-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
21 Ғинуар 2022, 16:05

Хыял

Өйгә, һис көтмәгәндә, ҡара битлек кейгән бәндә килеп керҙе лә ҡулындағы тимер таяғын болғап ҡысҡырып ебәрҙе: – Нимидлә иҙәнгә һуҙылып ятырға!

Хыял
Хыял

Замана боҙоҡлоғо аҙмы-күпме иман һаҡланған ауылға ла үтеп керҙе, күрәһең. Ҡаршы тороп ҡара һин был бандитҡа, бәрҙе йыҡты булыр, ҡамыр яһар, ҡәһәрең. Шулай ҙа бик ваҡытлы керҙе әле ул, бәләнән ҡотҡарҙы Хафизды, юғиһә, ҡатыны, кисә ләх булғаны өсөн, ирен битәрләп кенә ҡалмайынса, ҡулына инде уҡлау ҙа эләктереп алғайны.
Бик теләп, хатта рәхәтләнеп, һуҙылып ятты Хафиз иҙәнгә. Ә ҡатыны, Мөшәрәфә, уҡлауы менән өйбаҫарға һелтәнгән ине лә, теге, ҡулындағы таяҡты баш осона күтәреп:
– Бөтөр-рәм, яф-фалай! – тип бер генә ҡысҡырҙы һәм шундай итеп ҡысҡырҙы, хатта мейес башында йоҡлап ятҡан бесәй ҙә, ҡурҡышынан, тәгәрәп төштө. Ләкин Мөшәрәфә быларҙы күреп өлгөрмәне, ул, ҡото осоп, карауат аҫтына кереп боҫҡайны инде.
– Аҡса давай!
– Был мәсьәләне ҡатын менән хәл ит инде һин, иптәш бандит, — тине Хафиз, тегенең асыуын сығармаҫҡа тырышып тыныс ҡына. — Аҡса минең күргән нәмәм түгел.
– Эшләйһең бит — булырға тейеш!
Карауат аҫтында Мөшәрәфәнең шыңшығаны ишетелде.
– Ҡайҙан булһын – персиебеҙ төпсөк малайына ҡалаға өй һалдыра, колхоз аҡсаһы унан артмай. Бына шул ҡара йөҙҙө барып тала һин, бик батыр булһаң!
– Нибуч, уға ла сират етер! Пока – һеҙ. Миңә алтын-көмөш тә ярай. Сығарып һалығыҙ бөтәһен дә – живо!
Карауат аҫтындағы Мөшәрәфә ҡысҡырып илап уҡ ебәрҙе.
– Һин нәмә мыҫҡыл итәһең, ниндәй алтын-көмөш ти ул. Ана, мейес эргәһендә тишек һоҫҡо бар, ал шуны, өнөң тығылһын, бандит!
– Ауыҙыңды самалап ас, яффали, мин һиңә ирең булмам. Һөйрәнем сығарҙым и ниттем ташланым булыр. Ятырһың унан уҡлауыңды ҡосаҡлап. Әрепләшеп торорға ваҡытым да, хәлем дә юҡ, давай тиҙерәк берәй затлы әйберегеҙҙе!
– Ниндәй затлы әйбер булһын инде беҙҙә, абзыҡайым. Инде гүпсим гәрбәсләнеп бөттөк беҙ, үә-ә... Аҡса булһа, иремә ыштан алып бирер инем, инде ямау тоторлоғо ҡалманы. Ә ул, хәсис, эсергә аҡса ла, яйын да таба.
– Олома! Алып сығып китерҙәй йүнлерәк әйберегеҙ ҙә юҡ бит. Үҙегеҙ көнө-төнө колхозда бил бөккән булаһығыҙ. Урам буйынан һыуытҡыс күтәреп йөрөмәм бит инде, әвтәритит төшөрөп. Телевизорығыҙ ҙа хан заманынан ҡалған. Ә-ә, бына, мейес артында төҫлө металл тора бит. Йәшереп ҡалдырмаҡсы булдыңмы?! Бер сүкеп алырмын да үҙеңә!
Бандит мейес артынан ҡырҡ литр һыйҙырышлы алюмин һауытты һөйрәп сығарғас аҡырып ебәрҙе:
– Эсе ҡ-ҡайҙа? Апраһы төбөндә генә ҡалған бит...
– Тулы ине, инде бушағанмы ни, – тип уфтанды Хафиз.
Ә Мөшәрәфә өндәшмәй, мыш-мыш килеп ята, шулай ҙа карауат аҫтына бандит ҡулындағы тимер таяҡ керә башлағас, теле асылды.
– Ҡ-ҡайнатты-ым...
– Беләм ҡайнатҡаныңды, дүрәк түгелмен, бандит тигәс тә. Давай, бында сығарған нәмәңде, тиҙ бул, кемгә әйтәләр, идриямайт!
Мөшәрәфә тәрән итеп уфтанды, әйтерһең дә, йәне сыҡты.
– Үгеҙҙе һуйһаҡ, тип әҙерләгән көмөшкәм ине. Мә, эс, тығын, мәлғүн, сәсрәптәр китһәң ине...
Болғансыҡ шыйыҡлыҡ тултырылған өс литрлы банка карауат аҫтынан теләр-теләмәҫ кенә шыуышып сыҡты.
Битлекле кеше, дерелдәгән ҡулдары менән банканы көс-хәл менән тотоп, стаканға көмөшкә һалды.
– Һеҙгә ышанһаң, көмөшкә тип, әллә ни биреүегеҙ бар. Мә, ир киҫәге, эсеп ҡара әле! Ҡатһаң – ҡатыныңа үпкәлә. Алюмин һауытты алырға памушниктарҙы ебәрермен, үҙемә күтәреп йөрөү килешмәй. Мин киттем, ауффидерзиен, ә һеҙ, ун минут үтмәйенсә, урынығыҙҙан ҡуҙғалаһы булмағыҙ! Ишетһен ҡолағығыҙ! Юғиһә, өйөгөҙҙө шартлатам!
Ҡайҙа инде ун минут, бандит артынан ишек ябылыу булды, Мөшәрәфә карауат аҫтынан атылып сыҡты ла, иренен ялап ятҡан иренең арт яғына типте.
– Тор, хәсис! Көпә-көндөҙ талап сыҡтылар бит – бар, йүгер, күршеләрҙе күтәр, милицияға шалтырат, нимидлә!
Инде башы аҙмы-күпме рәткә кергән Хафиз йәһәт кенә урынынан һикереп торҙо.
– У-у, мин уны, тотмаһаммы шул яуызды, беҙҙе таларға инде ул ғына ҡалған ине – бөтөрәм мин уны...
Хафиз бандитты бик оҙаҡ эҙәрлекләне, колхоздың күсмә сварка аппаратын көс-хәл менән һөйрәп өйҙәренә ҡайтып кергәндә инде төн уртаһы ине. Тағы иҫерек, ҡәһәрең, аяғында көскә баҫып тора, ә үҙе бытыр-бытыр һөйләнә:
– Тоттом тегене, ну ул шәп бандит булып сыҡты. Һөйләшеп ултырҙыҡ, һыйланы. Мә, берәй кәрәге сығыр, тип сварка аппараты ла бүләк итте әле ул миңә. Ҡайғырма, ҡарсыҡ, ул аппаратты ҡулы эш белгән кешегә һатһам, байып та китербеҙ әле, иншалла!

Автор:Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Читайте нас: