Ике ғаилә барлыҡҡа килһен өсөн бер бала – әсәһе менән, ә икенсеһе атаһы менән ҡалырға тейеш. Был схема барлыҡҡа килгәндән һуң илебеҙҙә айырылышыуҙар һаны 6-11%ҡа артҡан.
Юристар ташламалы ипотека рәсмиләштереү өсөн ялған айырылышыу енәйәт яуаплылығы менән янай тип киҫәтә. Ипотека килешеүен боҙҙорторға мөмкиндәр, шунан һуң заемщикка аҡсаны процент һәм штраф менән ҡайтарырға тура киләсәк, ә тораҡты тартып аласаҡтар.
Фото: perm.pulscen.ru