+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Март , 15:00

БҮЛӘК

Гөлфиә бөгөн һуң ғына торҙо. Кисә: – Көн дә һигеҙенсе март түгел, шуға мине таң менән уятмағыҙ, – тип өйҙәгеләренә әйтеп ҡуйҙы. Кирелеп алғас: “Күптән йоҡо туйғаны юҡ ине, ҡалай рәхә-әт, – тип уйланы. – Исмаһам, үҙемә бүләк булды. Атыу Тимер бер бөртөк сәскә бүләк итергә эшкинмәй”. Тимер тигәне Гөлфиәнең ире. Юҡ, тормош иптәше насар түгел ул, әммә шул һараныраҡ яғы бар. Нисә йыл бергә йәшәйҙәр, өс бала табып бирҙе, ә хәләле Гөлфиәгә һуңғы тапҡыр гөлләмәне туй көнө генә бүләк итте, шикелле. Гөлфиә күнегеп тә бөттө инде. Өйләнешкәндең тәүге йылдарында иғтибар һорап, ипләп кенә әйтеп тә, ирешеп-талашып та ҡараны. Юҡ шул, Тимергә бүләк биреү һәләте бирелмәгән. Шуға ла эстән генә: – Тфү, һаран, - тип уйлай ҙа үпкәһен белдермәй. Иреш-талашҡа сәбәп эҙләһәң, былай ҙа табыла.

БҮЛӘК
БҮЛӘК

Шуға ла Гөлфиә байрам кәйефен боҙмаҫҡа, Тимеренә үпкәләмәҫкә, үҙенә үҙе матур көн булдырырға ҡарар итте. Әйткәндәй, Тимере ҡайҙа ул? Ирен эҙләп, Гөлфиә аш бүлмәһенә сыҡты. Унда ни күҙе менән күрһен, гөлләмә тотоп Тимере баҫып тора.
– Байрам менән, Гөлфиә, – тип сәскәләрҙе ҡатынына һуҙҙы.
“Был миңә хыянат иткән!”, – тигән уй Гөлфиәнең башынан йәшен тиҙлегендә үтте. Һүҙһеҙ ҡалған ҡатынын күреп, Тимер аңлатырға кереште:
– Ултыр әле, Гөлфиә, – тип йылмайҙы. – Ҡара, һин мине гел һаран да һаран тиһең. Әхирәттәреңә лә, бүләк бирә белмәй, тип һөйләгәнеңде беләм...
– Тимер, – тип Гөлфиә аҡланырға ауыҙын асҡайны, ире бүлдерҙе:
– Юҡ-юҡ, мин үпкәләмәйем. Хатамды аңлайым һәм төҙәтергә теләйем. Шуға ла бөгөн һиңә ун мең һум бүләк итәм! – тип утыҙ ике тешен күрһәтеп йылмайҙы.
– Ыста... – тип ҡапыл ни әйтергә лә белмәне Гөлфиә. – Ыста...
– Тик минең тәҡдим ошолай, – тип дауам итте Тимер. – Әйҙә был ун меңде бергә тотонайыҡ. Икәүләп бөгөн, әйтәйек, ресторанға барайыҡ, йә спектакль ҡарайыҡ... Көнөбөҙҙө бергә үткәрәйек, тим.
– Ә балаларсы? – тине Гөлфиә иренең йомартлығынан һаман шаңҡыған килеш.
– Әсәйгә әйттем, ул ҡарап торасаҡ. Йә, Гөлфиә, ҡайҙа барабыҙ? Һинең туғыҙ меңең бар!
– Туҡта, яңы ғына ун мең ти инең бит?
– Эйе. Бүләккә бөтәһе ун мең. Бер меңенә мин ошо гөлләмәне алдым, аңлайһыңмы?
Гөлфиә уйланы-уйланы ла, күптән сәнғәт музейына барырға теләгәнен белдерҙе. Тик был уй Тимергә оҡшап етмәне, ахыры:
– Ну-у, белмәйем. Әлбиттә, был һинең көн, һинең байрам...Тик мин икебеҙгә лә күңелле булһын тип уйлаған инем. Ул музейҙа яңыраҡ ҡына булдым. Миңә ҡыҙыҡ булмаясаҡ.
– Атыу ҡайҙа барайыҡ? – тип ҡыҙыҡһынды Гөлфиә.
– Әйҙә, археология музейына! Унда күптән ингәнем юҡ, моғайын, яңы күргәҙмәләре лә барҙыр, – тип күҙҙәре янды Тимерҙең.
– Ундайғы һөйәк-таштар миңә ҡыҙыҡ түгел, – тине кәйефе бер аҙ ҡырылған Гөлфиә.
– Ну һинең бит унда булғаның юҡ, ҡайҙан беләһең? Бәлки, оҡшар! Әйҙә инде, шунда... –тип мөлдөрәп ҡараны Тимер.
“Тәүге тапҡыр шундай бүләк яһаны бит!”- тип уйланы ла ирене лә төштө Гөлфиә. Шуға ла иптәшенең тәҡдименә ризалашты.
Ҡатын кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп бөтөүгә ҡәйнәһе лә килеп етте. Балаларҙы тыныс күңел менән ҡалдырып, был икәү археология музейына китте. Гөлфиә артыҡ бер нәмә лә аңламаһа ла, экспонаттан экспонатҡа малай һымаҡ йүгергән ирен ҡабаландырмай ғына көтөп, артынса йөрөнө. Музейҙан ике сәғәттән сыҡҡас Тимер:
– Асыҡтырҙы әле ул, – тине Гөлфиәгә ҡарап. – Байрам хөрмәтенә берәй ресторанға ла инәбеҙме? Беҙҙең тағы ла алты мең ярым ҡалды.
– Ниңә алты мең ярым ғына ул? Музейға билеттар меңешәр һум түгелме ни?
– Һуң такси өсөн түләнем бит. Байрам көнөндә автобуста йөрөп ятмайбыҙ инде, - тип ҡатынын еңелсә ҡосаҡланы Тимер. –Йә, ниндәй ресторанға барабыҙ?
– Суши ашағым килә, – тине Гөлфиә.
– Була-була, - тип башта ризалашҡандай итте Тимер. – Тик унда барһаҡ, бешергәндәрен оҙаҡ көтөргә тура киләсәк. Етмәһә, байрам көнө бит. Әйҙә, шаурма алайыҡ! Студент саҡтарҙағы кеүек! Ҡыҙыҡ буласаҡ, әйҙә-әйҙә!
Тимер, яуап та көтмәй, Гөлфиәне елтерәтеп туҡталыш эргәһендәге киоскыға алып барҙы. Тамаҡ ялғап алғас, Тимер:
– Үәт, хәтәр, әй! Йәш саҡтарға ҡайтҡандай булдым. Ә һин ниңә яртыһын да ашап бөтмәгәнһең?
– Ул тиклем майонезлы ризыҡтан үҙәк көйә бит аҙаҡ, – тине Гөлфиә.
– Ҡана атыу, үҙем ашап ҡуяйым. Әрәм итмәйек, - Тимер уның да өлөшөн ҡапты. – Тағы ла биш меңебеҙ ҡалды. Уның менән нимә эшләйбеҙ?
Был юлы Гөлфиә һүҙендә ныҡ торҙо: Тимерҙе сауҙа үҙәгенә индерҙе. Үҙенә берәй күлдәк булһа ла алыр.
Ҡатын ике күлдәк араһында туҡталды: ҡайһыһын алырға? Икеһе лә матур һымаҡ. Ахырҙа, ирҙәр бүлегендә йөрөгән Тимерҙе саҡырып, кәңәш һораны. Тимер оҙаҡ уйлап торманы, тура хаҡтарына күҙ һалды ла:
– Бына ошоноһон ал! – тине ышаныслы тауыш менән.
– Ниңә? – тип ҡыҙыҡһынды Гөлфиә, быға тиклем “миңә барыбер” тип яуап бирергә яратҡан Тимергә аптырап.
– Ну, ҡара, – тине уныһы. – Был күлдәк – дүрт мең, быныһы – мең ярым. Арзаныраҡты ал, үҙемә как раз ҡалған аҡса етәрлек күн ҡайыш ҡараным...
– Һуң, бөгөн минең байрам бит, – тине теш араһынан Гөлфиә.
– Ну, ҡәҙерлем, – тип йылмайҙы Тимер. – Ну, беҙ бит һөйләштек: ун меңде икәүләп сарыф итәбеҙ. Был көн – икебеҙҙеке. Беҙ ҡасан тағы ла икәүҙән-икәү, балаларһыҙ, рәхәтләнеп ял итә алыр инек?
Гөлфиә ауыр уфтанды ла, ире һайлаған күлдәкте кейеп ҡарарға инде. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, уныһы һыйманы ла ҡуйҙы!..
Кәйефе ҡырылған ҡатынын күреп Тимер уны йыуатып маташты:
– Йә, ярай, Гөлфиә, борсолма. Икенсе ваҡыт берәй нәмә табылыр. Зату таксиҙа елдереп кенә ҡайтырбыҙ!
Тимер Гөлфиәһенең маңлайынан шап үпте лә ҡайышы өсөн түләп, сауҙа үҙәгенән сығыу яғына йүнәлде. Гөлфиә өндәшмәй артынан эйәрҙе. Таксиҙа ла һөйләшмәнеләр. “Бер уйлаһаң, был уның тәүге ҙур бүләге. Өндәшһәм, башҡа бер нәмә лә бүләк итмәҫ, – тип уйланды ҡатын ауыҙы ҡолағына етеп ҡайтып барған ирен күҙәтеп. – Ярай, исмаһам, туйҙан һуң тәүге гөлләмә бүләк итте”, – тип ыңғай яҡтарын эҙләне.
...Өйгә ҡайтҡас Тимер, әсәһен күреү менән, ҙур бәлә булғандай, кәләшен ситкә саҡырып алды ла:
– Үәт беҙ иҫәр, – тип маңлайына шап һуҡты. – Әсәйгә бүләккә бер нәмә лә алманыҡ бит! Әйҙә, теге гөлләмәне уға бирәйек, уңайһыҙ бит. Һиңә былай ҙа бөгөн бүләк күп булды, – тип Гөлфиәнең ҡолағына шыбырланы.

Заһиҙә МУСИНА.

 

Автор:
Читайте нас