Улар ҡатындың исеменә ҙур суммаға кредит рәсмиләштерергә тырышыуҙарына ышандыра. Яңы иҫәп асып, булған тупланмаларын шунда күсерергә кәңәш итә.
Енәйәт яуаплылығынан ҡурҡып, зыян күреүсе аферистарҙың күрһәтмәләрен үтәй. Банкоматтар аша аҡсаһын һалдыра һәм уларҙы талап ителгән иҫәптәргә ебәрә. 5 миллионы бөткәс, тегеләр ҡатындың күсемһеҙ милке менән ҡыҙыҡһына башлай һәм уны рәсмиләштерергә күндерергә тырыша. Шул мәл, зыян күреүсе быларҙың аферистар икәнен аңлап ҡала һәм полицяға мөрәжәғәт итә.
Фото: b-port.com