-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Декабрь 2021, 12:00

"Эс, эс, сыҡ, сыҡ!"

Бер кистә ике “фура” бушатыу – уйын эш түгел, һыуһап кителде. Степан Петрович каптеркаларынан ит консервалары, һуттар тотоп килеп сыҡты.

"Эс, эс, сыҡ, сыҡ!"
"Эс, эс, сыҡ, сыҡ!"

Бер кистә ике “фура” бушатыу – уйын эш түгел, һыуһап кителде. Степан Петрович каптеркаларынан ит консервалары, һуттар тотоп килеп сыҡты.
– Ашап-эсеп алығыҙ, уландар. Бик һәйбәт эшләнегеҙ. Теләһәгеҙ, бынау “һыу” менән тамағығыҙҙы сылатығыҙ, – тип әле генә беҙ бушатҡан, юлда боҙолғанлыҡтан, һыҙып ташланған, шунлыҡтан, складҡа индерелмәгән һыра ҡаптарына күрһәтте. – Тик эсһәгеҙ, буш шешәләрегеҙҙе бында ҡалдырмағыҙ, базанан сыҡҡас, ҡайтып барышлай, берәй ҡый һауытына төшөрөп китерһегеҙ.
Ғамир менән ҡулдарҙы йыуҙыҡ та, ризыҡҡа йомолдоҡ. Игорек, ҡала малайы, үҙе менән алып килгән чипсыһын кимерә, беҙ Петровичҡа рәхмәттәр уҡый-уҡый быҡтырылған ит ашайбыҙ, алмаш-тилмәш һут эсәбеҙ. Ғамир, Игоректан күрмәксе, бер һыраны бушатып та өлгөрҙө.
Тағы берәүҙе ҡулына алды был. Әллә ҡайһы арала ҡапҡасын асып, миңә һуҙҙы:
– Эс, эс, – хәл инер, – тине.
Мин ҡаршы төштөм:
– Юҡ, мин эсмәйем бит.
– Атыу әйҙә, икәүләп эсәйек. Һин берҙе генә уртла. Һаулыҡ өсөн!
– Ҡуй, оҡшамай ул миңә.
– Әллә минән ерәнәһеңме?
– Юҡ, ерәнмәйем.
– Минең менән, дуҫың менән, бер тапҡыр “с горла” эсмәйһең что ли?
– Әйҙә һуң… – мин иренгә тигеҙеп алдым. – Ятаҡҡа ингәндә, һиҙелмәһә инде...

Ашап-эсеп алғас, Степан Петрович Ғамир менән икебеҙгә меңәр һум аҡса, аҡсаға ҡушып, студенттарға кәрәк ул, тип берәр банка тушенка бирҙе.
Ятаҡҡа ҡайтып еттек. Ишек бикле икән. Ябылғандан һуң ярты сәғәт үткәс, ишекте бер генә асып алалар. Шунан да тороп ҡалһаң, фатир эҙләргә тура килә. Вахтер апай ишекте асты ла, һәр беребеҙҙе яҙып алғас, бүлмәләребеҙгә үтергә рөхсәт итте. Мин тәүҙә теште таҙарттым да, консерва йылытырға, кухняға сыҡтым. Плитканы тоҡандырып өлгөрмәнем, студсоветтан бер ҡыҙ килеп: “Һине вахтер саҡыртты”, – тине. Төшөп киттем. “Охранница” тигән ҡушамат алған комендант апай, резина күҫәген тотоп, уртала тора.
– Бөгөн һуңлап ҡайтыусылар араһында кемдер ишек төбөндә сумкаһын онотоп ҡалдырған. Ҡара юл сумкаһы кемдеке?
Ҡыштыр-ҡыштыр тауыштар сығарып, тиҫтәнән ашыу студент бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ. Минеке түгел. Мин пакет тотҡайным. Ғамир! Ғамирҙың сумкаһы түгелме?
– Кәлиев!.. – Уйымды комендант апайҙың ҡырҡыу тауышы бүлдерҙе. Ғамирға өндәшә был. – Кәлиев, сумка һинекеме?
Ғамир Кәлиев өндәшмәй торҙо-торҙо ла, ҡапыл, уянып киткәндәй, яуап бирҙе:
– Ә, минекелер.
– Сумкаңда нимә бар?
– Консерва…
– Ҡарайыҡ. Шешә тауышы сығара торған ниндәй консерва алып ҡайттың икән…
Ғамир оҙаҡлап торғансы, комендант апай тыҡ-тыҡ баҫып эргәһенә килде лә, сумкаһын ҡулынан тартып алды. Шунан уны шул тиклем ныҡ итеп иҙәнгә ултыртты, ташланы, тиергә була, буш шешә тауышы фойены яңғыратты.
Комендант Ғамирға текәлде:
– Эстеңме?
– Юҡ…
– Өр әле…
– Өф…
– Күпме эстең?
– Бер шешә генә.
– Маладис! Ә өс шешәнең тағы икәүһенән кем эсте?
Өндәшмәй.
– Тәк, Кәлиев, кем менән бергә инең әле?
Ғамир сафҡа – алды, һаҡсыға ҡабырғаһы менән тора, үҙе миңә: “Сыҡ! Сыҡ!” – тип шыбырлай. Һаҡ ҡолаҡ Рәйлә апай ишетмәй буламы һуң инде!
– Кемгә “сыҡ!” тиһең унда? Кем Кәлиев менән бергә эсте? Сыҡһын әле! Дәлиев, һинме? – Туп-тура миңә ҡараны.
– Мин эсмәнем! – бер йотомдоң еҫе сыҡмаҫ әле, тип алдашырға булдым.
– Өр әле!

– Өф…

– Тешеңде таҙартҡанһың бит! Ҡайта килеп теш таҙартыуың һағайта. Һин дә эскәнһең! Һеҙ икәүгә наказание шул - бөгөндән башлап, һәр кис, бер аҙна буйы фойены, тупһаны йыуаһығыҙ!..

Дуҫ тигәнемдең "Эс, эс", тигән һүҙенә ҡолаҡ һалғас, "сыҡ-сыҡ" - тигән саҡырыуына ла буйһонорға тура килде.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: