+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
2 Март 2022, 15:00

Кемдең ҡаҙанышы ҙурыраҡ?

(Юмореска) Әхмәҙи ҡарт быйыл һикһәнен тултырҙы. Ул ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. 70 йәшенә етеп, 50 йыл стажы менән пенсияға сыҡты.

Кемдең ҡаҙанышы ҙурыраҡ?
Кемдең ҡаҙанышы ҙурыраҡ?

Эшләгән кешене, әлбиттә, күрәләр, баһа бирәләр. Уға атҡаҙанған исемен биреп, ҙурлап хаҡлы ялға оҙаттылар. Ул исемде алғас, Әхмәҙи ҡарт бер килке ҡуҡырайып йөрөнө. Һәр кемгә эләкмәй ул исем. Белһендәр Әхмәҙи ҡарттың кем икәнен, ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел.
Күршеһе атҡаҙанған исемде алғас, Әхмәҙи ҙә унан көнләшеп йөрөгәйне бер ваҡыт. Ярар, мин дә алырмын әле ул исемде, тип күңелен тыныс­ландырғайны. Ләкин күңелде тынысландырып буламы ни? Ул нәмәкәй һәр ваҡыт урғылып өҫкә ҡалҡа ла сыға. Хыялына ирешкәс, инде ялға китһәм дә була, тип хеҙмәттәштәре менән хушлашты.
Тыныс күңел менән йәшәп ятҡанда Әхмәҙи ҡарттың күңеленә тере ҡуҙ һалдылар. Ейәнсәре Әнисә һылыуҡай конкурсында ҡатнашып, ике ай эсендә машинаҡаҙанған исеме алып, машина­ға ултырып ҡайтып төштө. Машинаның да ниндәйе әле! Иномарка!
“Һикһән йәшемә тиклем эшләгән булһам, – тип уйланды ҡартлас, – мин дә машинаҡаҙанған исеме алып, машинала елдерер инем. Әтеү, атҡаҙанған исемем булып та йәйәү йөрөп ятам. 60 йыл стажым булһа, машинаҡаҙанған исемен бирмәй булдыра алмаҫтар ине. Ҡартаһының танауына сиртте бит. Афарин, ҡыҙым! Йәштәр өлкәндәрҙе үтергә тейеш. Машина машина инде, ул һиңә ат түгел! 60 йыл эшләп машинаҡаҙанған исеме алған булһам, ейәнсәремдең бер айы 30 йыл стажыма тиң булыр ине. Ул һиңә Себер түгел, бер айың ай ярым булырға. Бүстәк кенә булһа, машина тиклем машинаны тоттороп ебәрмәҫтәр ине. Ейәнсәрем, көнө-төнө ҡыуаланылар, ти бит”.
Әхмәҙи ҡарт ейәнсәре өсөн ғорурлыҡ кисереп туя алманы. “Ярар, – тип күңелен тыныс­ландырҙы ҡартлас, – беҙгә атҡаҙанған да ярар, йәштәр, әйҙә, машинаҡаҙанһындар. Техника заманында аттың дәрәжәһе төшөп бара бит”.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: