– Шулайын шулай ҙа, тик бына ҡалалағы экология торошон контролдә тоторға тейешле ойошмалар ғына бер ҙә саң һуҡмай, барыһы ла нормала, борсолор өсөн сәбәп юҡ, тип кенә ҡуялар.
– Бәй, алдашмайҙар инде, уларҙың башы ике түгел бит!
– Ә һин беләһеңме, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ төбәк филиалы етәксеһе нефтехимия заводы етәкселәренән 2018 – 2022 йылдарҙа 1,7 миллион һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Бының хаҡына ул предприятиела ойоштороласаҡ тикшереүҙәр хаҡында алдан иҫкәртеп торорға тейеш булған. Хәҙер йылғыр чиновник закон алдында яуап бирәсәк, тип хәбәр итә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы.
– Тимәк, экология һағында торорға тейешле ошондай ата коррупционерҙар аҡсаға һатылып, һаҫыҡ һауаны таҙа тип, беҙҙе алдай, бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!
Кәкре БӨКРИЕВ.