+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
5 Июнь 2022, 13:00

Ырымдарға ышандым

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Юмореска) Минең бик көйөнөслө, үтә сетерекле хәлдәргә тө­шөүемә күршеләрем Сә­мәмиә менән Өмәмиә ғә­йепле.

Ырымдарға ышандым
Ырымдарға ышандым

Ҡаңғыраҡ ҡасабаһында донъя көткән ҡустымдың илле йәшлек юбилейына барырға әҙерләнеп йөрөй инем. Йомошом төшөп, йәһәт кенә Сәмә­миәгә керҙем. Ул һауыт-һаба йыуып тора. «Байрамға барам, өйөмә, зинһар, күҙ-ҡолаҡ бул», – тип әйтеп тә бөттөм, ҡулын­да­ғы ҡалаҡ-сәнскеләре иҙәнгә төшөп тә китте.
– Хәҙер ҡунаҡтар килә.
– Ниңә улай тиһең?
– Мәғәмиә, ошо йәшеңә етеп ырым-юрауҙар барлығын да белмәйһеңме? Ҡалаҡ-сәнске төшһә – ҡатын-ҡыҙ, бысаҡ төш­һә – ир-ат килә.
Сәмәмиә хәбәрен осларға ла өлгәрмәне, дүрт ҡатын-ҡыҙ килеп кермәһенме! Юрауҙың юш килеүенә таң ҡалдым.
Күршем табынға саҡырһа ла, ваҡыт наҡыҫлығына һылтанып, ҡайтып киттем. Күстәнәстә­рем­де күтәреп, йәһәтләп юлға сыҡтым.
Ҡаңғыраҡ ҡасабаһы мин ғүмер кисергән Аптыраҡ ауылынан алыҫ түгел – ни бары биш саҡрым. Шунса ғына араға автобус йөрөтмәйҙәр – йәйәү генә елдерәбеҙ.
Ҡапҡанан сығыуым булды, ҡаршыма ҡап-ҡара бесәй осраны. Йәшәмәгер нәмәкәй, мине генә көткәндәй, мыяулап то­роп, яман таҫрайҙы. «Ҡара бесәй осраһа, юл уңмай», – ти­гәнде һәйбәт беләм. Юлымды ҡыймаҫ элек уны урап үттем. Инде бесәй артта ҡалды, тип ҡыуанһам, эт өргәне ишетелде. Эттән шөрләгән мәхлүк минең алға сыҡты. Бесәйҙең юлына арҡыры төшөргә тырышып, мин дә алға томоролдом. Ул хәҙер минән ҡурҡҡандыр – уҡтай атылды. Ҡыҫҡаһы, әллә күпме баҫтырыштыҡ. Ниһайәт, был йән эйәһе Йәнғәле ҡарт­тың өйө эргәһендә үҫкән бейек өйәңкегә менеп китте. Уның ағастан төшкәнен көтөп булмай ҙа инде. Хәлем дә хөртәй­гәйне, даръя эсерҙәй һыуһа­ға­йным да. Өйөмә кереп, һыу эсеп сығырға кәрәк. Байтаҡ ара баҫтырышҡанбыҙ икән – саҡ ҡайтып еттем. Танһығым ҡанғансы һыу эстем. Шул саҡ: «Юлыңдан боролоп, өйгә кер­гәс, аҙыраҡ ултырырға кәрәк, юғиһә юл уңмай», – тигән ырым иҫкә төштө. Хәл кергәнсе оҙаҡ ҡына ултырҙым. Юлға ауырлыҡ менән ҡуҙғалдым. Ҡапҡаға еткәс йәнә кире боролорға тура килде: шәңкәләр тултырыл­ған сумкамды онотҡайным. Өйгә йәнә кермәйенсә әмәл юҡ. Күстәнәсһеҙ ни йөҙөң менән туған-тыумасаға күренә­һең. Ишегемде асҡас, аяуһыҙ асыҡҡанымды тойҙом. «Ҡаңғы­раҡтан ҡайтҡас, ашармын», – тип ҡалдырған шәңкәне йы­пыр­ғас, йоҡо баҫты…
Эт лауылдағанға уяндым. Ишекте бикләп ҡапҡаға табан туйтаңланым. Әй, Аллам, ҡар­шыма Өмәмиә осраны.
– Һаумыһың! – тим.
– Һау! Һаумын! – Ул юлын дауам итте.
«Ҡатын-ҡыҙ осраһа, артынан өс мәртәбә төкөрөргә кәрәк, юғиһә юл уңмай», – тигән юрау иҫкә төштө. Мин Өмәмиәнең артынан төкөрҙөм: «Тфү! Тфү!» Шулай ике мәртәбә төкөрөргә өлгөрҙөм. Ә өсөнсөһөндә… Ни ҡәҙәре шым төкөрөргә тырыш­һам да, әллә тауышты ишетте, әллә һиҙенде – бисәкәй йәшен тиҙлегендә миңә табан әйлән­де. Төкөрөк әлдә битенә тей­мә­не, күкрәк тәңгәлендә йә­беш­те.
– Ниндәй үсең бар ине?! – тип аҡырҙы Өмәмиә күҙҙәрен аҡайтып.
– Бер үсем дә юҡ. Ҡылығым – боронғо ырым-юрауҙар ғына.
– Хәҙерге заман ырым-юрауҙарҙы беләһеңме? Бел­мәһәң, бел: мыҫҡыл иткәнең өсөн илле мең һумыңды тиҙ генә кеҫәмә һал!
– Шул тиклем аҡсаны шул арала ҡайҙан табайым?! Биге­рәк күп һорайһың.
– Шул тиклем аҡсаны ҡайҙан табайым, имеш… Ҡустыңа илле мең әҙерләгәнеңде Сәмә­миәгә һөйләгәнһең. Мин дә ишеттем. Ярай, илле меңде йәл­ләһәң, хөкөмгә тарттырып, йөҙ мең алырмын!
Әллә ҡурҡыуҙан минең тауышым да көрәйҙе:
– Булмаҫ!
– Булыр! Йөҙ мең бирмәһәң, рәшәткә артына ултырырһың.
Кемдең рәшәткә артында ултырғыһы килһен? Минең дә тотҡонда зарыҡҡым килмәй. Кеҫәмдән илле мең һалынған төргәкте йәһәт кенә алып Өмә­миәгә һондом. Йәл, би­герәк йәл – илле йәше менән туға­ным­ды ҡотлармын тип, ни ғүмер йыйғайным…
Ҡул сәғәтенә күҙ төшөрҙөм, ете тулғайны. Кафела тантана башланып тора. Арығанмын, тал­сыҡҡанмын, йәнтәслим ты­рышһам да Ҡаңғыраҡҡа һи­геҙ-туғыҙҙарға ғына барып етә­сәкмен. Тимәк, юбилей байра­мын күрергә яҙманы… Ҡыҙыл эңерҙә юлға сығырға ҡурҡыта ла. Сараһыҙҙан кире боролор­ға тура килде.
Ғажиз булып, күпме ултыр­ған­мындыр, ахмалға төшкән күршем килеп керҙе.
– Шар асыҡ ҡапҡаны күргәс, бүлмәңдә шәм яҡтыһын шәй­ләгәс, хафаландым. Юбилейға барам, тигәйнең дә, ниңә һаман ҡуҙғалмайһың?
– Һуңланым. Юрауҙар менән баш бутап, юрғалай торғас, көн үткәнен дә һиҙмәнем.
Уға бөтә кисергәндәремде тәфсирләнем.
– Ә бит һинең юрауың ифрат юш булды. Шуға мин дә…
Сәмәмиә һүҙемде бүлдерҙе:
– Мине ғәйепләмә, берҙән, халыҡта ырым-юрауҙар әле лә йәшәй. Икенсенән, бергә эш­лә­гән әхирәттәремде үҙем ҡунаҡҡа саҡырғайным – улар­ҙың килерен белә инем. Йә, ҡайғырма, туғаның хәлеңде аңлар, үпкәләмәҫ. Иртәгә ба­рырһың.
– Әллә… Һәйбәт бүләгем дә юҡ. Ырымдарға ныҡ ышанғас ни… – Мин буш кеҫәмде һәр­мәнем.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: