+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Июнь 2022, 14:00

Йомарт дуҫ

Венер ИСХАҠОВ  - Егеттәр, әйҙәгеҙ, сәйләп алайыҡ! Кәңәшмәнән сығып та өлгөрмәнек,  Мөхәмәт  үҙенә әйҙүкләне. Хәйер шулай  тип саҡырмаһа ла, эште иң тәүҙә уның бүлмәһенән башлайбыҙ. Был беҙҙең яҙылмаған ҡанун. Баш мөхәррирҙең “хәҙер үк”, “ошо арала” тип өтөп-ҡырып барған  һүҙҙәре  кәңәшмәнән сыҡҡанда уҡ ишектең теге яғында тороп ҡала...

Йомарт дуҫ
Йомарт дуҫ

- Эй, өлгөрөрбеҙ әле, башланмаған көн бар. Ҡайҙа ҡабаланырға!

- Шулай шул, эш ғүмере бөтмәй.

Мөхәмәт  шәшкеләребеҙҙе буш торғоҙмай, тыпылдатып ҡына тора.

- Ағаҡайҙарым, кемгә кофе, кемгә сәй?  Шәкәрҙе бер ҡалаҡ һалайыммы, икешәрме? – Шаяртып алырға ла онотмай.

Башлана иң мөһим кәңәшмә. Сәй шөпөрләтә-шөпөрләтә ял көндәрен энә күҙәүенән үткәрәбеҙ. Кем нимә эшләгән, ҡайҙа барған?

-Харап яҡшы  дуҫым бар минең.  Ну кисә  шәп итеп һыйлап  ҡайтарҙы әй, -  тип беҙгә ҡарап, ауыҙын йырып һүҙ башланы Мөхәмәт. - Унан ҡулындағы икмәген бер ҡабып алды, сәйен уртланы. Һәр беребеҙгә мут күҙ ҡарашын йүгертеп алды. - Дуҫ тигәс тә, ҡайһы берәүҙәр кеүек бер-беребеҙҙә ҡуна ятышып, ашап-эсеп ултырған юҡ та. Хатта ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйем.

Беҙҙең ҡолаҡ ослайҙы. Барыбыҙ ҙа уға төбәлдек. 

-  Ниңә  улай? – Түҙемһеҙләнеп һорай һалдыҡ.- Бергә уҡынығыҙмы?

- Юҡсы,  элегерәк бер тирәлә йәшәгәс, автобуста һөйләшеп, танышып киткәйнек. Ҡатынын эшкә урынлаштырырға ла ярҙам иткәйнем.  Шунан һуң аралар бигерәк яҡынайҙы. Сит ерҙә үҙ башҡортоң туған кеүек була ла китә бит ул. Берәй ерҙә яҙа-йоҙа осрашһаҡ, ауыҙын сабаталай йырып: “Хәлдәр нисек, дуҫым”, -   тип ҡосаҡлап  уҡ  ала. Ҡулды оҙаҡ усынан ысҡындырмай тора. Унан:  “Ниңә  килеп сыҡмайһығыҙ.? Килегеҙ, бер ултырып алырбыҙ”,  - тип  ҡунаҡҡа саҡыра башлай. Һыйларлығы ла бар шул. Берәй йомошо төшһә, гел миңә йүгереп килеп етә.  Фатир һатып алғанда ла  ярҙамлашҡайным.

“Дуҫ, һин генә ҡотҡара алаһың! Бына ипотека алырға ине, поручитель булырҙай кеше табылмай. Кеме үҙе  алған, икенсеһенең пропискаһы юҡ”, - тип йәлләткес  итеп мөлдөрәп күҙгә ҡараны.

Үҙегеҙ беләһегеҙ,  уны әйтеүе генә анһат. Бухгалтериянан теге-был ҡағыҙҙары кәрәк. Ундағы ялбырбаштары ла эшем эйәһе  булып  мәңге бушамай. Үҙҙәре нисә ҡарама сәй эсеп ултыра. Ана яҙып бирәм, бына яҙып бирәм, тип аҙна ғүмер үтә. Унан банкка бергә барырға кәрәк. Ваҡыт яғы бик тығыҙ булһа ла, барҙым. Ул дуҫымдың ҡыуанысын күрһәгеҙ,  шатлығынан күҙ йәшен һөртөп алды. Ҡосаҡлап алып уҡ “Рәхмәт тә рәхмәт" ти. Алла бирһә, фатирға күсһәк, һеҙҙе беренсе булып саҡырам, беренсе булып саҡырам. Йә, ошонда һин булмаһаң, кемгә баш эйеп барыр инем”, - ти.  

Бер сама ваҡыт үткәс, таныштарҙан дуҫымдың гөрләтеп фатир туйлауын ишеттем. Кәйеф  бер аҙ ҡырылһа ла, ярай, мин уға кем, ете ят кеше, туғандарын, яҡындарын саҡырғандыр,  тип уйланым.

-Шулай шул! – тип беҙ баш һелктек.

- Бер көндө ошо дуҫым йәнә йүгереп килде, - тип йәнә  һүҙ башланы Мөхәмәт. “Дуҫым, һин генә ҡотҡара алаһың инде”, – ти.  Ҡотом осоп: “Бер-бер хәл булдымы әллә?” – тим. “Юҡ та, бына машинаны яңыртырға кәрәк ине. Шунса сама ғына аҡса етмәй. Ауылға кәлтерәп бөткән машинала ҡайтып булмай ҙа инде”, – ти.  Шунса самаһы теүәл йөҙ мең инде. Үҙебеҙҙең ул сама аҡса ла юҡ  ине. Ағайымдарҙан һорап булһа ла  бирҙем. Дуҫың өсөн бер нәмә лә йәл түгел. “Рәхмәт тә, рәхмәт,  әлдә һин бар әле”, – тип арҡамдан дөпөлдәтеп һөйөп алды. Унан бер туған ағайҙарына, апайҙарына аҙарынды. “Әллә ниндәй кешеләр. Ағайым еңгәнән уҙа алмай, падкаблучник, апайым - иренән, тигәндәй”.  Ул туғандарын яманлаған һайын үҙемдең шәплегемә үҙем ҡыуанам. Ҡыуанысынан йөҙө айҙай балҡыған дуҫым өйөнә саҡырҙы. "Әйҙә бер килеп сыҡ әле, иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ”, -  тине.

Беҙ Мөхәмәтте кинәнеп тыңлайбыҙ.

- Кит, ни өсөн  саҡырған ергә бармайһың? – тибеҙ. - Беҙ булһаҡ, шунда уҡ йүгереп сығып китер инек. Кешене әҙәмгә һанамаған һымаҡ була ла ба һа.

–Ҡайҙа инде тиҙ генә сығып китеү. Дуҫыма әйтмәһәм дә, уға изгелек эшләй алыуыма эстән генә ҡыуанам. Сауабы ҙур бит. Шулай апаруҡ ваҡыт үтте. Ниңәлер дуҫымдың тауыш-тыны ишетелмәй. Ярай, ваҡыты юҡтыр, тим. Бер көн хәлен беләйем әле тип шылтыратһам, телефонын алманы. Унан һуң йәнә шылтыраттым. Уңайһыҙ булып китте. Юҡҡа кеше бимазаламайым әле. Бушамай торғандыр. Эш кешеһе бит. Шулай апаруҡ ваҡыт үткәс, төн уртаһында телефон шылтыраны.  Әлеге дуҫым ине. Тәккә кеше төн уртаһында шылтыратмай. “Дуҫ, ҡапылда ғына аҡса кәрәк ине, биреп тор әле. Һинеке һәр ваҡыт була торған”, - тине. Иртән аҡса килеп алды ла  киткән сағында йәнә ҡунаҡҡа саҡырҙы. “Килеп сығыр инегеҙ, әтеү берҙә ултырған  юҡ”, -  ти.  Әлбиттә, дуҫымдың һүҙҙәренән оялып, башымды түбән эйҙем. “Һис кенә ваҡыт еткереп булмай. Ял булһа, йә ауылға ҡайтабыҙ, йә башҡа эше сығып тора. Ярай, башҡа ваҡыт”-  тип аҡланған булам. 

Бер көн ошо дуҫым бысҡымды алып торҙо. “Үҙемә кәрәк булырға тора”, - тигәс,  “Борсолма, эш бөткәс үк килтереп бирәм”, -  тине. Хушлашҡан саҡта: “Ярай әле һин бар, дуҫым, әйҙәгеҙ, берәй ҡунаҡҡа килеп сығығыҙ әле”, тип ҡулымды тағы ҡыҫып, ҡат-ҡат рәхмәт уҡыны. Бер аҙҙан үҙемә лә бысҡы кәрәк булғас, дуҫыма шылтыраттым. Ярай әле был юлы ваҡыты булып, алды. Хәл-әхүәл һорашҡас, уңайһыҙланып ҡына: “Бысҡы кәрәк ине бит әле”, - тинем. “Ярай, ярай, килтереп бирермен”, -  ти.

 Әммә ни ғәләмәт  дуҫымдың “ярайы” бик оҙаҡҡа һуҙылды. Моғайын, ваҡыты булмай торғандыр. Үҙен йәлләп ҡуйҙым. Кисә йәнә дуҫымдың телефонын йыйҙым да: “Бөгөн һиңә барып сығырға ине, бысҡы кәрәк ине, бер юлы өйөңдө лә күреп ҡайтырбыҙ. Әтеү һис кенә лә үҙегеҙгә барып  булмай”, - тинем. Дуҫым саҡ ҡына тынып торҙо. “Эй, бөгөн булмай шул. Театрға йыйына инек. Бик шәп спектакль була.  Әйҙә, башҡа ваҡытта. Ә бысҡыны хәҙер үк үҙем апкиләм”, - тимәһенме! Ярты сәғәт үттеме-юҡмы,  шунда уҡ килтереп бирҙе лә ғәфү үтенде. “Әллә нисек килеп сыҡты. Бында ауылдан ҡунаҡтар килгәйне, уларҙы спектаклгә алып барырға билет алдыҡ. Өфөнө күрһәтергә ине. Ярай, бөгөнгө менән көн бөткәнме! Башҡа ваҡытта саҡырырмын әле”, - тине.

Ул көн беҙ ҙә ҡатыным менән театрға барҙыҡ, әммә күҙ ҡарашыбыҙ менән күпме генә эҙләһәк тә, дуҫымды тап итә алманыҡ. Аптырағас телефондан: “Һеҙ ҡайһы рәттә ултыраһығыҙ ул? Күренмәйһегеҙсе”, - тип һораным. Дуҫым ыҡ-мыҡ итте.  Унан: “Беҙ бөгөн килеп тормаҫҡа булдыҡ”, -  тип яуапланы.

- Ысынлап та, шәп, йомарт  дуҫың бар икән, - тинек беҙ.

Фото: ru.depositphotos.com

 

Автор:
Читайте нас: