-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
18 Март , 11:15

Башҡортостан урманында - дәрүиштәр

Ырымбур туристары Башҡортостан урмандарында баҙ өйҙә (землянка) йәшәп ятыусы ике ҡатынға тап булған. Ғөмүмән, Ырымбур халҡы ҡаргиҙәрҙә йөрөп кинәнә. Ялға туҡтаған мәлдә ергә инеү юлын күреп ҡалғандар. Баҡтиһәң, буйҙы ла турайтып баҫа алмаған ер аҫты өйөн ике ҡатын ҡаҙып эшләгән икән.

Башҡортостан урманында - дәрүиштәр
Башҡортостан урманында - дәрүиштәр

Уларҙың береһе Орскиҙан, икенсе Краснодар крайынан. Цивилизация уңайлыҡтарынан сәғәт һәм ҡояш батареяһы ғына. Землянкаларында бер нисә бүлмә бар, шуларҙың береһе – дәрүиштәр бер туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡыла торған келья. Аҙна көндәрен ҡул менән һанап, барыһын да дәфтәрҙәренә яҙып бара. Туристар менән осрашҡанда уларҙың иҫәп-хисаптарҙа яңылышҡаны һәм бер тәүлеккә алда «иртәгәһе көн» менән йәшәгәне асыҡланған.

Туристар уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән һәм артабан да ҡатындарға ярҙам итергә ниәтләй.

Фото: kp.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас