Яҙлы-йәйле, ярай, тышта йәшәһәң дә, кәртә башында ятып йоҡлаһаң да була. Эш тә күп, урман тулы емеш-еләк, ас ҡалмайһың, туңып ятмайһың. Ә бына көҙлө-ҡышлы нимә эшләргә? Был бәрәҙәкте, эй, йәлләйем. Беҙҙең яҡта бит ҡыштар алама! Ҡайһы саҡ, өйҙә ултырып өшөйһөң, ә был көнө-төнө тышта. Өҫтөндә йүнле кейеме лә юҡ бит әле...
Бөгөн эштән сыҡтым да, бәрәҙәктең кәртә төбөндә ултырғанын күреп ҡалдым. Өшөп-асығып бөткән. Хатта ҡулындағы шешәһен дә һәйбәтләп тота алмай – ҡалтырана. Ауыл халҡы уны йәлләмәй, эскесе тип кенә ысҡындыралар. Эштәрен эшләтһәләр, хәҙер самогон бирмәйҙәр, кейем-һалым, ризыҡ тотторалар. Әммә мин уны аңлайым: уның урынында нисек эсмәҫкә һуң? Етмәһә, бынау һыуыҡтарҙа.
Йәлләп, уны ситтәп күҙәтеп торҙом-торҙом да эргәһенә килдем. Шунан үҙем менән булған бөтә аҡсамды уға тотторҙом.
– Мә, – тинем. – Һиңә яңы тормош башларға әҙ-мәҙ булһа ла аҡса...
Тәүҙә алмайым тип баш тартһа ла, ныҡышып, тәки бирҙем. Шул тиклем дә рәхмәтле күҙҙәрҙе тәүгә күреүем!
Ниндәй изге эш эшләнем. Аҡсаһы – тфү генә! Ҡабаттан эшләргә була. Бәрәҙәгебеҙ шунда уҡ ҡалаға сығып китте. Күрәһең, документтарын эшләтергә уйлай. Эй, үҙемдең бәхет эсемә һыймай, шатланып тик йөрөйөм. Тик бына көтөлмәгәндә бәлә килде: ауыл халҡы мине ашарҙай булды!
– Һинең какое правоң бар уға аҡса бирергә, – тип һүгәләр. Өйөмә килеп, әрләшәләр. Урам буйлап үтерлек түгел. Артымдан төкөрөп ҡалалар. Ағыуҙарын сәсеп СМС-тар яҙалар. Көн бөттө миңә. Хәҙер изгелек эшләргә лә ярамаймы?! Оят, ауылдаштарым өсөн шул тиклем оят! Ошо йүнһеҙ, ҡаты бәғерле кешеләр араһында күңелем ҡарҙай аҡ булып ҡалыуына барыбер ғорурмын. Аҡса – кеше ғүмеренән ҡәҙерлерәк булырға тейеш түгел!
Әйткәндәй, яҙырға онотҡанмын, шикелле. Уныһы артыҡ мөһим дә түгел инде... Мин – почтальон. Изге эш эшләгән бөйөк көндә мин ауыл әбей-бабайҙарына пенсия таратырға сыҡҡан инем.
А. Сәләхова.