+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Июль 2022, 10:00

Көлкөлө хаҡтар

(Юмористик хикәйә) Һеҙҙең, моғайын, «Көлкөлө хаҡтар» магазинынан ке­йенгәнегеҙ барҙыр. Бик шәп магазин. Йәнеңә теләгән кейем-һалым һатыла унда. Хаҡтары ла тешләшмәй. Оҫта ҡуллы апай-ағайҙар теккән әйберҙәр беҙҙең кеүектәргә ярап ҡала.

Көлкөлө хаҡтар
Көлкөлө хаҡтар

Һатыу нөктәләренең исеме есеменә тап килеп тора. Унда хаҡтар арзан булыуына бер көлһәң, һайлаған әйбереңде ал­­ғас: «Оттом!» – тип, тағы йыл­майып-көлөп сығып китә­һең.
Мәрәкә хәлгә тарығансыға тиклем, Әнисә еңгәй ҙә шундай яҡты уйҙа ине. Теге көндө уның «Көлкөлө хаҡтар» магазинына һуңғы тапҡыр инеүе булды. Унда сираттағы юлланыуына ҡо­ҙағыйының тыуған көнөнә са­ҡы­рыуы сәбәпсе ине.
Еңгәйем бүләкте оҙаҡ һай­ланы. Ниһайәт, күгәрсен тәпә­йеләй ҡып-ҡыҙыл ҡатын-ҡыҙ­ҙар салбарына туҡталды. Ҡо­ҙағыйының салбар кейергә яратыуы сер түгел. Хаҡы ла кеҫәгә һуҡмай, бүләк тә күҙ яуын алырлыҡ, тигән уйҙар менән йылмая-көлә сығып китте магазиндан. Өйөнә инеп би­ҙәнде лә, ҡоҙағыйының ҡала ситендәге дачаһына ашыҡты.
Мәжлесте башларға уны ғы­на көтөп торғандар икән. Тышта табын өҫтәле әҙерләгәндәр. Әнисә еңгәйгә иң түрҙән урын бирелде.
Ашап-эсеп алғас, һәр кем бөгөнгө мәжлестең сәбәпсеһен тыуған көнө менән ҡотлап тел­мәр тотто, бүләген тапшырҙы. Артабан уйын-көлкө, йыр-моң ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Бала-саға, тамағын туйҙырып, иркен ихатала туп менән уйнарға төшөп китте.
Ҡыҙмасалап алған Әнисә еңгәй теге ҡыҙыл салбарҙы ҡо­ҙағыйына кейҙереп ҡарау те­ләге менән янды.
– Йә инде, ҡоҙағый, булма­һа кейеп күрһәт. Яраймы, киле­ш­әме – күрәйек, – тип ҡыҫтаны тыпылдатып бейеп йөрөгән арала.
Әллә Әнисә еңгәйҙең һүҙен йыҡмаҫ өсөн, әллә үҙ теләге ме­нән, ҡоҙағый өйгә инеп бү­ләкте кейеп сыҡты. Салбар кәүҙәһенә инеп кенә ултырған. Оҙонлоғо ла, киңлеге лә тап-таман.
– Килешә!
– Үҙеңдеке генә!
– Үәт, ҡоҙағыйың һине хөрмәт итә! – тиеште ҡунаҡтар «мәж» килеп.
Маҡталыуҙан башы әйләнгән юбиляр йәнә тыпылдатып бе­йергә төшөп китте. Бер килке аяҡ аҫтында буталып тәгәрәп йөрөгән тупты бар көсөнә тибеп осорҙо. Салбарының төбө буйынан-буйына һүтелеп сыҡ­ты. Бала-саға унан бер мәрәкә табып, үләндә тәгәрәп ятып көлөргә кереште, ҡайһы бер ҡатындар ирҙәренең күҙ­ҙәрен устары менән ҡапланы, әҙәп­лерәктәре үҙҙәре ҡараш­тарын ситкә күсерҙе. Кемгә көлкө, кемгә ҡыҙыҡ. Юбиля­рыбыҙ өй­гә ҡабат атылып инеп китмә­һенме.
Ошо хәлдән һуң Әнисә ең­гәйем «Көлкөлө хаҡтар» мага­зинының тупһаһын урап үтер булып китте. Миңә лә башҡаса унда инеп йөрө­мәҫкә кәңәш итте. Ана шул саҡта ғына ул магазин атама­һының мәғәнә­һен аңланы шикелле.
Һеҙгә бүләк би­рә ҡалһалар, аба­йы­раҡ булығыҙ. Уның «Көл­көлө хаҡ­тар» магазинынан һа­тып алыныуы бик тә ихтимал.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: