-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Февраль 2022, 15:00

Һиңә килешмәй

Юмореска Кис телевизор ҡаршыһында ултырған ҡатындың бер юлы башы, ашҡаҙаны һәм тағы ла әллә ҡайһы ере борсой башланы. Ундай ваҡытта нимә эшләргә икәнен яҡшы белгәнгә, ул шкафтан тиҙ генә төрлө дарыуҙар һалынған тартмаһын килтереп сығарҙы.

Һиңә килешмәй
Һиңә килешмәй

Бер-бер артлы өс төймә дарыу йотоп ебәреүгә уның башы ла, ашҡаҙаны һыҙлауы ла баҫылды һәм тағы ла ҡайһылыр ере ауыртыуы бөтөнләй юҡҡа сыҡты. “Бына күрҙеңме, кис менән балнис ябыҡ, “скурый” күпме саҡырһаң да килмәй, йә әйт әле, янымда был тартма булмаһа нимә эшләр инем?” – тип, ҡатын иренә ҡарап ҡуйҙы. Ғүмерендә лә сирләп ҡарамаған тегеһе ни тейергә лә белмәне.

Тағы бер нисә көндән ҡатынының тамаҡ төбө ҡытыҡлай башланы. Ире быны ишетеүгә уҡтай дарыуҙар тартмаһын эҙләргә атылды. Тик уның хәләл ефете: “Кәрәкмәй, был осраҡ өсөн миндә үлән төнәтмәһе бар”, – тип, ҡайҙандыр алған  ярты стакан болғансыҡ эсемлекте йотоп ебәрҙе. Ун биш минуттан уның тамаҡ ауыртыуы ла бөтөп китте. Икенсе юлы кибеттән ауыр сумкалар күтәреп ҡайтып киләләр ине, көтмәгәндә билен ҡуҙғатты. Хәләленең һыҙланыуын күреп торған ир шунда уҡ кәрәкле дарыу эҙләргә кереште. Ҡатыны: “Ундай ваҡытта бына быны һөртәм”, тип, тәгәрмәс майына оҡшаған һаҫы дарыу килтереп сығарҙы. Ярты сәғәт уҙманы, уның бил ауыртыуы баҫылды.

Бер көндө балыҡҡа тип сығып киткән ир ишектән танауын мышҡылдатып ҡайтып инде. “Нимә булды, ниндәй сир эләктерҙең?” – тип һораштыра башланы ҡатыны. Ир: “Боҙ оҫтөндә оҙағыраҡ ултырҙым, шикелле, минән башҡа кеше юҡ ине, ул сир тигәненең балыҡтарҙан йоҡто тиер инең, уныһын да тотоп булманы”, – тип зарланғас ҡатыны: “Һин әле ул зәхмәт вирусты белмәйһең, ана, температураң 37,1-гә менгән, әйҙә “скурый” саҡыртабыҙ”, – тип телефонға үрелде. Ире: “Ниндәй “скурый”, һин нимә, әйтәм бит, балыҡ эләкмәгәс боҙ оҫтөндә оҙыҡ ултырҙым, ел дә бәргәндер әҙерәк”, – тип ҡатынынан ундай саҡта эсә торған берәй төймәле дарыу һораны. Быны ишетеүгә хәләле: “Минең дарыуҙар һиңә килешмәй, улар үҙем өсөн генә”, – тип иренең үтенесен ишетмәмешкә һалышты. Ҡатыны дарыу бирмәүҙән ире аптырап ҡалманы, күршеһенән ике аспирин алып сығып, шуларҙы бер стакан һыуға өс ҡалаҡ бал туғылап эсеп ебәрҙе. Бер аҙҙан иренең шыбыр тиргә батып ултырыуын күргән ҡатыны ғәжәпләнеүенән өнһөҙ ҡалды. “Ундай яҡшы дарыуҙы ҡайҙан таптың, ул-был була ҡалһа, миңә лә бирерһең әле”, – тип иренә ялағайлана башланы. Ҡатыны нисек кенә “тентемәһен”, тегеһе ныҡ торҙо, серен сисмәне. “Миндә һиңә тигән дарыу юҡ, улар үҙемде генә терелтә, һиңә килешмәй”, – тип, ир бәхәскә тиҙерәк нөктә ҡуйырға ашыҡты.

Иртән кисәге сирен онотҡан ир ары-бире ҡапҡыланы ла эшенә сығып йүгерҙе. Был юлы үлтереп теше һыҙлай башлаған хәләле теш араһына ҡыҫтырып ҡуйырға дарыу запасынан кәрәкле төймә эҙләй башланы. Шуныһы ҡыҙғаныс, тартмала был осраҡ өсөн кәрәк булған дарыу табылманы шул...

Илдар ХӘЙРУЛЛИН.

Фото: glas.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: