+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
17 Июнь 2022, 10:00

Кисә үлгән булһам...

(Юмореска) Мәхмүт мәктәбен күрергә килде. Уны тамамлауға ла утыҙ йыл булып киткән. Ике ҡатлы бина тыштан ғына таныш булып сыҡты. Мәхмүт эстән уны танымай торҙо.

Кисә үлгән булһам...
Кисә үлгән булһам...

«Евро» тип атал­ған ремонт яһағандар. Бер ҙә ҡала мәктәбенән кәм түгел. Тырышып уҡы ла уҡы.
Тәнәфес ваҡытына тура килде. Уҡытыусылар бүлмәһенә ҡарай атланы. Һаулыҡ һораш­ҡас, уҡытыусыларҙы байҡаны, ләкин таныштарын күрмәне. Йәштәр. Уларҙан хәлен һо­рашты, уҡыусыларҙың уҡыуын белеште. Ҡайҙа ла балалар балалар булып ҡала инде, шаяндар, ләкин уҡыйбыҙ, тип тырышып торалар.
– Беҙ ҙә бала саҡта шаян бул­дыҡ, – тине Мәхмүт. Әллә ҡа­сан ауылдан күсеп киткән дуҫының улы ошо мәктәптә эшләүен иҫкә төшөрҙө. – Физиканан уҡыта, исеме Марат булһа кәрәк, ҡайҙа икән?
– Ул «отработка» тип аталған ваҡыты бөткәс, бизнесҡа китте,– тине үҙен Әнисә тип та­ныт­ҡан уҡытыусы. – Үҙеңдең эшеңде асыр өсөн отработка эшләргә кәрәк. Бына мин дә отработка ваҡыты үтеүен көтөп уҡытып йөрөйөм. Бизнесҡа ки­тәсәкмен. Йәштәр бөтәһе лә шулай итә. Закон шулай ҡуша. Кем бизнеста янып, банкротҡа төшөп, кире уҡытырға килә. Бизнесҡа барырға теләмәгән уҡытыусыларҙы, ниңәлер, «призвание» тип атайҙар. Әй­терһең, уҡытыусы һөнәре юҡ.
Тайгала урман ҡырҡып ятып, донъянан артта ҡалынған икән.
Өләсәйем әйтмешләй, кисә үлгән булһам, бөгөн белмәҫ инем быны.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: