+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
13 Май 2022, 17:00

Буш хәбәр

(Бер ҡатын ауыҙынан) Ҡайһы берәүҙәрҙең юҡтан-барҙан хәсрәт уйлап табыуҙарына иҫең китер ул. Бына әле перепись һанын иҫәпләп сығарҙылар ҙа илдә ҡатын-ҡыҙҙар упсым күбәйеп киткән, ирҙәр сәпсим аҙ ҡалған икән тип зыҡ ҡубалар.

Буш хәбәр
Буш хәбәр

Телевизорын асһаң дә шул бер балыҡ башы, гәзитендә лә. Беҙҙең телгә бер нәмә эләгеү генә көс, булған-булмаған тештәр ҡойолғансы шуны серетәбеҙ бит инде. Шулай бер төркөм бисәләр,ирҙәр юҡ шул, ирҙәр юҡ шул, булған ғыналары ла эсеп ҡырылып бөтөп бара тип зар илашып ултыралар икән. Уларҙы тыңлап ултырған ҡыҙы:” Уй, әсәй, улай ҙа ирҙәр мул саҡта тыуып ҡалынған”, –тип ҡыуаған имеш. 

Кит инде, кит! Шул да булдымы хәсрәт! Нисек инде ирҙәр булмаһын ул! Бар ул, буйтым. Ышанмаһағыҙ, ана, беҙҙең ауылға килегеҙ ҙә ҡарағыҙ. Ике йөҙ өй, бер ҡараһаң, бәләкәс кенә ауыл кеүек ибет, ә шунда нисә ир бар тип беләһегеҙ, дашурта! Типһә тимер өҙөрҙәй, һуҡһа баҡыр иҙерҙәй, биттәре янып, мускулдар уйнап торған йөҙҙән ашыу егет бар. Һәр өй һайын тиерлек ресурс бар. Рәхим итеп, ыструйға теҙеп ҡуйып һайлап кейәүгә сыҡ. Без проблем. Ана, күрше Мәстүрә әбейҙә генә  айыу тотоп менерлек өс малайы бар. Хатмуллаһы бына-бына илле йәшен билдәләргә тора. Ғапрауының самый егет сағы ғына – яңыраҡ ҡына 47 йәш тулды. Ә унан кесерәге Ғатаға теүәл ҡырҡ биш тулды. Шулар ир булмай шайтаным булһынмы  ни тағы. Хут көн һайын кейәүгә сыҡ, етәрлек. Мин үҙемдән сығып әйтәм бына. Ниңә көләһегеҙ ул. Уңмаһаң уңға бар тип боронғолар бер ҙә белмәй әйтмәгән, кейәүгә сығыуҙың бер ҙә көлкөһө юҡ. 

Ниңә сыҡмаҫҡа, ти сығам. Алам тиеп арттан көтөүе менән йөрөйҙәр бит.  Ирҙәр муйындан ул. Шуға ла мин, мәҫәлән, үҙем һис кенә махы биреп тормайым. Бер көн шулай, Ғәрифем, икенсе ирем инде, көнө буйы өйҙә ултыраһың, бынау салбар-күлдәктәрҙе генә йыуып ҡуһың, ҡулың өҙөлмәҫ ине, тигән була. Эй, ғәрләндем. Хәҙер, көтөп торһон,  мин уға ҡаты-ҡотоһон таҙартыр өсөн барғанмындыр шул. Бына, йоҙроҡто еҫкәһен. Әйберҙәремде йыйып алдым да еппәртеп ҡайттым да киттем. Бында шул бапаҡтан иҙелеп йәшәп ятырға ней Никулай заманы барҙыр шул.  Шунан, хәҙер ирһеҙ зар-интизар булып ултыра тиһегеҙме? Юҡсы, ҡайтып өлөгөрмәнем, иртәгәһенә һоратып та килгәндәр.  Барҙымсы, бармайса, уңмаһаң уңға бар тип бустуйға әйтмәгәндәр. Тик уныһы ла әллә ниндәйерәк әҙәм булып сыҡты. Кешене һанап ҡарау өсөн йылдар ғына түгел, ике-өс көн дә етә. Бер аҙна ғына торһам да, буш ҡул менән ҡайтманым, теп-теүәл туғыҙ айҙан шалҡан кеүек йылҡылдап торған малайым тыуҙы. Ул баланы нисек ҡарамаҡсы булаһың тиһегеҙме? Һы, атаһы Себерҙә аҡса шапылдата, ә мин унан алимент шапылдатам. Ай һайын тып ун биш мең килеп кенә тора. Ундай аҡсаны уҡытыусы булып эшләгән әхирәтем төшөндә лә күргәне юҡ.

Өсөнсө ирем, анау салыш күҙ Моҡастан тамам биҙрәп ҡайтҡас, мәңге ир төҫө күрмәһәм дә ризамын  тип уйлағайным, тормош һин уйлағанса ғына булмай икән шул, талағың ташҡан ваҡытта эрәхәтләнеп, донъяның аҫтын өҫкә зыр әйләндереп  бер әрләр өсөн дә эргәңдә ирең булмағас ней ул, был донъяның ни йәме.  

 Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ тигән дөп-дөрөҫ әйткәндәр. Ҡайтҡаны бирле ишек яңағы тыңғаны юҡ. Киләләр ҙә етәләр, киләләр ҙә етәләр. Бына кисә генә берәү әсәһен эйәртеп килгән ине, ун тауығым, бер әтәсем бар, гөрләтеп йәшәрбеҙ ҙә китербеҙ, тигән була.  Мин уйлармын тигән булып тороп ҡалдым, йолаһы шулай бит. Сыразу барам тиһәң, силум сыға тип әйтерҙәр. Уйлайһы ла-нитәһе лә түгел, барып ҡарайымсы, барамсы! Ошондай сәскә кеүек ваҡытымда монашкалар кеүек өңрәйеп ултырырға ни! Быйыл ғына егет килеш кенә пенсияға сыҡҡан ти. Тик торғандан аҡса килеп торһон әле. Барамсы, барам! Был доняъла ике йәшәмәйем әле.

Бына шулай, ирҙәр юҡ тигән һүҙ бустуй хәбәр ул. Ирҙәр буйтым ул.

Венер ИСХАҠОВ.

Фото: infpol.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: