+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
14 Июнь 2022, 10:00

Ыһы!

Факил МЫРҘАҠАЕВ (Юмореска) – Йоҡо маҙаһы бирмәй, төн битендә кем йөрөй икән? Бынағайыш, асҡанды ла көтмәй, ишекте емереп алып бара! 

Ыһы!
Ыһы!

Атаһы тиһәм, ул ҡарауылда, таң атҡас ҡына ҡайта. Улым микән ни? Уның шулай ваҡытлы-ва­ҡытһыҙ йөрөй торған ғәҙәте бар. Улым, һинме?

– Ыһы!
– Кеше ҡурҡытып, ни эшләп йөрөйһөң? Йомошоң бармы әллә?
– Ыһы!
– Төҫөң ҡасҡан, тағы талаштығыҙмы?
– Ыһы!
– Эштән ҡайтышлай ип­тәштәрең менән мордо­бой­каға һуғылдығыҙмы?
– Ыһы!
– Берәр көрөшкә һыра һемерҙегеҙме?
– Ыһы!
– Эшең ауыр шул, ир-атҡа ара-тирә төшөрөп алыу ҙа фарыз, арыуҙы баҫыр өсөн. Килен шуны яратманымы? Енләндеме, күҙемә күренмә, тип ҡыуып сығар­ҙымы?
– Ыһы!
– Шуға сат йәбештең бит! Әйтерһең, ҡыҙҙар бөткән. Беренсе мөхәббәт, имеш. Үпкән-ҡосҡан елгә осҡан, уларҙың һәр береһенә өй­ләнә башлаһаң...
– Ыһы!
– Беҙ димләгән ҡыҙҙы оҡшатмаған булдың. Имеш, ялҡау. Кейәүгә сыҡҡайны, ана, унан да егәрле килен юҡ хәҙер. Донъялары әйлә­неп сыҡҡыһыҙ. Ә һеҙҙең?..
– Ыһы!
– Ярай әле, эшләгән ереңдән, аҡса түләп булһа ла, фатир ала алдың, кеше өҫтөндә йөрөр инегеҙ әтеү! Атайың менән беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ, ауыҙыбыҙҙан өҙөп булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек.
– Ыһы!
– Килендең элек тә эшкә барымы юҡ ине. Бала тап­ҡайны, сәпсим туғарылды. Имеш, күңеленә ятҡан эш юҡ. Ҡулымдан килмәй, тип тураһын әйтергә оялалыр инде. Пенсияла булһаҡ та, беҙ ҙә тик тормайбыҙ: ата­йың ҡарауылда, мин дә, килен кеүек, өйҙә түшәмгә төкөрөп ятмайым, иҙән йыу­ған булам үҙемсә шунда. Иш янына ҡуш. Ә килен арҡыры ятҡанды буйға һалмай.
– Ыһы!
– Ейәнемде тыуған көнө менән ҡотларға тип бар­ғайным. Тейәнеп. Ул яратҡан ваҡ бәлеш бешерҙем. Килен компьютерға ҡапланған, бала-саға һымаҡ. Башын күтә­реп тә ҡараманы. Бер сына­яҡ сәйен йәлләне. Күтәренеп килеүең о`кей булды әле, ти. Бөгөнгә ашарға бешереүҙән ҡотолдом, ти... Эштән ҡайт­ҡас, тамағыңды туйҙырҙың­мы һуң? Әллә шунда уҡ ҡыуып сығарҙымы?
– Ыһы!
– Ултыр, һерәйеп торма, йәнемде көйҙөрөп. Хәҙер аш йылытырға ҡуям. Атайың ҡоро сәй менән генә хуш­һынмай, аш таптыра.
– Ыһы!
– Атайыңдан йәшереп кенә тотҡан ярты бар ине. Берәй йөҙ грамм тотоп ҡуя­һыңмы? Хәл кереп китер.
– Ыһы!
– Ҡайтып йөрөмә, үҙе­беҙҙә генә йоҡла. Әйҙә, бер үҙе ятһын тилереп теге күн бит!
– Ыһы!
– Әллә өйөңә генә ҡайтып йоҡлайһыңмы? Ҡатын-ҡыҙ шулай инде ул. Туҙынып, саңын ҡағып алмаһа, күңеле булмай. Тынысланғандыр инде.
– Ыһы!
– Тағы болара башлаһа, мах бирмә, ишекте шартлата ябып, сыҡ та кит! Таштан яралмағанһың, түҙемлектең дә сиге бар. Әллә ҡайҙа йө­рөмә төртәңләп, тура үҙе­беҙгә кил, һиңә генә урын табылыр, тыуған йортоң бит.
– Ыһы!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: