Етмәһә, һуңғы ваҡытта эштең ауыр һәм ҡатмарлы булыуын да иҫәпкә алып, яҡшы ғына премия ла түләй башланылар. Был эшкә дәрт, ҡыҙыҡһыныу уятты. Ләкин ай һайын премия биреүҙе күпһенгән хакимиәт үткән ай өсөн, төрлө сәбәптәр табып, уны ҡыҫҡартырға ҡарар итте.
Ярты йыл да директор булып эшләп өлгөрмәгән, эштең рәтен-сиратын йүнләп белмәгән Яйбикә Даяновна, премия бүлеү комиссияһы ағзалары – урынбаҫары Сәлимә Шапылдаҡовна һәм баш бухгалтер Фәһимә Һаранбаевна менән ултырышҡа йыйылғас, беренсе булып һүҙ алды.
– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр шахтерҙар аҡсаһы ала, уларға тағы ниндәй премия тейеш һуң? – тине ул яй ғына, ләкин бер ни ҙә вәғәҙә итмәгән тауыш менән.
Уның һүҙен Сәлимә Шапылдаҡовна эләктереп алды:
– Көнө буйы юҡты-бушҡа ауҙаралар, бындай аҡса артынан күптәр Себергә юллана, ә былар, рәхмәт әйтер урынына, ризаһыҙлыҡ белдерә, – тине. Әйткәндәре үтемлерәк булһын өсөн үҙен һәм башҡаларҙы хөрмәт иткән ир-ат та ҡулланмаған тоҙло-боросло һүҙҙәрҙе лә ҡыҫтырып ебәрҙе.
Баш бухгалтер булып ап-аруҡ эшләгән, бар нәмәнән экономия яһарға яратҡан Фәһимә Һаранбаевна ла һүҙгә ҡушылды.
– Әйтмәгеҙ ҙә инде, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр, әҙ аҡса алып эшләгәндәй, эш хаҡын тикшертеүҙән бушамай, аңлата башлаһаң аңламайҙар, аҡса алған көндә теге ни өсөн тотолған да, быныһы ни өсөн былай, тип, башты әйләндереп сығаралар, – тине.
Уларҙың сығыштарын тыныс ҡына тыңлап ултырған директор Яйбикә Даяновна телгә килде.
– Премияға аҡса бүленгән икән, уның бер өлөшөн булһа ла түләргә бурыслыбыҙ, – тине ул. – Отчет бирергә лә кәрәк бит әле.
«Минеңсә, премияның күп өлөшөнә беҙҙең бүлектән өс кенә кеше дәғүә итә ала», тип уйланы урынбаҫар Сәлимә Шапылдаҡовна. Ул хакимиәткә ярарға тырышып, үҙенә һәм директорға бүләк бирергә яратҡан ике хеҙмәткәрҙе, үҙенең яҡын хеҙмәттәш ҡатынын күҙ уңында тота ине. «Ҡалғандар ни, ни Аллаға, ни муллаға тигәндәй, уларҙан файҙа ла юҡ, зыян да юҡ, шым ғына үҙ эштәрен башҡара ла йөрөй, бүләк биреүҙең ни икәнен дә белмәй, бирә белмәгәс, ала ла белмәһендәр», тип уйланы ул, ләкин уйлағандарын ҡысҡырып әйтмәне, ә икенсе төрлө итеп үҙ һығымтаһын белдерҙе.
– Минеңсә, беҙҙә өс кеше генә премияға лайыҡ, уларға башҡаларға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк түләргә, ә ҡалған аҡсаны бүтәндәргә бүлергә кәрәк, – тине. – Кем ауырып дарыухана ҡағыҙы килтергән, кем отгул алып эшкә сыҡмаған, йә үҙенә кәрәкле саҡта ғына отпускыға киткәндәргә премияны бөтөнләй түләмәҫкә тәҡдим итәм. Етер, былай ҙа сәбәп табып эшләмәү яғын ғына ҡарап торалар.
Сәлимә Шапылдаҡовнаның тәҡдиме ҡалған икәүҙең күңеленә хуш килде. Улар, бик ҙур эш башҡарғандай, премия бүлеү ҡағыҙына үҙҙәре кеүек эре ҡултамғаларын ҡуйғандан һуң, өсөһө лә бер юлы ауыр кәүҙәләрен саҡ ҡуҙғатып, эш урындарында өсөнсө тапҡыр сәй эсергә ыңғайланы.
Әнисә ФӘРРӘХОВА.
Һүрәт:stolicaonego.ru