+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Май 2022, 11:00

Бүләктең дә хаҡы бар

Таныш-тоноштарҙың, дуҫ-иштәрҙең: – Ҡыҙҙарығыҙ ғына үҫһен, күререһегеҙ әле бына, балалар баҡсаһына урын табыу ғына Ленинград блокадаһын йырып сығыуға тиң. Унан теләнселәй башлайҙар, әле тегеһе, әле быныһы кәрәк, тип ҡаҡ быуынығыҙға төшәсәктәр, –тигәндәре дөп-дөрөҫ булып сыҡты.

Бүләктең дә хаҡы бар
Бүләктең дә хаҡы бар

Илла-аллаға ике юлламаны ҡулға төшөргәндә һығып сығарылған лимон кеүек булғайыным инде.  Йөҙ һыуын аҙ түгергә  тура килмәне шул. Әммә  бот күтәреп өс көн, өс төн ял итеү форсаты теймәне.  Эҫе мәлендә тип тура балалар баҡсаһына саптым. Тәтәй кеүек кейенгән, ирендәрен ҡып-ҡыҙыл итеп буяп, ҡара ҡәләм менән уратып һыҙып ҡуйған ханым ихлас ҡаршы алды.

–Ҡыҙҙарығыҙҙы беҙгә  бирергә булдығыҙ инде, ә!

– Эйе, тап шулай.

 –Бик һәйбәт, бик һәйбәт. Иң тәүҙә балалар баҡсаһына  бүләк алып биреү кәрәк булыр, – тип һүҙен дауам итте хужа. – Әле генә Вәлиевтар – диван, Хужиндар һыуытҡыс  килтерҙе. – Унан бит остарын соҡорайтып йылмайып:

 – Хәлегеҙгә инергә  тырышып, һеҙҙән әллә ниндәй ҡиммәтле бүләк һорай алмайбыҙ инде,  телевизор булһа еткән,–тине.

– Телевизор?! –Ғәжәпләнеүҙән  күҙем маңлайға менде.«Әле үҙебеҙгә яңыһын алалған юҡ,  нух заманындағыһы ултыра», тигән уй йүгерҙе баштан. Ә  хужа минән дә нығыраҡ аптыраны шикелле. Әле генә май ҡояшындай йылмайып ултырған ханымдың йөҙө йәмрәйҙе.

–Ир башығыҙ менән шуға ла ваҡланып, иҫәпләшеп торорға уйламайһығыҙҙыр бит инде.  Һеҙ эт бәхетлеһе, юлламаны за дарма эләктергәнһегеҙ. Бәғзе берәүҙәр уны алыу өсөн егермешәр-утыҙар меңен сығарып һалһа ла, шыңшымай, – тигәс, әллә ҡалай булып киттем. Шул саҡ аяҡ аҫтындағы ер убылһа, биллаһи керер ҙә китер инем. Бүләк биреүҙең дә үҙ хикмәте бар икән. Йә, дундук, ошо йәшкә ҡәҙәр шуны белмә әле!

Әлегә  берәүҙең дә былай ҡаты иркен ат хаҡына торошло бүләк һорағаны юҡ ине шул.

В. ХАҠОВ.

Фото: www.vectorstock.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: