+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
30 Май 2022, 17:00

Суверенный Мәликә

(ЮМОРЕСКА) Әхәт менән Мәликә бергә йәшәп яталар. Тормоштары яҡшы ғына, барыһы ла имен. Ләкин һуңға арала Әхәт йәшел йылан ме­нән дуҫлашып китте, дуҫтар ҙа табылды.

Суверенный Мәликә
Суверенный Мәликә

Ҡатын: «Шешә менән дуҫлашыуыңды туҡтатмаһаң, мин һине ир вазифаһынан бушатам», – тип импичмент иғлан итте. Лә­кин Әхәт ҡырын һалып йөрөүен туҡтата алманы.
Бер көндө шулай йомшаҡ баҫып йырлай-йырлай ҡайтып ишекте шаҡыны. Мәликә: «Мин суверенитет иғлан итәм, хәҙер мин мөстәҡил. Ҡайҙа булдың, шунда бар», – тине лә ишекте шап итеп ябып инеп китте. Әхәттең кәйефе ҡырылып, иптәштәре янына барҙы ла: «Миңә Мәликә суверенитет иғлан итте», – тине. Иптәш­тәре шешә менән дуҫлашып донъянан артта ҡалған икән. Бер-береһенә ҡарашып алдылар. Марат дуҫы: «Ни һуң ул суверенитет? Берәй төрлө яңы сыҡҡан араҡы түгелме?» – тип һорап ҡуйҙы. Әхәт ябай һүҙҙәр менән генә булған хәлде аңлатып бирҙе лә, миңә хәҙер нисек йәшәргә, ти­гән һорау ҡуйып, иптәштәре араһында референдум үткәрҙе. Ике иптәше, бар донъяһына төкөрөп, Мәликәне онотоп, элеккесә типтереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәү тәҡдимен хуп күрҙе. Ә бына өс дуҫы киләсәк тормош тураһында уйлап, суверенный Мәликә менән дуҫлашып, яңынан бергә йәшәргә, тигән тәҡдимгә өҫтөнлөк бирҙе һәм еңеп сыҡты. Әхәт телефон аша Мәликәгә: «Беҙгә күрешеп, һөйләшеүҙәр үткәрергә кәрәк», – тигән хәбәр ебәрҙе.
Икенсе көндө «Дуҫлыҡ» кафеһының өҫ­тәле артында Мәликә менән Әхәт ара­һында юғары кимәлдә осрашыу үтте. Осрашыу, әгәр йәшел йылан менән дуҫ­лашыуыңды туҡтатһаң, мин бергә йәшәргә риза, тигән ҡарар менән тамамланды. Әхәт биш ҡуллап риза булды. Шулай итеп, Мәликә менән Әхәт яңынан берҙәм фирҡә төҙөп бергә йәшәй башланы.

Әҙип ШӘҢГӘРӘЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: