Башҡортостан полицияһы "арк" форматындағы файлдарҙы тапшырыу хәүефтәре тураһында киҫәтә. Әлеге файл асылғандан һуң смартфонға автомат рәүештә ҡушымта урынлаштырыла, уның ярҙамында мутлашыусылар кешенең телефоны менән ситтән тороп идара итеү мөмкинлегенә эйә була. Шуның менән бергә банк ҡушымталарына инеп, кредиттар рәсмиләштерергә һәм аҡсаларҙы үҙенә күсерә ала.
Һуңғы арала бер нисә кеше банк карталарынан аҡса урлау тураһында ғариза менән Белорет районы буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт иткән.
Байрам алдынан полицияға килгән 58 йәшлек ҡатын аңлатыуынса, бынан алда ул мессенджерҙарҙың береһендә юл-транспорт һәләкәттәрен баҫтырған төркөмгә ҡушылған булған. Унда ул фото ҡарарға уйлап, һылтанмаға баҫҡан, шул рәүешле смартфонында билдәһеҙ ҡушымта барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә тиҙ арала картаһынан 10 мең һум аҡса юҡҡа сыҡҡан.
"Поиск пропавших" төркөмөндәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға яратҡан 44 йәшлек ҡатын да аферистар тоҙағына эләккән. Был төркөмдә һылтанмаһы "арк"ға тамамланған бер генә файл баҫтырғандар, хужабикә уны асып ҡарау өсөн ниндәйҙер бер өҫтәмә ҡушымта урынлаштырырға тейеш булған. Ҡушымта телефонға инеп ултырыу менән уның банк карталарынан 64 мең һумдан артыҡ аҡса юҡҡа ла сыҡҡан.
Ҡыҙғаныска ҡаршы, бындай осраҡтар бик күп. Хоҡуҡ һаҡлаусылар граждандарҙы телефон аша таныш булмаған кешеләр биргән инструкцияларға буйһонмаҫҡа, шулай уҡ иҫәптән аҡса алып сит иҫәпкә күсереү, ниндәй ҙә булһа акциялар һатып алыу, компьютерға йә иһә кеҫә телефонына теләһә ниндәй ҡушымталар ҡуйыу хәүефле булыу тураһында иҫкәртә.
Фото: башинформ