Ниһайәт, йоҡларға әҙерләнеп торғанда, ул бүлмәнең ишеген асты. Ҡанаттарын йәйгән һандуғасҡа оҡшаған зонтик тотҡан. Ул шул тиклем матур, хатта Илдарыбыҙҙың әрекмән япрағылай ҡолағы ла күҙгә бәрелеп тормай.
— Хужаһын ишек төбөндә ҡалдырҙыңмы әллә? — тине Харис, юрған аҫтынан башын сығарып.
Шаярыуҙарға ҡолаҡ һалманы Илдар. Зонтиген ҡәҙерләп элеп ҡуйҙы, бары тик шунан һуң ғына беҙгә ҡараны.
— Бер ҡыҙ менән таныша яҙҙым, уныҡы...
...Автобусҡа ултырғас Илдар төньяҡ балҡышы кеүек гүзәл ҡыҙ менән осрашҡан. Ләкин, әллә ҡыҙҙың күңелен иретерлек йылы һүҙ таба алмаған, әллә инде хәйерһеҙ сәғәт булған, һәр хәлдә лә ул туташ беҙҙең Илдарға бик сиселеп китмәгән.
— Күтәрелеп тә ҡараманы, — ти Илдар, — Ҡырт та мырт. Исемен дә, ҡайҙа йәшәгәнен дә әйтмәне. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәнем, автобус туҡтағас артынан төшөргә уйлаған инем, уның онотолоп ҡалған зонтиген күрҙем. Уны алғансы автобус ҡуҙғалып та китте. Йә-әл... Ну, барыбер табам мин ул ҡыҙҙы!
Илдар башын да күтәрмәйенсә төнө буйы нимәлер яҙып сыҡты...
Икенсе көндө эштән ҡайтҡанда өй мөйөшөнә йәбештерелгән белдереү күрҙем дә, ҡыҙыҡһынып туҡтаным.
“— Зонтиген юғалтҡан сибәр туташ иғтибарына!
Аҡыллым! Һеҙ муйылдай күҙҙәрегеҙ менән ошо белдереүҙе уҡып, зонтигегеҙҙе алырға килһәгеҙ, мин ифрат шат булыр инем. Һеҙҙе бер күрергә зар-интизар булып көн үткәргән адресым түбәндәгесә...”
Шик юҡ, был Илдарҙың яҙыуы ине. Урамды яңғыратып көлгөм килде. Ярай ҙа бер ике генә урынға йәбештерелгән булһа. Һәр бағанала, йорттарҙың һәр мөйөшөндә бит. Трамвай, автобус туҡталыштарында ҡыҙыл ҡара менән эре итеп яҙылған белдереүҙәр үҙенә саҡырып тора.
...Бер нисә көндән һуң ишекте кемдер шаҡыны. Астыҡ. Коридорҙа бер әбей тора ине.
— Иҫәнмеһегеҙ, балаҡайҙар! Ғәлимуллин улым ҡайһығыҙ була?
Бер ҡыҙарып, бер ағарып, уртаға сыҡты Илдар.
Әбейебеҙ, рәхмәттәр уҡый-уҡый, зонтиген алып китте.
Фото: flickr.com