+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
25 Декабрь 2021, 11:12

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Батырлыҡ ҡылғанда Юмореска

Мал аҙбарының тишек-тошоғонан, ишегенән һәм тәҙрәләренән урғылып ҡара төтөн сыға, һәм тынлыҡты Мәғнәүи ҡарттың ара-тирә һөрәнләгәне яңғырата. – Ҡурҡма! Һиңә бер ҡурҡыныс та янамай, нығыраҡ тот. Яҡындан бер аҙ эләктер әле! – Уф, арыным. Юҡ! Былай оҙаҡ тора алмайым мин, билем ауырта! Һуң һөйләп торам бит, етәр. Быныһы ҡарттың ҡарсығы Бибиямалдың тауышы. – Һөйләнмә! Әллә миңә еңел тип уйлайһыңмы. Сәләм бирергә лә эшкинмәгән нәмәне өсөнсө тапҡыр уңға-һулға һөйрәкләйем.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  Батырлыҡ ҡылғанда  Юмореска
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Батырлыҡ ҡылғанда Юмореска
Һарай эсендәге төтөндөң уты күренмәһә лә, бик алыҫҡа таралды, ахырыһы. Ике яҡтан ике янғын һүндереү машинаһы килеп сыҡты ла ҡарттың һарайын уратып алды. Янғын һүндереүселәр, эсәктәрен тотоп, утты һүндерә лә башланы.
Ул арала һарай эсенән төтөнгә сәсәй-сәсәй ҡарт менән ҡарсыҡ Әптерәйҙе һөйрәп килеп сыҡты. Өҫтәренән һыу ағып тора.
– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине янғын һүндереүселәрҙең өлкәне. – Нимә яндырҙығыҙ бында?
Мискә эсендә резина тәгәрмәс икән.
– Эй, кино төшөрә инек. Килеп сығып эште боҙҙоғоҙ, – тип асыуланды Бибиямал ҡарсыҡ.
Ҡарты унан да уҙҙырып ебәрҙе:
– Бына уға бер ярты эсергән булғайным, бер литрлыҡ иҫерҙе лә ҡуйҙы. Ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ, минең сценарийҙы боҙҙоғоҙ бит.
– Ниндәй сценарий һөйләйһең, Мәғнәүи ағай? – тине янғын һүндереүселәрҙең береһе.
Ҡарт менән ҡарсығы аңлатып бирҙе. Йәнәһе, кино төшөрәләр инде былар. Әптерәй һарай эсендә тәмәке тартып йығылған да яна башлаған. Ә был икәү, ҡарт менән әбей, янғынды һүндерәләр, етмәһә, иҫеректе ҡотҡаралар. Бер ыңғай видеоға төшөрәләр.
Янғын һүндереүселәрҙең начальнигы быларҙың видеоһын үҙенә күсереп алды ла:
– Бына һеҙгә биш мең штраф, икенсе тапҡыр киноғыҙҙы төтөнһөҙ генә төшөрөгөҙ, – тине.
Ул арала булмай Әптерәй ҙә айныны:
– Һин ҡарт миңә суррогат эсергәнһең бит, – тип зарлана башланы. Участковый килеп еткәйне, суррогат тураһында ишеткәс, штрафты тағы ла өҫтәне.
Кино төшөрәм, данымды илгә сығарам тип, белмәй тотонһаң, бына шулай була ул.
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: