-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
19 Май 2022, 14:00

Заманса туй

Быға тиклем күҙгә күренеп кем менәндер күрешеп-һөйләшеп йөрөмәгәс, Зиләйлүктән туйға саҡырыу телеграммаһы алған әсәһе Йәмилә апай тертләп китте. 

Заманса туй
Заманса туй
Борсолоуҙарын ире Фәтих ағайға: ”Улай беҙҙе саҡырып ятыуы ней икән? Йәтим бала түгел, әйтһә, үҙебеҙҙең дә туй үткәрер хәл бар. Ауылда кеше күҙенә күрһәтмәй торған йәшерене барҙыр…” – тине. Фәтих ағай уға иҫе китмәне.
– Эшләп йөрөгәс, беҙҙе бимазалап тормайым, тигәндер. Ҡыуаныр урынына, юҡты ләпелдәйһең. Хәҙер ней йәштәр аңлы, туйҙы, моғайын берәй ашханала ғына йыйып үткәрәләрҙер. Иң яҡын туғандарын саҡырып, бер кис ултырһалар, шул етә.
Ысынлап та, Зиләйлүк менән Заһир ҡалалағы иң матур кафеларҙың береһендә ЗАГС-та яҙылышыуҙарын ғына билдәләп үтергә тип ата-әсәләрен, бер туған апай-ағайҙарын ғаиләләре менән саҡырған. Туй кеүек байрам итергә уйламаһалар ҙа, оло кешеләр ҡуя буламы һуң? Ике яҡ та күрешеп-танышҡас, исмаһам, бүләктәрҙе әҙәм рәтле теләктәр теләп тапшырайыҡ, тип, үҙҙәренекен эшләнеләр. Иң тәүге һүҙҙе Фәтих ағай алды:
– Зиләйлүк ҡыҙым, Заһир кейәүем! Һеҙҙе закунлы никахығыҙ менән бар йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ! Беҙ, әлбиттә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән боронғо йола буйынса ла танышып, алдан һөйләшеп-кәңәшләшеп туй үткәрер инек. Әммә, үҙегеҙ ошолай теләгәс, ярай әләйһә. Иң мөһиме – татыулыҡ кәрәк. Иҫән булһаҡ, саҡырышырбыҙ, тағы ла яҡыныраҡ танышырбыҙ, шулай ҙа инде, ҡоҙа, ҡоҙағый, ә?
Фәтих ағай, ҡыуаныстан сыҡҡан күҙ йәштәрен йәшермәй, ҡоҙалары яғына ҡараш ташланы. Улары ла, әллә илап ултырған, күҙ тирәләрен һөртә-һөртә йылмайышҡан булдылар. Быны күҙәткән Йәмилә апай, һинән булмаҫ тигәндәй, ҡулдарын һелтәп, үҙе алғараҡ сыҡты:
– Балаҡайҙарым! Мин күптән көткәйнем был тантананы. Эрәхмәт яуғырҙары, тимәк, әле үҙебеҙ тере саҡта ейәндәр һөйөргә яҙған икән. Әйҙә, булһын! Хәҙер йәштәрҙең шулайыраҡ шул. Бала алдан уйланыла, шунан ғына туй яһала. Ней булһа ла, балаҡай атай-әсәйле, өләсәй-ҡартәсәйле-олатайлы булһын. Туй тигәндән, тормош туйҙан ғына тормай, уртаҡ булһын уйығыҙ! – тине лә, Зиләйлүк менән Заһирға яҡыныраҡ килде.
– Бына был юрғанды ҡаҙ мамығының иң йомшаҡтарын ғына һайлап эшләнем. Уныһын үҙегеҙ ябынырһығыҙ. Ә быныһы – бәпес өсөн. Әлбиттә, алданыраҡ әйтһәгеҙ, яҫтығы ла әҙер булыр ине, өлгөртмәнем, ныу, тиҙҙән эшләп бөтөрмөн, килеп апҡайтырһығыҙ. Үәт, минән бүләк булды. Ә атайыңдан - бер ҡолон. Үҙе әйтергә хәле ҡалманы, күрҙегеҙ. Шулай йомшаҡ күңелле ул… Ҡолондо күпме теләйһегеҙ, шунса үҫтерербеҙ, тәрбиәләрбеҙ.
Зиләйлүк әсәһен ҡосаҡлап, рәхмәттәр әйтте. Заһир ҡул ҡыҫышты. Оҙаҡҡа һуҙмай, кейәү яғынан туғандар алға сыҡты. Улар бүләккә сабый өсөн коляска, уның эсен кейем-һалым менән тултырғандар, алһыу һәм зәңгәр төҫтәге таҫмаларға тиклем онотолмаған. Өлкән ҡоҙағый хатта, бәлкем, һөтөң етмәй башлаһа тип, бер йәшник ҡоро бутҡа алып килгән. Уларҙан һуң Зиләйлүктең бер туған ағаһы еңгәһе менән әүһәләк, оло моҡсайҙы аштырып бәпәй өсөн уйынсыҡтар бүләк итте.
Бына табын аҙағына яҡынлашты. Һуңғы һүҙҙе төп геройҙар алды:
– Саҡырыуыбыҙҙы кире ҡаҡмай, беҙҙең тәүге уртаҡ байрамыбыҙға килеүегеҙ өсөн рәхмәт, – тип ата-әсәләре алдында барып баш эйҙеләр. – Үҙенсәлекле бүләктәр хәстәрләүегеҙгә барығыҙға ла рәхмәтлебеҙ, – тип йылмайҙы шунан Зиләйлүк.
– Аһ-аһ, ниндәй үҙенсәлекле булһын тағы? Бына тигән бүләктәр! Хәҙер йәштәр ней, аңлы! Алдан бәпәй яһап, шунан өйләнә. Уның бер ояты юҡ, – тип ҡәйнә кеше аптыраған төҫ сығарҙы. Уға Йәмилә апай ҡушылды:
– Алдан күрешеп-һөйләшеп йөрөгәнегеҙҙе күрмәнек тәһәң. Танышыу ҙа булманы, әтеү нишләп баш бутап өйләнешеп ятаһығыҙ ул?..
Ғаилә башлығы булараҡ, Заһир бындай аңлайышһыҙ һорауҙарҙы үҙ өҫтөнә алды.
– Беҙ Зиләйлүк менән алты йыл бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Шуларҙың дүртәүһе, һеҙ әйтмешләй, күрешеп-һөйләшеүгә китте. Ә беҙҙең ҡауышыу төнөбөҙ, туйҙан һуңға килешелгән. Ейән-ейәнсәрҙәр тыуыр, тип вәғәҙә итәбеҙ, тик әлегә нигеҙ һалынмаған.
“Нисек инде? Аһ-аһ, нишләп өйләнешеп яталар һуң былар?” – тип шыбырлашты ҡоҙа-ҡоҙасалар. Зиләйлүк түҙмәне:
– Һуң, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ! – тип бөтәһе ишетерлек итеп ҡысҡырҙы. Бер кем дә бындай белдереүҙе көтмәгәс, залда ҡапыл тынлыҡ урынлашты. Шул саҡ Фәтих ағай ҡыҙы менән кейәүе янына йүгереп килде лә:
– Әйттем бит! Минең ҡыҙым ул! Ҡарсыҡ, бөтөнләй замана әбейенә әйләнгәнһең! Ә мин алдан уҡ эштең айышына төшөнгәйнем! Әсе, улай булғас, – тип кис буйына бер тапҡыр ҙа ишетелмәгән һүҙҙе ҡысҡырып, шатлыҡ күҙ йәштәренә ирек биреп, ҡул сапты. Уны бөтә ҡунаҡтар дәррәү күтәреп алды: ”Әсе! Әсе! Әсе!”
 
Рәзилә РЫҪҠУЖИНА.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: