-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
26 Июнь 2022, 13:00

Уҙҙырҙы

Ғәли Ғатауллин (Юмореска) Был Әхмәт Әхмәйҙең ҡанына тоҙ һалып йәшәр өсөн генә донъяға килгәндер. Әгәр күршеһендә ул булмаһа, Әхмәй ошо йәшендә ҡоро һөйәккә ҡалыр инеме ни — юҡ.

Уҙҙырҙы
Уҙҙырҙы

Барыһына ла Әхмәт ғәйепле, Әйтерһең дә бер уның ғына ҡулынан эш килә, яңы йорт та бөтөрөп керҙе, колхозда ла алдынғылар рәтендә йөрөгән була. Әхмәй булдыра алмаймы ни — хәҙер уның өйө күршеһенекенән дә ҙурыраҡ, аҙна-ун көнгә колхоз эшенә лә сыҡҡылай. Ҡалышмай ул күршеһенән, тик шулай ҙа уға үпкәһе бик ҙур. Уның арҡаһында кәзә көтөүсеһе хәлендә ҡалды бит Әхмәй. Ихата тулы кәзәләргә сыҙар әмәл юҡ. Улар ихатала ғына торһалар бер хәл, ауылдың башынан башына баҡса тигеҙләп йөрөйҙәр бит, заттары ҡороғоро нәмәҫтәкәйҙәр! Шулар арҡаһында Әхмәй ауылдаштары менән телгә килешеп тә бөттө. Барыһы ла күршеһе Әхмәт арҡаһында. Әгәр ул Әхмәй күңеленә:

— Кәзәкәй һатып алам әле, — тип шайтан ҡотҡоһо һалмаған булһа, Әхмәй (нигә ул күршеһенән ҡалышырға тейеш, ти) биш кәзә һатып алыр инеме ни! Булғас, күршеһенекенән күп булһын, тип уйланы шул. Ә Әхмәттең кәзәһе бәләкәй мотоцикл булып сыҡты. Халыҡ уны “кәзәкәй матай” тип йөрөтә икән. Әхмәй белмәй ине. Бына хәҙер Әхмәт шул матайҙа елдерә, ә Әхмәй, кеше баҡсаһына керә күрмәһендәр тағы тип, ихата тулы кәзәләрен һаҡлай. Ә улар, гонаһ шомлоҡтары, үҙҙәре бигерәк тә үрсейҙәр икән.

Еләне инде Әхмәй был күршеһенән, ныҡ еләне. Кәзә ҡарау ҙа бик йонсотто. Бына әле лә ул, аҙыраҡ хәл алайым тип, ҡапҡа төбөнә сығып ултырғайны, урамда, әлеге лә баяғы, шул күршеһе Әхмәт. Ул көлә-көлә сиҙәмдә бала-саға менән уйнап йөрөй. Дүрт аяҡлана ла, балаларҙы арҡаһына атландырып, ат кеүек сапҡандай итә. Тегеләргә рәхәт, күрәһең, шарҡылдашып көләләр, мин атланам да мин атланам тип, Әхмәттең артынан йүгерәләр. Иҫәрҙер был Әхмәт. Бала-саға менән уйнап йөрөмәҫ ине. Ана бит, урамдан үтеп барыусы бер еңгә лә:

— Әллә был һантыйлана башлаған инде, — тип аптырап ҡарап тора.

Әлеге һүҙҙәр Әхмәйҙең йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Күршеһе уҙҙыра түгелме һуң? Уның күңелендә ғүмере буйы һүнмәгән көнсөллөк уты тағы ла дөрләберәк ҡабынып китте. Юҡ, минән уҙҙыра алмаҫһың, тип уйланы ул. Моронона сиртергә кәрәк... сиртергә! Бына: былайыраҡ итеп...

Әхмәй, көйәнтә кеүек бөгөлөп, дүрт аяҡланды ла:

— Әхмәт ерунда, мин уға ҡарағанда ла һантыйыраҡ, мин һантыйыр-а-ҡ! Миңә ҡарағыҙ, миңә, уҙҙырам Әхмәттән! — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, арт һанын сөйә-сөйә, еңгәләр яғына таба мүкәйләп китте. Еңгәләр, аҡырып баҡырып өҫтәренә килгән Әхмәйҙе күреп, ҡурҡышып ситкә ҡастылар.

Балалар ҙа шым ҡалды. Аяғына баҫҡан Әхмәт тә, күршеһен ҡыҙғанып, башын сайҡап тора ине.

 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: