+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
17 Июнь 2022, 12:00

Яҙылмаған мәҡәлә

Венер ИСХАҠОВ Оперативкала баш мөхәррир: – Районыбыҙҙың иң абруйлы кешеһе Ғилман Әхмәтовтың тиҙҙән юбилейы. Уның хаҡында матур ғына мәҡәлә кәрәк булыр. Кем яҙырға теләй? – тигәс:

Яҙылмаған мәҡәлә
Яҙылмаған мәҡәлә

– Мин, – тип урынымдан ҡалҡынып, ҡулымды болғағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Ярай, – тип ризалыҡ белдерҙе хужа. – Улайһа киләһе дүшәмбегә әйбереңде өлгөртөргә тырыш, йәме. Ундай аҫыл ир-аттар беҙҙә күп тип булмай. Улар тураһында башҡалар ҙа белергә тейеш. Бигерәк тә йәштәр фәһем алып, улар кеүек йәшәргә тейеш, – тип тә өҫтәне.
Оло кешене йонсотмайым тип үҙем өйҙәренә барҙым. Күркәм генә йорт. Хужабикә өлтөрәп килеп ишекте асты.
– Әйҙә, үт-үт, балаҡайым!
– Әллә Ғилман ағай өйҙә юҡмы?
– Өйҙә, өйҙә! Бер аҙ серем итеп алайым тип ятып торғайны. Хәҙер әйтәм.
Ғилман ағай менән һөйләшеү бик еңел килеп сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр хаҡында яҙам тиһәң, ауыҙынан һүҙ тартып алып булмай хыялый булаһың. Ә ул минең һорағанды ла көтөп тормай үҙе тура­һында һөйләне лә һөйләне. «Бына бы­ныһын шуның өсөн бирҙеләр, тегеһен шуның өсөн», – тип һәр маҡтау ҡа­ғыҙын, орден-миҙалдарын күрһәтеп, уларҙың тарихын, ваҡытын сурытты.
– Уй, зәһәр эшләнем бит. Аҙналар буйы өйгә ҡайтып кермәгән саҡтар бар ине. Командировканан ҡайтып инергә өлгөрмәйһең, тағы ҡайҙалыр барырға. Шулай эш, эш тип сабыулап, ғаиләне лә, балаларҙы ла күрмәй торғайныҡ.
Геройымды тыңлаған һайын уға һоҡланыу тойғоһо көсәйә барҙы. Бына, исмаһам, шәхес, бына, исмаһам, кеше. Хатта үҙем өсөн оят та булып китте әле. Эш сәғәте бөтөр-бөтмәҫтән өйгә һыпыртыу яғына ҡарап ҡына торам. Баянан бирле Ғилман Әхмәт улынан ҡатыны, ғаиләһе тураһында һорашырға уйлаһам да, уны бүлдерергә уңай­һыҙланып ултыра инем, һүҙҙе үҙе башлауы ҡалай йәтеш булды.
– Тимәк, һеҙҙең уңышығыҙҙа хәләл ефетегеҙҙең дә өлөшө ҙур, – тип әйтеп һалдым.
Инде үҙе тураһында ҙур кинәнес менән һөйләп ултырған ағайҙы ен алмаш­тырҙымы ни! Ул бөтөнләй үҙгәреп китте. Күҙенең ағы менән сәнсеп ҡараны.
– Ҡайҙан булһын! Минең арҡала ел-дауыл күрмәй йәшәне инде. Ана, теге ыспамагательный ышкул бар бит әле, шунда йөрөгән булды инде, – тине. –Унан йәнә миңә ҡараны ла:
– Һеҙ нимә, минең тураламы, әллә уның тураһында яҙырға уйлайһығыҙмы ни? – тип һораны.
– Эй, ағай, һеҙҙең турала, әлбиттә. Шулай ҙа мәҡәләбеҙ тулы булһын өсөн ҡатынығыҙ, ғаиләгеҙ хаҡында ла яҙырға кәрәк.
– Юҡ-юҡ-юҡ! Ул ни причем! Яҙмағыҙ ҙа, нитмәгеҙ ҙә! – Ағай ярһып уҡ китте...
Ул ваҡыттағы һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ҡына ваҡыт уҙҙы. Эш бүлмәһендә телефон шылтырағанға алһам, Ғилман Әх­мәтов. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул:
– Гәзитте ҡарап барам, минең турала яҙған мәҡәләгеҙ күренмәйсе, – тине.
– Ағай, мәҡәләм күптән яҙылып бөттө тигәндәй, тик бына шул арҡала нөктә ҡуя алмай торам, – тип сәбәбен аң­латтым.
– Әлеге лә баяғы бер балыҡ башы, нимәһенә шул тиклем шуға йәбешеп яттығыҙ, ә, – тигән тауыш ишетелде те­лефондың теге башынан. – Шул ҡәҙәрем нимә ҡыйратҡан ул мейес бисураһы. –Ғилман Әхмәт улы бер сама пауза яһаны ла:
– Улайһа, бөтөнләй яҙмағыҙ, – тине лә хушлашып та тормай трубканы ташланы.

Шулай итеп, абруйлы кеше тура­һын­дағы мәҡәләм яҙылмай ҡалды.

Фото: ru.depositphotos.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: