+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
26 Июль 2022, 09:00

Бәрәңге хаҡы

Закир ӘҠБӘРОВ Ни күрһәң баҙарҙа күрәһең, ни ишетһәң баҙарҙа ишетәһең бит ул. Бәрәңге алырға сыҡҡайным. Ҡараһам, йәшелсә рәтендә ауыҙын йырып Хәйрулла абзый тора.

Бәрәңге хаҡы
Бәрәңге хаҡы

– Ярмаланып-ярмаланып ҡына бешер йәш бәрәңге, ағай-эне. Ҡаймаҡһыҙ-майһыҙ ҙа ауыҙ­ҙа иреп тора. Алығыҙ, телегеҙҙе йо­топ ебәрһәгеҙ ҙә үкен­мәҫһегеҙ! Килоһымы? Буш, илле генә тәң­кә!..
Әле июль аҙағы ғына, ә бәрәңгеһе, ысынлап та, ҡуш йоҙ­роҡтай.
– Бәй, Хәйрулла аб­зый, һин дә сауҙа­гәр булып киттеңме ни? Ни хәл!..
Абзыйым мыйығын һыпырып хәйләкәр йыл­майҙы, яңылыш ҡына муйынындағы бе­ләк йыуанлыҡ алтын сылбырына тейеп алған булды, һул ҡулының урта бармағындағы турғай башы хәтле “печатка” атлы алтын йөҙөгө ялтлап китте. Аптырауымдың сиге юҡ ине. Бәрәңге генә һата, ә байлығы алтын сылбыр булып муйынына уралған. Үҙ ғүмерендә алтынын түгел, баҡырын да һанға һуҡмаған завод эшсеһенең муйынына!.. Сауҙагәр ҡалын итеп тамаҡ ҡырҙы ла, еләк-емеш рәтендә эркелешкән халыҡҡа мөрәжәғәт итеп алды:
– Картошка! Молодая картошечка! С зеленым лучком, укропом – объедение! Налетайте! Пос­леднее ведро... – Миңә боролдо, аптырауҙан асылып киткән ауыҙымды ябырға ишара яһаны. – Уның нимәһенә таң ҡалырға инде, Фәррәх туған. Илебеҙ – ғәжәп ил, халҡыбыҙ илебеҙҙән дә ғәжәберәк... Ҡарсығым донъя ҡуйғас, ҡала янындағы баҡсаны ташлағайным. Хәҙер күптәр шулайта бит. Быйыл яҙ дәртләнеп киттем дә, ташландыҡ баҡсаларҙың береһенә, үҙемдекенә түгел, яҡынырағына, бәрәңге ултырттым. Утауы, күмеүе, каларат ҡорто сүпләүҙәре беҙгә, ҡала ялҡауҙарына, аҙ ғына булһа ла шөғөл бит.
Иртә ултыртҡас, бәрәңге иртә өлгөрҙө. Өсөнсө көн күҙ-ҡолаҡ булып киләйем тип барғайным. Баҡсама яҡынлашһам, ни күрәм!.. Эҫкерт хәтле ҡара джип, амбар ҡапҡаһы саҡлы артҡы ишеге асыҡ. Әзмәүерҙәй ир менән тал сыбығылай бисә ҡапсыҡ һалып маташалар. Минең бә­рәңгене!.. Йән асыуым менән ҡысҡырып ебәр­гәнемде һиҙ­мәй ҙә ҡалдым:
– Һай! Ни эшләйһегеҙ, сволочтар! Минең бәрәңге бит ул!
Ҡараҡ ҡурҡаҡ була. Юғи­һә, әзмәүере мине бөрөп кенә тығып ҡуйыр ине. Былар, машиналарының ишеген дә ябып тормай, ултырҙылар ҙа һыпыртты­лар. Артта­рынан туҙан ғына борҡоп ҡалды. Ажғырып торған айғырҙай джип алырға аҡсалары бар, бәрәңге алырға – юҡ. Һөмһөҙҙәр! Байтаҡ ҡына ҡаҙығандар. Ҡалғаны – бына. Һа­тып бөтәм инде... Әле ҡышҡылыҡҡа һалырға ир­тә, көҙгә алырмын тим, миңә ике ҡапсыҡ етә...
Бына нимәлә икән сер...
– Бәрәңгеңде һатып та бөтмәгәнһең, байып та киткәнһең түгелме, Хәйрулла абзый?
Ҡарт, ҡарашымды алтын сылбырға йүнәл­теүемде күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Баҡсалағы мажарамдың бер әтнәкәһе лә бына шунда шул. Заман бурҙары бәрәңгене тейәгәндә, бысранмаһын типтер, зиннәттәрен ултырғысҡа һалып торғандар: бына был сылбыр, печатка, бисәһенең аҫылташлы өс алтын йөҙөгө, алтын кулон – йәмғеһе алты берәмек алтын.
– Алтын?! Алты берәмек?!
– Алты шул, алты, Фәррәх туған. Ҡиммәт түләгәндәр тиһеңме? – Хәйрулла абзый си­раттағы һатып алыусы яғына боролдо. – Ҡиммәт түгел, ҡустым, ал! Телеңде йоторлоҡ бәрәңге. Килоһы илле генә тәңкә. Уптым урлаһаң, йәғни-мәҫәлән, алһаң тип әйтеүем, бер ҡапсығы – алты алтын...

Фото: topkin.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: