+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Май 2022, 13:30

Сәйгә саҡырҙы

(Юмореска) – Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?..– Һаубыҙ әле.Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Ғәзимәне тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик үҫкән саҡта бары­шып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.

Сәйгә саҡырҙы
Сәйгә саҡырҙы

Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар нисек, балалар…
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Ғәзимә беҙҙе: «Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!» – тип фатирына саҡырҙы.
– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғы­на торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған йортто ҡулы менән төртөп күрһәтте. – Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:
– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуйманы, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.
Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Ғәзимә ыңғайына ат­­ланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.
– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, бырамы оҡшаны. Быйыл Мысырға ба­рырбыҙ, тип торабыҙ.
Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.
– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.
– Кеше араһында кешесә йәшәргә ма­ташып ятҡан көн инде. – Ғәзимә беҙҙе бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп, йорт йы­һазын күрһәтә башланы.
– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. Шунса-шунса һум тора. Унан балаларының бүлмә­һенә алып керҙе.
– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәр­ҙәләренә һаҡ ҡына бармаҡ остары менән ҡағылды. – Матур, эйеме? – Ғәзимә, “эйе” тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.
– Эйе, әлбиттә!
Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.
– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.
– Улай икән…
– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.
– Шулай инде…
– Ирем миңә лә машина алып бирәм, тип әйтә.
Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:
– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүл­мәһенә юлланды. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән дә таныштырыуҙы дауам итте.
– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Ғәзимәнең ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто. – Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек, тигәндәй беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.

Венер ИСХАҠОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: