+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
9 Август 2022, 11:00

Кемгә оҡшағандар?

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Юмореска) Был арала толҡа тапмай ыҙалана Өлфәт ҡарт. Ғүмер баҡый эш­ләгән кеше бит, пенсияға сыҡ­ҡас, ваҡыт үткәрә алмай – эсе боша. Ҡарсығы менән татыу, әрләшмәй генә ғүмер кисерҙе.

Кемгә оҡшағандар?
Кемгә оҡшағандар?

Ә хәҙер әрепләшергә әҙер – сәбәбен көтөп кенә йөрөүе. Сәбәбе лә, бик теләгәс, табылып то­ра. Бына әле балконға сыҡты ла май­ҙансыҡта уйнаған бала-сағаға бер аҙ ҡарап торҙо. Биленә ял биргәс, бүл­мәгә кереп, ҡарсығына ҡысҡырҙы:
– Әбей, ҡайҙа минең кофта?
Өлфәриә ҡарсыҡ ҡарты эргәһенә өлтәнләп килеп тә етте:
– Аһ-аһ! Һыуыҡ булһа, ҡалайтайым? – тип аптыраны ул.
–Ҡайҙа минең кофта тип һорайым, кейеҙ ҡолаҡ!
– Ә-ә, «һыуыҡ тышта» тип ишеттем. – Быныһы үҙен ғәйепле тойҙо, ахыры, ҡырыҫ тауышын йомшартты.
– Бигерәк әсәйеңә оҡшағанһың: туҡһан йәшлек ҡәйнәм һуңғы йылдарында гел яңылыш ишетер ине. Шул арҡала үҙе лә ҡыйын хәлдәргә йыш тарыны, беҙҙе лә интектерҙе. Мәрхү­мәнең йәне йәннәттә булһын.
Өлфәриә ҡарсыҡ йәмәғәтенең хә­бәренә иғтибар итмәне шикелле, үҙенекен һөйләне:
– Мәңге һәүерәк булдың: «Кофта – ҡатын-ҡыҙ кейеме, ир-ат пинжәк кейә, тип, нисә әйттем, киҫәмәйһең бит, иҫһеҙ. Мә, кей пинжәгеңде, ҡай­маҡ менән ҡалас алып ҡайт. Магазин­ға күптән сыҡҡаның юҡ – һәүетемсә генә йөрө, һәүерек!» – Хужабикә аҡса һондо.
Ҡарсығының «һәүерек» тигәненә үпкәләмәй Өлфәт ҡарт. Өйләнмәй оҙағыраҡ йөрөгәйне ул. Атаһы Нурфәт яҡын дуҫына сер сискән: «Утыҙҙы уҙып бара минең һәүерек – башлы-күҙле булырға һаман уйламай», – тип зарланған. Өйләнмәй йөрөгән егет­тәргә шаяртып әйтелгән ҡушамат Өлфәткә көнө-сәғәте менән йәбеште лә ҡуйҙы. Бер нисә йылдан оя ҡорҙо ул – ауылдаштары ҡушаматты онотто, әммә Өлфәриәһе йәне көйгән мәл­дәрендә иҫенә төшөрә.
… Өлфәт ҡарт ҡабаланмай ғына ба­­ҙар яғына атланы. Һай-һай, әйбер­ҙең күплеге! Алыусыһы ғына аҙ. Улай-былай йөрөгәнендә ифрат матур йыр ишетте. Шып туҡтаны.
Ерән ҡашҡа атҡайым,
Башын сайҡай малҡайым…
Йәш сағында ошо йырға мөкиббән китә ине. Олоғайғас та тыныс ҡына тыңлай алмай – тулҡынлана. Тик матур тауышлы ир йырҙың ике генә юлын өс мәртәбә ҡабатланы ла туҡтаны. «Концерт ҡуя торған урындары ла бармы икән? Вәт, әй донъяны нисек үҙгәртеп бөттөләр – баҙарҙа концерт ҡуйһындар әле. Тауышы таныш һымаҡ – кем йырлай? Ҡайҙа икән сәхнә­лә­ре?» – Ул йырсыны эҙләргә тотондо. Алан-йолан ҡаранып йөрөнгән ҡартты һатыусылар диҡҡәт менән күҙәтә ине. Береһе түҙмәне:
– Нимә сәлдерергә ниәтләйһең, һөмһөҙ?! Һыпырт бынан, сығып кит! Ҡарышһаң, һаҡсы саҡырырбыҙ! – тип аҡырҙы.
Өлфәт ҡарт мөлдөрәп һатыусыға төбәлде:
– Йәшлегемде иҫемә төшөрөп, ифрат моңло йырлайҙар. Һеңлем, кем йырлай? Ҡайҙа йырлай? Концерт барған сәхнәне күрһәт.
– Хәҙер күрмәгәнеңде күрерһең… Әй, Ғәмбәр, был асарбаҡты йәһәт кенә бәргес­ләп сығарып ебәр!
Һатыусы әмер биреүгә генә әлеге йыр тағы ишетелде. Был юлы барыһы ла һағайҙы.
– Абзый, кеҫә телефоның шылтырай бит. – Һаҡсы һаһылдарға тотондо, һатыусылар, уға ҡушылып, хихылдашты.
Уңайһыҙланған ҡарт йәһәт кенә ишеккә йүнәлде: әттәгенәһе, хәтере­нән бөтөнләй сыҡҡан – кисә генә көй сигналын алыштырғайны шул.
Өлфәриәһе шылтырата икән: «Оҙаҡ­лайһың! Ҡайҙа олаҡтың? Ҡалас менән ҡаймаҡ алырға онотма. Тиҙ ҡайт!» – тип аҡыра.
Ҡарт аҙыҡ-түлек магазинына табан йүнәлде. Унда күршеһе Әүхәтте күр­гәс, бик ғәжәпләнде. Бәй иҫең кит­мәҫме: тегенең күҙҙәре ифрат йылтырай, ауыҙы ҡолағына еткән – туҡ­тауһыҙ йылмая.
– Хәл-әхүәлдәрең нисек, Өлфәт Нурфәтович? – тигән була.
Хәҙер быныһы тешһеҙ ауыҙын йыр­ҙы – күршеһенең Өлфәт Нурфә­тович тип өлтөрәүенә кейефе күтәрел­гәйне. Әүхәт кеүек ҡәҙерләгән бүтән бәндәне белмәй. Холоҡ-фиғеле һапа­лы, төҫ-ҡиәфәте һыпатлы уҙаманды Өлфәт ҡарт та хөрмәт итә. Осраш­һалар, һөй­ләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Әммә был юлы ул хәбәр башларға өлгөрмәне, күршеһе, ҡиммәтле шарап шешәлә­рен пакетҡа һалып, сығып та китте.
– Эсмәй ине лә, әллә төшөргөләй башлағанмы? Күҙҙәренең был ҡәҙәре йыпылдағанын тәүләп күрәм, – тип һөй­ләнде Өлфәт ҡарт.
– Бесәйе биш бала тапҡан – шуны ҡыҙыҡ итеп һөйләп торҙо. – Һатыусы көлөп ебәрҙе.
Ҡарт шаңҡыны: «Тәүбә, тәүбә! Ти­мәк, ахырызаман етеп килә. Борон­ғолар «Заман ахырында төрлө-төрлө бәлә тыуыр» тигән. Ябыҡ ҡына ҡатын ул биш баланы ҡайһылай ҡарар икән? Мына ҡаза…» – Ул ризыҡтарҙы йәһәт кенә сумкаһына тултырып, өйөнә ашыҡ­ты: «Мындай ғибрәтте Өл­фәриәгә тиҙерәк һөйләргә кәрәк – күҙҙәре түбәһенә менһен…»
Ә ҡарсығы һис ғәжәпләнмәне:
– Һаман һандырайһың. Атайыңа оҡ­шап, яңылыш ишетәһең. Ҡайным, бахыр, етмешкә еткәс кенә ҡолаҡҡа ҡатыланғайны. Һиңә һаңғырауланырға иртәрәк әле – алтмыш туғыҙың саҡ тул­ды. Әле йорт алдындағы эскә­м­йәлә һине көтөп ултыра инем. Әүхәт ҡусты магазиндан ҡайтып килә. Яңы­раҡ бохар бесәйе һатып ал­ғай­ны­лар. Мәлғүн биште бала­лаған. «Береһен дә шуларға яҡын ебәрмәй, – ти. – Ифрат ҡы­ҙ­ғана – оҙағыраҡ ҡарап то­р­һаң да, яман мырылдап, тыр­нарға ташлана» тип, миңә көлә-көлә һөйләне. Мына шулай: бисәһе түгел, бесәйе биш бала тапҡан. Хәлимә килен – Әүхәт­тең хәләле – үткән аҙнала йәмә­ғәтенә шалҡандай бер генә малай бүләк итте. Балнистан алып ҡайтҡандарын икебеҙ ҙә күрҙек бит, онотҡан­һың. Ҡуй ин­­де, шул тиклем дә атайыңа оҡшарһың икән. Хәли­мәләр бөгөн бәпәй сәйенә са­ҡыр­ған. Беҙгә лә әйт­теләр – йә­һәт әҙерлән. Малай­ҙы ҡотлап, аҡса һалыр­быҙ. Йә, мыштырлама, мә, кей кәс­­тү­­мең­де, йүгерәйек, күрше­ләрҙе көттөрмәйек.
…Ҡарт менән ҡарсыҡ ҡып­тыр­лап ҡына эргәләге подъезға табан атланы.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: