Ә был юлы призыв бөтөүгә бер аҙна ғына ҡалғас, Вәзирҙе төн уртаһында военкоматтан килеп алып, яҡындары менән хушлаштырып та тормай, ашығыс рәүештә Өфөгә оҙатҡандар. Ә бер көндән үтеп барған самолетҡа ултыртып Алыҫ Көнсығышҡа оҙатҡандар һәм хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ҙур ғына погранзаставаға килтергәндәр. Ә бында киномеханик кәрәк булған. Ауылдаш ике йыл буйы сит һаҡсыларына, шундағы хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына кино күрһәткән, хәрби бурыстарын да үтәгән.
Вәзир хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер нисә йыл үткәс, әлбиттә, 28 майҙа күрҙем мин уны. Элекке Вәзир түгел инде. Үҫкән, ҡалынайған. Ыҡсым хәрби кейем ир-атты ирәйтә шул. Башҡаларҙан һис тә кәм түгел. Ә ике улы менән ҡыҙы һуң?! Ана, атайҙарына нисек ғорурланып ҡарап торалар! «Бөтә сәнғәттәрҙән иң мөһиме булып кино тора», тип кем әйткән? Эйе, Ленин бабай. Хәҙер уйлап торам, даһи ҡалай хаҡлы булған.