+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
10 Июнь 2022, 12:00

Эт булып арыным

Венер ИСХАҠОВ Юмореска – Уф Алла! Хәл бөттө ул! Был ялда ла әҙәм рәүешле ял итеп булманы. Грамм да бушаманым, эт булып арыным, ҡыл өҙөрлөк тә хәл ҡалманы. Кисә  нисек ятҡанмын, бөгөн шулай килеп торғанмын. Үлек кеүек йоҡлағанмын.

Эт булып арыным
Эт булып арыным

Дүшәмбе  эш бүлмәһенә килеп ултырыу менән ул ял көндәрендә нимәләр эшләүе хаҡында һөйләй башланы.

– Шул тиклем нимә ҡыйраттығыҙ һуң?

- Йәй көнө мәшәҡәт бөтәме ни! Аҙна буйы эшкә килмәһәң дә, өлгөрөп булмаҫ. Баҡсаға барҙым. Быйыл уңыш шул тиклем мул! Баҡсалағы емеш-еләктәрҙе күрәләтә әрәм итеп буламы?!  Ҡурай еләген йыйып, әллә нисә банка үәринйә, компот әҙерләнем, ҡаҡ эшләнем. Ҡышҡылыҡҡа йәшел тәмләткестәре лә кәрәк. Белмәйһеңдер әле, петрушка, шпинат, укроп бик файҙалы. Бөтә дарыуҙар, витаминдар шул үләндәрҙә бит.  Уларҙы   ҡышын табып булмай. Киҫеп, турап туңдырғысҡа һалдым.  Помидорым, ҡыярым быйыл харап уңған, тәгәрәшеп яталар. Уларын эш итеп банкаларға тултырғансы төн уртаһы етте. Быйыл муйыл да шәп! Тәбиғәт биргән байлыҡты нисек йыймайһың? Кисә барып, ике биҙрә тиреп алып ҡайттым.

– Ул тиклем муйылды ни эшләтәһең?

– Нисек инде ни  эшләтәһең? Бәлеш бешерәһең! – Ул  бәлеш ашағандай ауыҙын сәпелдәтте. Мин, мәҫәлән, үҙем муйыл бәлешенән тәмле бәлеш белмәйем. Теләһәң, һиңә лә өйрәтермен.  – Унан ҡаршы өҫтәлдә ултырған һылыуға йәнә ҡараш ташлап, һүҙен дауам итте:

– Динара һеңлем, эш итә белһәң, бөтә үлән дә файҙалы бит ул. Халыҡ шуны аңламай. Бына һин ҡыҙыл сөгөлдөр япрағын ни эшләтәһең?

– Ни эшләтәм тип ни инде, ташлайым.

– Ә мин әрәм итмәйем!

– Ғәжәп!

– Бер ҙә ғәжәп түгел,  күптәр уның файҙаһын белмәй бит, бына һин дә белмәйһең. Витамин салаттары әҙерләгәндә сөгөлдөрҙөң йәш япраҡтарын да һалып ебәрәм. Ул айырыуса бер тәм бирә. Борщ бешергәндә лә ҡулланам. Әгәр япраҡтар күп булһа, бәлеш тә бешерәм, йәшел һуған менән йомортҡа ҡушам. Голубцы эшләгәндә эслекте сөгөлдөр япраҡтарына ла төрөргә мөмкин. Харап тәмле була...

– Буй еткән  ике ике  ҡыҙың да бар.  Улар ярҙам итмәнеләрме ни?

– Ә улармы? Әхирәттәре менән тәбиғәткә сыҡтылар.

– Ә һин бешергәнде ашайҙармы?

– Ашамаған ҡайҙа! Кистән ҡайтҡас, эй, асыҡтыҡ тип һыпырып һалып ҡуйҙылар.

 Төшкө аш ваҡытты ла етте. Сәй ҡайнап сыҡҡас,  ул ҙур  ихласлыҡ менән һыуытҡыстан бәлешен сығарып, өҫтәлгә ҡуйҙы.

– Кисә ауылдан  туғандар килгәйне, ҡунаҡтарҙы һыу менән генә һыйлап булмай бит инде. Бик арыһам да, бәлеш бешерә һалдым. Эй, маҡтап ашанылар...  Һеңлем дә ауыҙ итһен тип,  һиңә лә алып килдем  әле. Йә, нисек булған?

– Бик тәмле булған!

– Ҡатыным да мин бешергәнде гел маҡтап ашай ул. – Әмир ағай ауыҙын сабатлай йырып ихлас йылмайҙы.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: