– Бәй, иркенләп ултырырбыҙ, тип һөйләшкәйнек бит.
– Булмай шул, икенсе ваҡытҡа ҡалдырайыҡ, һин эш эҙләйем тигәйнең бит әле!
– Эйе, ҡыҙымды балалар баҡсаһына бирҙем, – Ҡәмәриә уфтанып ҡуйҙы. – Өйҙә ултырып ялҡтым илаҡ бала, мыжыҡ ир менән, аҡса еткереп булмай, үҙем һимерҙем, көҙгөгә ҡарағым килмәй, фитнесҡа йөрөргәме тип торам.
– Ә һин мәктәпкә эшкә бар! – Зифа ихласлап һөйләп алып китте. – Мин башлап уҡытҡан йылды бер ниндәй фитнесһыҙ ун килоға ябыҡтым. Көн һайын бишәр-алтышар дәрес, һуңынан түңәрәктәр, класс сәғәте, төрлө саралар үткәреү, кисен дәфтәрҙәр тикшереү, ата-әсәләр, уҡыусылар һорауҙарына яуап биреү, дәрестәргә әҙерләнеү менән йоҡларға ваҡыт еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
– Әллә инде, уҡытыусылар эш хаҡын әҙ ала тиҙәр бит!
– Бушты һөйләйҙәр! Ана, беҙҙең директор мин мәктәптә эшләгән биш йыл эсендә баш ҡаланан ике фатир һатып алды. Әлбиттә, уҡытыусыларҙың килеме әҙерәк, әммә өҫтәмә аҡса эшләү юлдары күп. Мәҫәлән, репетиторлыҡ менән шөғөлләнәләр, сәскә, йәшелсә-емеш үҫтереп һатҡан, таксиҙа йөрөгән, иҙән йыуған, төнгө ҡарауылда торған уҡытыусылар ҙа бар. Теләге булған кешегә бөтә юлдар асыҡ беҙҙә! Ялҡауың ғына килмәһен.
– Хәҙерге балалар менән эшләүе ҡыйын, тыңлауһыҙҙар, ата-әсәләре ялыу яҙырға әүәҫ, тиҙәр. Ә мин әрләшә лә белмәйем, әрһеҙ әҙәмдәргә ҡаршы нимәлер әйтергә лә тартынам.
– Ҡәмәриә, мәктәп барыһына ла өйрәтә ул. – Зифа тауышын күтәрә төштө. – Уҡытыусы булып бер-ике йылға түҙһәң, шәхес булараҡ үҫәһең, һуңынан хет ҡайҙа саҡырһалар ҙа эшләй аласаҡһың. Әйтәм бит, мәктәптә рәхәтләнеп эшләргә мөмкин ул, ... балалар булмаһа! Ҡайһы саҡта йүнләп дәрес үткәрергә лә ваҡыт ҡалмай, башҡа мәшәҡәт баштан ашҡан. Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаларына ҡырыныраҡ ҡараһаң да, прокурорға, башҡа контроль органдарға ялыу яҙырға күнеккән. Уның ҡарауы, бөтә полиция, прокуратура хеҙмәткәрҙәре таныш хәҙер, судтарға ла кафеға ҡарағанда йышыраҡ йөрөйөм. Үҙеңде яҡларға ла өйрәнерһең. Мин кисә һуң ғына эштән ҡайтып барғанда берәҙәк эттәр уратып алды. Тоҙло-боросло һүҙҙәр ҡушып аҡырып ебәргәйнем, минут тигәндә эргәлә берәүһе лә ҡалманы, ҡаршыға килгән ике егет тә эләгә-йығыла кире һыпыртты.
– Ирем нәмә тиер бит әле? Былай ҙа саҡ торабыҙ. Бала ла бәләкәй.
– Ирең ҡыуанасаҡ ҡына. Сөнки эшкә сумһаң, уны күрмәйәсәкһең дә. Әлеге кеүек ярты сәғәткә һуңлап ҡайтһа ла, көнләшеп, уның да, үҙеңдең дә нырвығыҙҙы ҡаҡшатмаясаҡһың, һағынышып ҡына күрешәсәкһегеҙ. Балаң да үҙаллы булып үҫер.
– Эшләй алырмынмы һуң? Программалар ауыр, үҙгәреп тора, тиҙәр, коллективҡа өйрәнеүе лә еңел булмаҫ.
– Айыуҙы ла бейетәләр, өйрәнерһең. Директор менән урынбаҫарҙары алдында бейеп, уларҙы маҡтап торһаң – шул етә, ҡалғандарын бик тыңлама. Оло быуын уҡытыусыларының йәш коллегаларына төрлө йомош ҡушыуы, компьютерҙы белмәйем, отчетты, сценарийҙы, планды... һин эшлә лә ҡуй, тип үтенеүе мөмкин. Мәктәптәге реформаларҙың хәҙер быуат буйы туҡталғаны юҡ, шуға программалар ҙа үҙгәрә, уныһына аптырама. Шулай, мәктәптә эшләүе күңелле... Уй! – Зифа урынынан ҡалҡты. – Миңә китергә ваҡыт еткән. Ярай, әхирәт, һөйләштек – иртәгә үк мин эшләгән 1-се мәктәптең директорына бар, уға әйттем!
– Ярай һуң! – Ҡәмәриә уфтанып ҡуйҙы. – Ә урын бармы һуң һеҙҙә?
– Бар, минең урын бушай! Кеше табырға ҡуштылар.
– Бәй, Зифа, нишләп китәһең шундай шәп эштән!?
Тик әхирәте яуап ҡайтарманы, ишетмәне, буғай. Ул, шәп-шәп атлап, кафенан сығып киткәйне инде.