– Йыл да мин, йыл да мин, башҡаса кеше юҡ, – тине Әлфис, ризаһыҙлыҡ белдереп.
– Тәк-тәк, профсоюз аҡсалары күпме? – тип һораны Йәүҙәт, баш бухгалтер Гөлинә ханымдан. – Етәме, барсаһына ла? Үҙегеҙ беләһегеҙ бит, йыл аҙағы.
– Бар, бар. Етергә тейеш. Артып та ҡалыуы ихтимал.
– Яҡшы улай булғас. Ултырышайыҡ. Тәҡдимдәр индерәйек.
Кем әйтмешләй, беҙ, шаҡмаҡ өҫтәлде түңәрәк итеп, ултырыштыҡ. Иң беренсе булып үҙем һүҙ ҡуштым.
– Шоколад-кәнфиттәр, тәм-томдар ғына түгел, цитрус емештәре күберәк булһын ине. Минекеләр уларҙы бигерәк ныҡ ярата. Өҫтәүенә С витаминының төп сығанағы. Яңы йыл табынының да төп биҙәге.
– Алма!? Ул тимергә бай, – тине тимер ҡырыусы (токарь) Тимерша.
– Тапҡан?.. Быйылдан башлап “йола”ны тамырынан үҙгәртәбеҙ, – тип Әлфис йоҙороғо менән өҫтәлгә еңелсә һуғып ҡуйҙы.
– Йыл һайын шикалат, алма ла хөрмә... нимә ул? Ашайһың да... бөтәһең. Күпме була инде бала-сағаны алдарға. Тулы булмаған ғаиләләр бар, ҡайһы берҙәренең ире-ҡатыны эшһеҙ. Шулай булғас, уларға мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға тәҡдим итәм. Мәҫәлән: буяу-ҡәләмдәр, альбом-дәфтәрҙәр, ҡулланыу әсбаптары, әҙәби китаптар, спорт кәрәк-яраҡтары. Ни өсөн тигәндә, үҙебеҙҙең телдә йүнле-рәтле һөйләшә лә, яҙа ла белмәйҙәр, милли орнаменттарҙы төшөрөү ҡайҙа инде ул. Иптәшем көн дә эшенән зарланып ҡайта. Бик актуаль тема, уйлашайыҡ, иртәгәһе өсөн, йәмәғәт. Кемдәр риза, ҡулдарын күтәрһен.
– Шәп! Ур-р-ра! Би-и-ик кәрәк! – тип ҡыуанысын белдерҙе, эргәбеҙҙә генә йыйыштырып йөрөүсе Мәликә апай. – Беренселә уҡыған ейәнем ике көндөң берендә йә ручкаһын, йә линейкаһын юғалтып ҡайта. Кисә бөтөнләй пеналы менән менән “айыу майы” һөрттөргән. Уҡыу башланғандан бирле, егерме “штук”лап булғандыр, асыуым килмәгәйе. Ҡыҙым ала-ала йөҙәп бөттө. Бик кәрәкле эш! Башланғысыңды хуплайым, афарин! – тине Әлфистең ҡулбашынан ҡағып, “мин риза” тип ике ҡулын да өҫкә күтәрҙе.
– Балаҡайҙарыбыҙ дәфтәр-карандаштарға ғына риза булмаҫ бит әле. Улым спортты үҙ итә, бигерәк тә һуғыш төрҙәрен. Каратэ менән шөғөлләнә. Уға алмаш кимоно алырҙар микән, йә булмаһа кирбестәрме, тибеп ватырға? – тине һораулы ҡарашы менән Радик.
Ысынлап та, һорауҙар күбәйеп китте, бәхәскә әйләнде. Кемде нимә борсой бит әле!? Минеке балет менән мауыға, минеке тарихты ярата. Урал батыр ҡылысымы? Географияны, ҡыш бабайҙың тыуған төйәге Бөйөк Устюгҡа сәйәхәтме? Ҡыҙым бер егет менән аралаша, ноутбук микән? Электрик Егор хатта, ун алты йәшлек улына бүләк өмөт итеп микән, әллә былай, ҡыҙыҡ һорау бирҙе. Физиканы үҙ итә...амперметрмы?
– Ниндәй тауыш был? Сиған баҙарында ат һатыулашалармы ни, бина “һелкенә” лә баһа, – тип килеп инде генераль директор. (Һәр хәлдә, үҙе кәңәшмә үткәрергә ҡушҡайны). – Аңлаштығыҙмы? Булдымы? Нисек эштәр, әҙерһегеҙме?
– Эйе-эйе, Шифа Шәфиевич! – тине профком рәйесе. – Булды, булды!
– Ярай, төшкөһөн бүләк-күстәнәстәр алырға юлланырһығыҙ. Автобус бүлдем.
Ниһайәт, Гөлинә апайҙан аҡса яҙҙырып алдыҡ та (әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә түгел, һанаулы хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән мин дә бар инем, ни өсөн мин тиһегеҙме, баш бухгалтерыбыҙ Гөлинә апай беҙҙең “сыбыҡ осо” туған) кибеттәргә юлландыҡ.
Йыл тамамланыу алдында булғас, күбеһендә ташламалар ҡаралған. Аллаға шөкөр, барыһын да тейәп ҡайттыҡ. Супер!
Сәғәт ярым ваҡыт үткәндер, күп булһа, йылмайып-көлөшөп, ярты автобус тауар, кәрәк-яраҡ менән ҡайтып индек. Дәфтәр-ручкалар, юйғыс-елемдәр генә түгел, таҡтала яҙырға аҡбурҙар, атлас-карталар, буклеттар, калькуляторҙар, туптарҙың ниндәйе генә юҡ! Беренсе кластарға пластилин, төҫлө ҡағыҙҙар, ватмандар, бумала-буяуҙар, альбом-“раскраска”лар, хатта глобустар ҙа алдыҡ. Тағын, фәнгә, техникаға, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡағылышлы нәмәҫтәкәйҙәр (һанап үткәндәр, мин белгәне генә әле).
Профсоюз бүлгән аҡсалар, балаларға тәғәйенләнгәндәрҙән, артып ҡалды. Уға сканвордтар, төрлө башватҡыстар, гәзиттәр, көнбағыш-тәмәкеләр, коллективыбыҙҙа һанаулы ғына булған гүзәл заттарыбыҙға хушбуйҙар, яҡшы сәйҙәр, тәмлекәстәр алдыҡ.
Былай булғас булды. Предприятиебыҙ оптимизацияға бирешмәҫ, сеймал ғына булһын. Мәктәп тә, баҡса ла ябылмаҫ, методик “база” бар. Йомарт күңелле Шифа Шәфиевич ҡына иҫән-имен булһын! Һау-сәләмәт кенә, барыһына ла шөкөр итеп (насарҙары күп уның!) йәшәргә, эшләргә кәрәк. Шулай түгелме ни? Яңы йыл менән, дуҫтар!
Фото: muhasebenews.com