+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
7 Август 2022, 15:30

Күҙаллау

Закир ӘҠБӘРОВ (Юмореска) – Һин бит иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе. Яҙған материал­да­рыңда йыйын юҡ-бар, иҡтисад­тың “и” хәрефе лә юҡ. – Мөхәр­рир Ғәҙәтшин (уны ҡалала “Гәзитшин тип йөрөтәләр) хеҙмәттәше Сөнғәтовҡа уҫал күҙҙәрен тултырып ҡараны. – Яҙ халыҡтың көндәлек тормошон тасуирлаған кеше уҡырҙай әйберҙәр.

Күҙаллау
Күҙаллау

– Һуң, Ғәҙел Ғәбитович, яҙабыҙ бит инде... Тағы нимә? – Сөнғәтов тилмереүле ҡара­шын хужаһының асыулы йөҙөнә йүнәлтте. – Бюджетын да, бюд­жеттан тыш юҡ-барын да, өҫтә­мәләрен дә, ташла­маларын да...
– Төкөрҙө беҙҙең гәзит уҡыу­сыбыҙ һинең мифик өҫтәмә­ләреңә, ташламаларыңа. Бе­рәү­ҙәре өҫтәп өлгөргәнсе, икенселәре биш тапҡыр арт­ты­рып өҫтәп ҡуя. Уҡыусыны бөгөн реаль тормош, ысын хаҡтар ҡыҙыҡһындыра. Ана, бәрәңгегә ни хаҡ та, иткә ни хаҡ. Балаһына мәктәп формаһы алыу күпмегә төшә лә, дәреслектәр – күпмегә? – Ғәҙелшин тәҙрәнән ҡала ығы-зығыһына күҙ ташланы. – Күрмәй­һеңме ни, тормош ҡайнай. Ә беҙҙең гәзит унан ситтә. Бына шул ябай халыҡ тормошоноң барлыҡ ваҡлыҡтарын асып һалырға кәрәк. Факттар менән генә сикләнергә ярамай, анализ яһарға, күҙаллау самаларға...
Битәр Сөнғәтовтың сәменә тейҙе. Ул йүгереп баҙарға сыҡ­ты. Унда, ысынлап та, тормош ҡайнай ине. Берәү һата, берәү ала, берәү ота, берәү отола. Хаҡтар иҫ китерлек. Үҙебеҙҙә үҫкән помидор йөҙ тәңкә, ә ҡыяры – туҡһан. Африканан килтерелгән банан нишләптер ҡырҡ ҡына. Ә ит инде!.. Алырҙый булһаң, ал, алмаһаң – телеңде шартлатып еҫкәп кенә йөрө. Алыпһатарҙар ыржайып көлә, ябай әҙәмдәр мыйығын бора... Сусҡа – ике йөҙ, башмаҡ – өс йөҙ, йылҡы – өс йөҙ илле, һарыҡ ите – өс йөҙ етмеш, ә инде иҙән аҫты һан­дуғасы ҡомаҡтың бер туғаны кроликка ым­һынһаң, ояттары ла юҡ, биш йөҙ, тиҙәр. Диетическое мясо, имеш! Ашап ябыҡмаһаң, шул хаҡына ғәжәпләнеп ябығыр­һың, билләһи. Ә балы! Ҡала гәзите хәбәрсеһенең эш хаҡы менән яҡын барырлыҡ та түгел, өс литрлы банкаһы мең ярым. Әйтерһең, уны бушлай осоп йөрөгән бал ҡорттары йыйма­ған, хужаһы, сәскәнән сәскәгә ҡунып, үҙе йыйған да, үҙе ташыған.
Шулай яҙҙы ла Сөнғәтов. Һәр кәрәк-яраҡтың, аҙыҡ-түлектең хаҡтарын һанап сығыу менән генә сикләнмәне, ул хаҡтарға ҡарата үҙ ҡарашын да белдер­ҙе. Хатта яҡындағы ярты йылға күҙаллау яһарға ла онотманы: “Эштәр былай барһа, энергоно­сителдәргә хаҡтар әленән-әле артып торһа, – тип тамамланы ул мәҡәләһен, – оҙаҡламай баҙарҙа иттең хаҡы өс йөҙ илле һумға күтәрелеүе ихтимал”.
Эшҡыуар Харамшин иртәнге сәйгә ултыр­ғанда, Америка бизнес­мен­дарына оҡшатып, гә­зит тотоп ултырырға ярата. Гәзите инде уның былай ғына. Бы­на хәҙер тиҙ-тиҙ генә сәйен һемерер, бисә­һен кисәге һыйыр түш­кәһе менән ит рәтенә урынлаш­ты­рыр ҙа ауылдарға ит йыйырға сығып китер. Алдан­ғанын – алдар, алданмағанына – яныр. Кискә табан “Газель” тултырып арзан ит тейәп ҡайтыр. Татлы уйына мауығып гәзиткә иғти­барын йүнәлтмәгән дә баһа. Йүнәлтте һәм: “Бисәкәй! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Бында ит хаҡын өс йөҙ иллегә күтәргән­дәр, ә беҙ, һинең менән мин, һан­тыйҙар, өс йөҙгә һатып ята­быҙ!..”
Ҡала гәзитенең иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе Сөнғәтов бөгөн иртән баҙарға ит алырға сыҡты. Шәмбе көн бажалары ҡу­наҡҡа килергә вәғәҙә иткәй­не. Ит алманы, әммә ғорур­ланып ҡайтты. Яҡшы журналист ҡына түгел шул ул, бына тигән аналитик та, күҙаллау яһаусы ла! Өс йөҙ илле самаһы булыр тигәйне, өҫтөнә баҫҡан булып сыҡты. Бына хәҙер бәйләнеп ҡараһын теге аждаһа!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: