+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
23 Май 2022, 14:00

Әбейҙәр һәм Фәриҙә

Ғәли ҒАТАУЛЛИН ЮМОРЕСКА Кис. Мейес артына ҡасҡан сиңерткәләрҙең нисәмә йылдар буйы бер ҙә үҙгәрмәгән йыры ишетелеп ҡуя. Улар ҙа тындылар. Бары тик ике әбейҙең ҡулдарында зыр-р-зыр- әйләнгән орсоҡ тауышы.

Әбейҙәр һәм Фәриҙә
Әбейҙәр һәм Фәриҙә

Ул тауыш бер көйгә ағыла ла ағыла. Әбейҙәр, тәмләп һөйләшә-һөйләшә, кис ултыралар.

— Эх, Зөләйхә, бар ине заманалар, бар ине! Ул ваҡытта ҡайҙа былай тыныс ҡына еп иләп ултырыу. Күсәрбай баҙарынан атай алып ҡайтҡан эрзинкәләрҙе кейер инең дә, алъяпҡыстың билен тағын да ҡыҫа төшөп, аяҡ осо менән генә сығып китер инең. Ә сыҡҡас...

Маһинур әбейҙең кәүҙәһе турая, тауышы асыла төштө. Орсоғо һуңғы тапҡыр әйләнде лә, туҡталды.

Уның әхирәте, күрше Зөләйхә әбейҙең, ара-тирә ҡалған керфектәренә йоҡо ҡуна башлағайны. Ләкин, Маһинур әбейҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғас, күптән һыу күрмәгән үлән ямғыр тамсылары аҫтында нисек бөгөлә-бөгөлә иркәләнһә, ул да шуның кеүек ултырғысын шығырҙатып күсерҙе лә, Маһинур әбейгә табан бөгөлдө.

— Әле лә исемдә, Маһинур, ҡайһы саҡта әсәйең мәрхүмә беҙгә керә ине лә, минең әсәйгә зарлана ине: йәнәһе, ҡасан был Маһинурыбыҙҙы кейәүгә бирербеҙ инде. Йүнле егет тә юҡ бит ауылда, бөгөндән бирер инем.

Ике әбей ҡых-ҡых итеп көлөп ҡуйҙылар.                                           

— Һис йоҡлап булмай, ти торғайны. Төн буйына өй янынан йырлайҙар ҙа үтәләр, йырлайҙар ҙа үтәләр. Ҡыҙ булманы, бәлә булды, тип һөйләй ине.

Зөләйхә әбейҙең орсоғо, әйләнеүҙән туҡтап, иҙәнгә үк төшөп китте. Орсоҡҡа күптән ҡыҙығып ҡарап торған бесәй уны тәгәрәтә-тәгәрәтә уйнай башланы.

— Сибәр инең шул, Маһинур. Беҙ ҙә көнләшә инек. Хәлим менән ҡауыша алмауығыҙ ғына үкенесле булды.

— Шулай шул. Бигерәк ярата ине шул, үҙем дә ярата инем. Аулаҡ урынға барыр инек тә, туйғансы һөйләшер инек. Тора-бара ул билемдән ҡосаҡлап алыр ине...

Маһинур әбей, әхирәтенең орсоғо менән уйнаған бесәйҙе ҡурҡытырға теләп урынынан ҡуҙғалмаҡсы булған ине лә, әхирәте уны ҡабат ултыртты.

— Шунан, шунан, Маһинур күрше?

Зөләйхә әбей күршеһе яғына боролоп уҡ ултырҙы, таҡта кеүек булып ҡалған күкрәген һыйпап ҡуйҙы.

— Билемдән ҡосаҡлап алыр ине, мин ҡарышҡан булыр инем, шунан һуң ул күкрәгенә ҡыҫҡан булыр ине. Мин тағын аҙ ғына ҡарыша инем дә, башымды уның күкрәгенә һалып, татлы уйҙарға бата инем... Эх-х, бар ине заманалар, бар ине! Хәҙер шул кистәрҙең береһе өсөн генә лә бөтөн ғүмеремде бирер инем.

— Һөйләмә инде, әхирәтәйем, ул саҡтарҙы, һөйләмә. Татлы төш кенә булды инде улар. Таң атҡансы үбешеүҙәр ҙә, бесән осорҙарында башты юғалтырҙай булып иҫәрләнеп йәшел үлән өҫтөндә аунаған саҡтар ҙа бар ине...

— Хи-хи, Зөләйхә әхирәт, бесән өҫтө тигәндән, шулай ялға туҡтағас, бер күбә артына барып ултырған инем, яныма Харис килде. Бер ҡулын иңбашыма һалды. Унан һуң ҡапыл ҡосаҡлап алды ла...

Кемдер әкрен генә ишек шаҡыны. Әбейҙәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, уфтанып ҡуйҙылар.

— Фәриҙә ҡайтҡандыр, башҡа кеше булмаҫ, — тип һөйләнә-һөйләнә Маһинур әбей ишек асырға китте. Ишектән, ысынлап та, Фәриҙә килеп керҙе. Яулығын ҡулына тотҡан. Туҙа төшкән сәстәре аҫтында көлөп торған зәңгәр күҙҙәр һәм ҡыҙара төшкән бит алмалары.

— Ошо заман йөрөйҙәрме ни?! Кино ла күптән бөткәндер бит! Көн дә клубҡа сабыу булмаҫ, ҡыҙым, иртәрәк әле һиңә...

Һүҙҙәре бүленгәнгә шаҡтай кәйефе ҡырылған Зөләйхә әбей ҙә һүҙгә ҡушылды.

— Беҙ ҡыҙ саҡта кистәрен тәҙрәнән генә ҡарап ултыра инек. Ә хәҙерге йәштәр кис булдымы — юғалалар. Ояттары юҡ, ниҙәре юҡ, өйөлөшөп клубта бейейҙәр.

— Ә беҙ тормошҡа сыҡмайынса егет төҫө күрмәнек.

— Эйе, хаҡ һүҙ, әхирәт, хаҡ һүҙ. Хәҙерге ҡыҙҙарҙы әйтәһе лә юҡ инде. Егеттәр артынан үҙҙәре сабалар...

Фәриҙә был һүҙҙәрҙе ятлап бөтөргән ине инде. Шуның өсөн бер һүҙ ҙә өндәшмәне, түргә үтте.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: