0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
17 Март , 15:50

Тимер-томорҙан миллион!

– Ҡушғәле, тимерҙән аҡса эшләйҙәрме?– Әлбиттә, борон эшләгәндәр, тик хәҙерге аҡсала тимер миҡдары бик аҙ булалыр.– Дөрөҫ әйтмәйһең. Өфөлә йәшәүсе бер уҙаман тимер-томорҙан алты миллион һумдан ашыу аҡса эшләгән, ти.– Ялған аҡса яһаусы булһа, күптән төрмәлә ултыралыр?

Тимер-томорҙан миллион!
Тимер-томорҙан миллион!

– Әлегә хөкөм эскәмйәһендә ултыра, төрмәгә барып етмәгән. Беләһеңме, ҙур предприятие етәксеһе нисек аҡса эшләгән? Металл конструкцияларын бер эшҡыуарға һатыу менән булашҡан, дәүләт байлығын һис йәлләмәгән. Үҙен дә йәлләп тормағандар. Суд ҡарары буйынса уны яңыраҡ ун йылға иркенән мәхрүм иткәндәр, өҫтәүенә 60 миллион һумдан ашыу штраф түләйәсәк.
– Ҡара һин уны, тимер-томорҙан да аҡса эшләп була, имеш. Тик ундай кешенең йөрәге лә тимерҙер ул, ай-һай!

Мәргән Аптыраҡов.

Автор:
Читайте нас