+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Апрель 2022, 15:00

Министр була яҙҙым

-Һаумыһығыҙ, Һеҙ Өфө­­нән­ме? – Ҡунаҡха­на­ның ишек төбөндә ул­тыр­ған бәһлеүән мине күреү менән урынынан һикереп торҙо. “Эйе” ти­гәнде белдереп баш һелкеүем булды, ул йәһәт кенә телефон төй­мәләренә баҫҡыланы ла сым­дың теге осондағына нимәлер тип шыбырланы.

Министр була яҙҙым
Министр була яҙҙым

Секунд үттеме-юҡмы, бер бите ай, бер бите ҡояш кеүек ханым тып итеп ҡар­шыма килеп баҫты. Бит остарын уймаҡландырып йылмайып:
– Һеҙҙе күптән көтәбеҙ, – тип ҡулымдағы портфелде эләкте­реп тә алды. – Әйҙәгеҙ, һеҙҙе номерығыҙға оҙатып ҡуям.
Бүлмәгә ингәс, бер килке өн­һөҙ ҡалдым. Әлә-лә-лә-л-л-л. Егерме йылдан ашыу хәбәрсе булып эшләү дәүерендә әллә ниндәй ҡунаҡханаларҙа туҡта­лырға тура килһә лә, был тиклемде үк күргән юҡ ине. Хатта бөтәһен дә бәйнә-бәйнә һөй­ләргә һүҙ ҙә табалмам кеүек. Иҙәндә ҙур келәм. Телевизор, үтек. Ул кресло, ул диван кеүек бөтә йыһаз ҡиммәтле имәндән эшләнгән. Тәҙрәлә бөрмәләнеп-бөрмәләнеп киткән пәрҙәләрҙең затлылығы.
“Ҡояш” ханым хушлашыр алдынан йәнә телгә килде.
– Өйөгөҙҙәге һымаҡ хис ите­геҙ. Юлда арып, талсығып кит­кәнһегеҙҙер. Ана, һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлек һеҙҙең өсөн. Рәхәт­ләнеп ял итегеҙ.
Иң тәүҙә сайынып алайым тип йыуыныу бүлмәһенең ишеген асһам, уның ҙурлығына ах иттем. Джакузиҙа рәхәтләнеп йыуынып, йөҙөп алдым. Шкаф ҙур­лыҡ һыуытҡыста ни генә юҡ: әллә нисә төрлө коньяк, ҡыҙыл, ҡара ыуылдырыҡ, тағы мин ғү­мерҙә ауыҙ итеп ҡарамаған әллә нимәләр, хатта исемдәрен белеп бөтөрлөк түгел.
Бер шешәне эләктереп сы­ғар­­ҙым да рюмканы кәктем. Унан икенсеһен. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә ябай журналисты был ҡәҙәр ҙә яҡшы ҡаршы алырҙар тип кем уйлаған? Бөтә тәнде әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тойғоһо солғап алды. Бер аҙ серем итеп алайым тип башымды мендәргә терәүгә, телефон шыл­тыраны.
– Хәйерле көн! Һеҙҙе берен­се ҡатта ресторанда иртәнге аш­ҡа көтәбеҙ, – тине наҙлы тауыш.
Ресторан! Командировкаға бирелгән өс бөртөк аҡсаны ябай ашханаға еткерһәң дә хуш әле. Былай ҙа алыҫ юлға йөрөгән һайын гелән үҙемдең өҫкә сыға. Нимә тип булһа ла яуап ҡайта­рырға кәрәк бит. Уңайһыҙланып ҡына:
– Барып тормамдыр ул, ҡим­мәтерәк булыр, – тинем.
– Юҡ, юҡ, һеҙҙең өсөн бөтәһе лә бушлай.
Ресторандың ишек төбөндә үк йылмайып ҡаршы алдылар.
– Хәйерле иртә! Әйҙәгеҙ, ошо өҫтәл янына ултырығыҙ.
Ул арала официант килеп баҫ­ты.
– Нимәләр ашарға теләйһегеҙ? Ҡурылған колбаса, йомортҡа… Хәҙер, секунд ҡына көтөгөҙ. Күҙ алдында тигәндәй шаж-шож итеп йомортҡаһын, колбасаһын ҡыҙ­ҙырҙылыр. Әллә нисә төрлө салат, өрөк, емеш-еләк…
Тәмле итеп һыйланып, бүлмә­мә ҡайтһам, әллә яңылыш килеп индемме тип бер килке аптырап торҙом. Тегеләй-былай ятып ҡалған мендәр-юрғандарҙы тә­тәй итеп йыйыштырып ҡуйған­дар, өҫтәлдә лә тәртип. Ну, мәс­кәүҙәр журналистарҙы хөрмәт­ләй белә бит!
Көндөҙ ҙә шундай уҡ хөрмәт күрһәттеләр.
– Хәйерле көн, төшкө ашҡа ресторанға рәхим итегеҙ.
Түшәк-мендәрҙәремде әҙер­ләп әүен баҙарына китергә йө­рөгәндә генә телефон йәнә зырылданы. Был юлы әллә хәйерле кис теләне, әллә юҡ, шомло тауыш ҡәтғи яңғыраны.
– Әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә йыя тороғоҙ, мин хәҙер киләм.
Нимә булды тигән һорауым яуапһыҙ ҡалды. Тикмәгә йәһәт­лә­мәйҙәрҙер. Ҡунаҡханаға шарт­латҡыс-фәлән һалыуҙары ла бар. Мәскәүҙә гел генә шундай бер нәмә сығып тора бит ул. Ике-өс минут үттеме-юҡмы мин сумкамды тултырып алғайным ине. Тиҙерәк ҡасырға кәрәк, бә­ләһенән баш-аяҡ. Ул арала йөҙө йәмрәйгән ханым килеп инде лә:
– Әйҙәгеҙ минең менән, – тип үҙенең артынан эйәртте. Үҙе һөйләнә:
– Өфөнән бер министр ки­лергә тейеш ине, беҙ һине шу­ның менән бутағанбыҙ. Хәҙер эләгер инде...
Хәҙер инде был бүлмәнең шө­ҡәтһеҙлегенә хайран ҡалдым. Пәрҙәләр уңып бөткән, мөйөштә хан заманындағы телевизор өңрәйгән. Бәҙрәфтең ишеге бына-бына аҡтарылып төшөргә тора. Иҙән ҡасан һуңғы тапҡыр буяу күргәндер. Тәҙрә ярыҡта­рынан ел гөжөлдәй. Һалҡын бүлмәлә өшөп-туңып, көскә таң аттырҙым. Был юлы хәйерле иртә теләүсе лә, ресторанға саҡырыусы ла булманы…

Венер ИСХАҠОВ.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: