+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
23 Июль 2022, 14:10

Ҡушаматтар

Камил ФАЗЛЫЙ (Юмореска) Иртән көтөү ҡыуырға сыҡ­ҡан Әнәскә күршеһе Нәғим яңы­лыҡ еткерҙе:– Ишеттеңме бер хәбәр: Суртан өр-яңы «Хёндай» һатып алған.– Кем ул Суртан? – күп кенә ауыл­даштарының ҡушаматын белһә лә, бы­ныһын тәү тапҡыр ишетеүе ине Әнәстең

Ҡушаматтар
Ҡушаматтар

– Балыҡтың уң яҡ күршеһе. Кисә Ҡуян менән икәүләшеп машинаны Өфөнөң үҙенән барып алып ҡайт­ҡандар.
– Яҡшы булған, ҡыуанысын күр­һен. Балығы Мөхәррәм инде, Ҡуяны кем тағы?
– Үәт диуана икәнһең, шуны ла бел­мәгәс, һуң Оҙон Әхмәт малайы ла инде!
– Суртанды әйтәм, ҡайҙан ул тиклем аҡса таба алды икән «Хёндай» алырлыҡ, ҡиммәт машина ла баһа?..
– Себерҙә сит ил компания­һында нефтяник, ти. Правда, етмә­гәнен кешеләрҙән үтескә йыйған: Пистолет 50 мең һум са­маһы сыға­рып һалған, Жириновский 30 мең тирәһе биргән, ти.
– Жириновский тигәнең кем?
– Ну һине! Кем булһын, Сулаҡ Хәтмүш малайы, йорто Будулайға ҡаршы ғына. Көлгәндә лә аҡырып, һүгенеп көлә. Өс көн элек кенә Шкатулканың әпәй шүр­леген емереп төшкән.
– Дә-ә. Ауылда көн күргәс ни, һәр кемдең үҙ ҡушаматы бар тиген, ә?..
– Һинеке лә бар ул, күрше.
– Үҙемдекен беләм: Комбат тиҙәр. Кол­хозда бригадир сағымда таҡҡайны­лар.
– Ул бит элек – сәүит заманында ине. Колхоз бөткәнгә биш былтыр бит инде. Шуға күрә заман үҙгәреү менән ҡушаматың да үҙгәрҙе.
– Булмаҫ та! Сер булмаһа, йәле әйт, кем тип йөрөтәһегеҙ?
– Ғәйепләмә, әйтмәйем, һинең алда нисектер неудобно әйтергә. Лутшы сер булып ҡалһын.
– Ярай улайһа: Комбаттан ҡай­тыш­мы, әллә һәйбәтерәкме?
– Нисек тип кенә яуаплайым икән… Ну, айырма бар инде барлыҡҡа…
– Әһә, тә-әк. Самалайым шикелле. Минең бит тамаҡ төбөн «сылатып» алһам, күп һөйләшә торған ғәҙәтем бар. Тимәк, йә Бытбыл­дыҡ, йә Радио, дөрөҫ әйттемме?
– Ю-уҡ, сәпсим улай түгел.
– Улай түгел икән, бер генә версия ҡала – Ковбой.
– Ни өсөн?
– Һуң, уҙған йыл, күреп беләһең, ат менән көтөү көткәндә йығылып ҡабыр­ғаны һындырғайным. Дауаханала ятып сыҡтым.
– Шәп ҡушамат, әлбиттә. Тик һин уйлағанға тура килмәй. Тағы ла берҙе әйтеп ҡара ла, дөрөҫкә тап килмәһә, серҙе сисермен.
Әнәс, фуражкаһын алға шыуҙы­рып, бер аҙ уйланғандай елкәһен тырнап торҙо:
– Нүжәли Оҫта? – тине ул, ауыҙын йы­рып. – Был ҡушамат тап минеке. Ул­тырғыстар яһап һатам да баһа. Үәт шәп ҡушамат таҡҡан­һығыҙ. Бындай маҡтаулы исем арҡаһында даным биш диңгеҙ артына тиклем тараласаҡ. Дан таралғас, ултырғыстарымды һатып алыусылар ҙа бермә-бер артасаҡ. Һатып алыусыға ҡарап тауар етештереү ҙә үҫәсәк. Ә ниңә үҫмәһен?! Урман эргәлә генә, ағастар өҫкә ишелергә тора. Эш урындарын арттырырға тура киләсәк. Һиңә лә, күрше, артелем­дә урын табылыр. Сауҙа үҫкәс, бил­дә­ле, аҡса өҫкә ямғырҙай яуасаҡ. Суртан «Хёндай» алған, тинең, ә мин текә «Мерседес»та елдерермен. Кирбестән ике-өс ҡатлы йорт һалырмын. Был тиклем дә күп байлыҡ менән капиталисҡа әүереләм бит инде. Капиталист булғас ни, йыуан сигара көйрәтеп, һинең көтөү ҡыуғанды балкондан ҡарап ҡына ултырырмын.
– Бәй, малдарыңды ҡыумайын­са, аҙбарҙа ятҡырырға уйлайһың­мы ни?!
– Таптың һүҙ. Ялсыларым ҡыуа­саҡ! Зифа буйлы, нәҙек билле һылыу бер ашнаҡсы ла алып ебә­рермен әле ҡатынға ярҙамға, аш-һыу әҙерләшергә… Һиңә лә, күр­шем, файҙам тейер. Мин түләгән мул хеҙмәт хаҡына һис юғы «Ока» алып ебәрерһең. Юҡһа, Сыңғыҙхан заманынан ҡалған кәзә … «Минск» матайында ыштан туҙҙыраһың даһа.
– Уй-хыялдарың иҫ китмәле, – тине Нәғим, күҙҙәрен селт-селт ҡыҫҡылап. – Әммә, ни хәл итәйем, үкенескә ҡаршы, ҡушаматың Оҫта түгел.
– Башҡа ҡушамат тағылмай миңә! Йә, әйт, йәнде ҡыйма, ул саҡта кем мин?
– Тағылмаһа ла, таҡҡандар инде – Фан-та-зёр! Үҙем уйлап сығарманым, халыҡ шулай ти.
– Фантазёр?! Ни өсөн? Әх, дә-ә… Насамдиле, эләктерә беләләр бит нимә ҡушырға. Үәт шилмалар…

Автор:
Читайте нас: