҡатын алыу бер нисә осраҡта ғына мөмкин. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙың бала таба алмауы, ирҙәр һаны ҡырҡа кәмегән һуғыштан һуң мәл, ирҙең хыянатҡа этәрә алырлыҡ артыҡ ныҡ енси әүҙемлеге.
Ир кеше бөтә ҡатындарына ла тигеҙ һәм ғәҙел ҡарарға тейеш. Әгәр ҡатындар бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә теләмәһә, ир икенсеһенә лә беренсеһе йәшәгән кеүек үк йорт алырға бурыслы. Береһенә бүләк алып бирһә, шул уҡ хаҡҡа икенсеһенә лә бүләк кәрәк. Әммә тик бер ҡатында ғына мисәт буласаҡ. Тиң булмау шунда уҡ башлана түгелме?
Интернеттағы форумдарҙа бер ҡатын зарлана: “Иремдең беренсе ҡатынымын. 20 йыл бергә йәшәйбеҙ. Өс балабыҙ бар. Бәпес тапҡан һайын, байрамдарҙа ирем миңә алтын биҙәүестәр бүләк итте. Кейәүҙә саҡта күп кенә алтындар йыйылды. Ике йыл элек икенсегә өйләнде. Балалары юҡ. Хәҙер ул ҡыҙ минең нисә алтыным бар, шул тиклемде үк һорай. Өйләнгәс тә, ирем уға биҙәүестәр бүләк итте, ә миңә — юҡ. Минеке былай ҙа күп, имеш. Был осраҡта нисек булырға? Етмәһә, уны сит илдәргә алып йөрөй, ә мине, йәнәһе, балаларым менән алып сыға алмай. Ҡайһы саҡта ул ҡатынды күрә алмаҫ сиккә етәм...”
Иргә ике ғаиләне ҡарарлыҡ байлығы булмаһа, икенсе ҡатын алыу тыйыла. Күп ҡатынлылыҡ рөхсәт ителгән ҡайһы бер илдәрҙә килем тураһында белешмә лә талап итәләр. Ваҡытын тигеҙ бүлеү ҙә — шарт. Матди байлыҡты бер иш өләшергә була, әммә хистәргә нисек баш булырға? Кеше нисек кенә тырышмаһын, икәүҙе бер үк итеп яратып булмай. Шулай уҡ балаларҙы ла бер тиң иғтибарлыҡ менән тәрбиәләргә кәрәк. Береһенә бүләк алып, икенсеһен мәхрүм итергә тыйыла. Ғәҙел булмаған ирҙең тәне ҡиәмәт көнөндә яртылаш һөйрәлеп киләсәк, шунда уҡ уның ике төрлө мөнәсәбәтле булыуы аңлашылып торасаҡ, тип исламда киҫәтелә.
Был аҙымға беренсе ҡатындың рөхсәте лә, ризалығы ла кәрәкмәй. Әммә тәүге никахты һаҡлап ҡалыр өсөн, алдан һөйләшеү, килешеү мотлаҡ. Икенсе ҡатынға, ул икенсе буласағы тураһында хәбәр итеү шарт. Кире осраҡта ҡыҙҙың ирке һәм хоҡуғы боҙола тип иҫәпләнә.
Икенсе ҡатын алыу, күренеүенсә, ябай аҙым түгел. Рәсәй ысынбарлығында хәл тағы ла ауырлаша төҫлө. Беҙҙең мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләне үҙ елкәһендә тартып өйрәнгән: эшкә лә барып, балалар ҙа тәрбиәләп, йорт эштәрен дә башҡарып өлгөрә. Бөтәһен бер ҡалыпҡа һалып әйтмәйем, әммә ундай ғаиләләр күп. Ир-егеттең бер ҡатын өсөн яуаплылыҡ алып, лайыҡлы итеп ғаилә көтөргә ҡыйыулығы етмәй. Икенсе, өсөнсө ҡатындар тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Бер мосолмандарҙа ғына түгел
Күп ҡатынлылыҡ ислам донъяһында ғына осрай тип уйлау — хата. Рәсәйҙә, мәҫәлән, ундай рус ғаиләләре лә бар. Быны элек-электән рустар бер нисә ҡатын алыуы менән аңлаталар. Йәнәһе, традицион күренеш. Уларҙың хатта махсус сайттары ла бар. Унда бик ҡыҙыҡлы инструкцияға юлыҡтым. Ҡатынды икенсеһен алыуға нисек күндерергә өйрәтелгән. “Ҡатынығыҙ ҡаршы булған осраҡта, универсаль яуап юҡ. Мөхәббәт һәм түҙемлек барыһын еңә. Һеҙ бит уға өйләнгән саҡта икенсеһен алыуығыҙ тураһында хәбәр итмәгәнһегеҙ, шуға ла ҡатынды был яңылыҡ шаңҡытасаҡ. Хоҙай ғына ҡатын-ҡыҙ башында ниндәй уйҙар тыуыуын белә. Һеҙ уны башҡа яратмайһығыҙ. Уның берәй ере кәм. Һеҙгә башҡа оҡшамай. Ғаиләнән китәһегеҙ, уны ташлайһығыҙ... Ҡатынығыҙҙы яратһағыҙ, ошоларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. “Ир нисек әйтте, шулай була. Яратһаң, ризалашаһың”, — тигәнерәк ҡаты шарттар ҡуймағыҙ. Ризалашмауы ла бик ихтимал. Хаҡлы булмаһа ла, ундай хоҡуғы бар. Уның фекеренсә, һеҙ икенсе кәләшкә лайыҡмы? Әллә ундай батырлыҡҡа замана ҡатын-ҡыҙҙарының мөхәббәте етмәйме? Был хәлдә үҙегеҙ ҡарар ҡабул итәһегеҙ инде. Күп ҡатынлылыҡ — еңел генә эш түгел. Йылдар үтеүе ихтимал. Әммә, үпкәләһәгеҙ ҙә, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: көслө ирҙәрҙең күп ҡатынлылыҡ менән проблемалары юҡ. Ҡатындар ундай ир-егеткә үҙҙәре тартыла. Ысын күңелдән яраталар. Уның менән тәләһә ниндәй шарттарҙа ла бергә булырға ризалар. Һеҙ шундай ирме?”
Бер нисә ҡатын алыуға күп бала үҫтереү теләге лә этәрә. Радиолағы ошо темаға бағышланған тапшырыуҙа Сухов фамилиялы ир кәмендә 50 бала тураһында хыялланғанын әйтте. Ул ваҡытта уның 24 балаһы бар ине. “Кәмерәккә риза түгелмен. Шул ғына һан мине ҡәнәғәтләндерәсәк. Кемдер миллиардтар теләй, ә мин бына — бала. 40 — ул ябай күренеш, минеңсә. Элек Рустә шулай булған. Бөтә тарих был турала һөйләй”, — тип аңлатты ул үҙенең ҡарашын.
Тағы ла был аҙымды ҡатындар һаны күберәк булыуы менән аҡлайҙар. 2021 йылда Рәсәйҙә ҡатындар халыҡтың 54 процентын тәшкил итһә, 46 проценты — ирҙәр. Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итәм тип тырышалармы икән? Әллә...
Күп ҡатынлылыҡтың әхлаҡи яҡтары тураһында сикһеҙ бәхәсләшергә була. Хыянат итеп йөрөгәнсе, икенсе ҡатын алып, ғаилә ҡороу яҡшыраҡ, тигән дәлилдәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта хыянат итергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ни эшләргә икән? Әллә ҡатындар был аҙымға һәләтһеҙ “фәрештәләр”ме? Йәки ире түлһеҙ булған ҡатындарға айырылышып, яңынан ир эҙләргәме?.. Һорауҙар күп.
Ә миңә килгән хатҡа: “Хәйерле көн! Шатланып тороп ризалашыр инем, ирҙәрем риза булмаҫ. Тәҡдим өсөн рәхмәт!” — тип яҙҙым. Икенсе ҡатын булырға әҙер түгелмен икән шул.
Илдар ҒӘБИТОВ, публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы:
— Бында мин яҡташым, бөйөк шағир Әсхәл ағай Әхмәтҡужиндың шиғыр юлдары менән яуап бирер инем:
Сөйөп булмай бер ҡул менән
Ике ҡауынды.
Һөйөп булмай бер йән менән
Ике ҡатынды.
Исламда ир-егеттәргә дүрт ҡатын алырға рөхсәт ителһә лә, минең уйымса, ысын ҡатын берәү генә булырға тейеш. Ир кеше тормошонда ошо кешене таба алһа, унан да бәхетлерәк кеше булмаясаҡ. Ҡатын – һиңә таныш булмағандар араһында тора-бара тәүҙә иң яҡын дуҫтарыңды алмаштыра. Шунан ҡала ул һинең иң яҡын туғандарыңдан да яҡын кешегә әйләнә. Атай-әсәйең был донъянан киткәс, ҡатын хатта уларҙы алмаштыра алырлыҡ дәрәжәгә менә.
Сократ үҙенең замандаштарына “Янғын сыҡһа, һин кемде ҡотҡарыр инең: балаңдымы, ҡатыныңдымы?” тигән һорау биргән. Бөйөк грек фәйләсуфы уларҙың күпселеге биргән “баланы” тигән яуабы урынына “ҡатынды”, тип әйткән. Уның дәлилдәрен уҡып ҡарағыҙ – бик фәһемле һүҙҙәр.
Күп ҡатынлылыҡ тик аномаль шартарҙа ғына кәрәктер. Ҡатындарға тигеҙ ҡарап булмаһа, был ғаиләгә бәхет ҡошоноң ҡуныуы икеле.
Морат хәҙрәт ЛОҠМАНОВ, тележурналист:
— Күп ҡатынлылыҡ ирҙәр өсөн дә, ҡатындар (һәм, ғөмүмән, йәмғиәт өсөн дә), әлбиттә, ыңғай күренеш, был хаҡта бәхәс була алмай. Сөнки, Аллаһ нимәне тыйған — ул зыянлы, нимәне ҡушҡан — ул файҙалы. Беҙ иғтибар итергә тейешлеһе шул: кемгә, ҡасан, ниндәй шарттарҙа рөхсәт ителгән? Юғиһә, бөгөн күп ҡатынлылыҡты (оло яуаплылыҡты) аҙғынлыҡ менән бутаусылар ҙа юҡ түгел. Икенсенән, йәмғиәттең дә әҙер булыуы, дөрөҫ аңлауы мотлаҡ. Эшкәртелмәгән тупраҡҡа иген сәселмәй. Ҡыҫҡаһы, күп ҡатынлылыҡ иманлы йәмғиәттә рөхсәт ителә. Иң тәүҙә иман эйәһе булырға тырышайыҡ.
— Күрше Береш ауылынан Мирсәйет, Баһауетдин бергә һуғышҡа китәләр. Берәйһе һәләк булып ҡалһа, дуҫының ғаиләһен ташламаҫҡа тип һүҙ ҡуйышалар. Мирсәйет һәләк була. Дуҫы, вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, иҫән-имен ҡайтҡас, уның ғаиләһен ташламай, Мәрйәмгә өйләнеп, ике ҡатын менән йәшәй. Совет осоро булһа ла, уларға хакимиәт яғынан дәғүә белдереүсе булмай.
Мәрйәм — Ҡасим Дәүләткилдиевтең “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” тигән әҫәрендәге ҡыҙ бала ул. Биш бала әсәһе Мәрйәм Йомағол ҡыҙы леспромхозда эшләй, бик эшһөйәр була, олоғайғас та һыбай сығып китә ине, тип хәтерләйҙәр ауылында уның хаҡында.
Берештә ҡалмай, Инйәр аръяғына сығып, башлап йорт һалып инеп, ғаиләһе менән Берештамаҡ ауылына нигеҙ һалған, күп бала үҫтереп, яҡшы хеҙмәте менән ихтирам яулап, ябай, әммә абруйлы тормош юлы үткән теге тарихи һүрәт героиняһы Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы.
Был ике ҡатының өйҙәре, ҡаралтыһы икеһенеке бер иштән ине. Ике ихата ла ярҡаларҙан бурап һалынған ҡоймалы булды. Хәтерләүемсә, аралыҡтағы ҡоймала ярыҡ та юҡ ине.
Салауат Юлаевтың өс ҡатыны булған, икеһе — еңгә ҡатын. Тимәк, ағалары үлеп йә яуҙа һәләк булып ҡалған. Йола буйынса еңгәләрен яңғыҙ ҡалдырмай, өйләнгән. Бына ошондай осраҡтар өсөн кәрәк тә инде күп ҡатынлылыҡ.
Илгиз ИШБУЛАТОВ, журналист, шағир:
— Атай-әсәйҙәренән һорап, уға бәхеттәр вәғәҙә итеп тороп, ҡыҙҙы кәләшлеккә алғас, аҙаҡ уның абруйын төшөрөргә хоҡуғыбыҙ бармы икән? Ҡыҙ кеше кейәүгә сығып, аҙаҡ айырылһа ла, абруйы төшә. Ә икенсе ҡатын алып, уны тағы кәмһетәбеҙ.
Ҡатын өҫтөнә ҡатын алыуҙы — мал үрсетеү һымаҡ күрәм. Ирҙәрҙең нәфсеһе бер ваҡытта ла туймай. Мөмкинлектәре булһа, күптәр дүртте алыр ине, моғайын. Бер ҡатыныңды бәхетле итһәң дә, икенсеһе мотлаҡ бәхетһеҙ буласаҡ.
Ҡыҙҙар бөгөн кейәүгә сыҡмаһа ла, үҙҙәрен үҙе ҡарай ала. Күп ҡатынлылыҡтың кәрәге юҡ. Бына мин ҡыҙ бала атаһы булараҡ уны икенсе ҡатын итеп кейәүгә бирергә ҡырҡа ҡаршы. Ниндәй атай был аҙымға бара ала икән? Йырҙа йырланғанса: “Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам...”
Заһиҙә МУСИНА.