+15 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
16 Август , 11:00

Майлы сәй

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Юмореска) Бөгөн Гөлбаныу әбей ыуыҙ майына ҡунаҡ саҡырырға булды. Ҡарсыҡтар йәһәт йыйылды. Беләләр: Гөлбаныу бешергән ризыҡтың тәме ауыҙҙан аҙна буйы китмәй. Бик оҫта шул ул аш-һыуға. Шуғалыр ҙа, иртәрәк килеп, түрҙәнерәк урын алырға ашыҡтылар.

Майлы сәй
Майлы сәй
- Хәҙерге заман башҡасараҡ. Һирәк, һай, бик һирәк саҡырышабыҙ ҡунаҡҡа, - тип һүҙ башланы Нәфисә әбей.
- Әйе лә. Элек ҡала халҡы йөрөшмәй, тигән була инек, хәҙер ауыл кешеләре лә бер-береһенә әллә ни ылығып бармай… - Нәфисә әбейҙең һүҙенә ҡушылды иң түрҙә ултырған Сабира ҡарсыҡ.
- Хоҙайым, барыһы ла байыҡҡан һайын һаранлана… - Тешһеҙ ауыҙын яулыҡ осо менән ябырға күнеккән Тәҡиә исемлеһе фекерен әйтергә ашыға.
- Әтеү! Бөтәһендә лә һыйыр хаҡы торорлоҡ төҫлө тиливизур, ике йәшлек үгеҙгә етерлек аҡса түләнгән келәм! - тип ҡуйҙы Гөлбаныу әбей.
- Тиливизур тигәндән, үҙем шул нәмәҫтәкәйҙе харап яратам. Мультигын ҡарайым, кино, хоккейын ҡалдырмайым… - Сабира ҡарсыҡ, маһайып, бисә-сәсәгә тәкәббер ҡараны.
- Әйтәм дә, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ойоҡбаштары тишек-тошоҡ, бейәләйҙәре лә юҡ, хи-хи-хи… - Нафисә ҡарсыҡ Сабира исемлеһенең ауыҙын япты.
Тәмләп сәй эсеү башланды. Ризыҡ барыһына ла бик оҡшай. Еҙ самауырҙың һыуы бөтөүгә, икенсеһе әҙер ине. Гөлбаныу әбей, йәштәрсә елт-елт баҫып, аш-һыуын өҫтәп кенә тора. Һурпалы бәлештәрен, муйыл бөккәндәрен, еләк ҡағын, әллә нисәмә төрлө ҡайнатмаларын – һәммәһен дә дәррәү һыпырҙылар.
Ун литрлыҡ боронғо самауыр өҫтәлгә яңынан ҡунаҡлауға, көтөү ҙә ҡайтты. Ашап-эсеп ауырайған әбей-һәбей урындарынан яй ғына ҡуҙғалды. Гөлбаныу әбей, гәзиткә төрөп, һәр береһенә күстәнәс һондо. Тегеләр йәһәт алды: бала-сағаға күстәнәс. Өлкәндәренә лә килешер: һәр кем бындайҙы бешерә белмәй бит әле.
Ҡунаҡтар соланда һуғылған балаҫ өҫтөнә теҙелгән аяҡ кейемдәрен барлай башланы: һәр кем үҙенең кәүешен эҙләй. Уларҙы оҙатырға сыҡҡан Гөлбаныу әбей мыштым ғына мөйөшкә баҫты. Күңеле ҡылдай нескәрҙе: йә инде, ошолайтып уйнап-көлөп ултырыуҙар үтте лә китте бит.
Шул саҡ Нәфисә ҡарсыҡ эргәһендәге Тәҡиә исемлеһенә:
- Барыбер һаран был Гөлбаныу – өҫтәленә ыуыҙ майы тәки ҡуйманы бит, - тип шыбырланы.
- Әйтмә лә, шаҡырғанда ыуыҙ майына тип шаҡырҙы бит әле…- Тәҡиә ҡарсыҡтың теше юҡлыҡтан «с» өнө «ш» булып сыға ине.
- Мин дә гел май уйлап ултырҙым, ашағаным аш булманы… - тип һөйләнде Сабира тигәне.
Хәбәрҙе ишетеп торған Гөлбаныу әбей аптырап ҡалды. Ысынлап та, ул ыуыҙ майын өҫтәлгә ҡуйырға онотҡайны. Өс-дүрт урынға ултыртырмын тип, сәскәле тәрилкәләргә һалып әҙерләгәйне. Әй алла, һыуытҡыста тороп ҡалған. Йә инде, хәтеренән бөтөнләй сыҡҡан да баһа. Табында бушыраҡ урын ҡалһа ла, бәлки, май ҡуйырға кәрәклеге иҫенә төшөр ине.
Уңайһыҙланыуынан, оялыуынан Гөлбаныу әбей бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Шунан ҡунаҡтарына һиҙҙермәй генә өйөнә инде. Йәһәт кенә һыуытҡысты асып ҡараны: йомарлам май шул көйө тора.
- Ҡартлыҡ еткән икән, зиһен кәмегән, әйтәгүр… - тип һөйләнә-һөйләнә, түр яҡҡа сыҡты. Былай ҙа өҫтәл тулы ризыҡ бит, ҡунаҡтар ризаһыҙ ҡайтырға тейеш түгел һымаҡ…
Ныҡ көйөндө Гөлбаныу әбей, маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Хәтерһеҙлеге өсөн үҙен әрләп бөтә алманы. «Сәй эскәндә әйтһәләр, телдәре ҡорор инеме ни? Ишектән сығыу менән яманат һатмаһалар…»
Күңеленән әхирәттәренә үпкәләп тә алды. Йоҡларға ятҡас та башынан хәсрәт китмәне. Уйланып ята торғас, бер ҡарарға килде…
Өс көндән Гөлбаныу әбей теге ҡарсыҡтарҙы ҡунаҡҡа йәнә саҡырҙы. Был юлы ла әхирәттәре бик тиҙ йыйылды. Ниңә ҡунаҡ саҡырырға әүәҫләнеп киттең, тип ғәжәпләнеүсе лә табылманы.
Хужабикә уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Быуы борхолдап торған самауырын өҫтәлгә ултыртҡас, биҙәкле сәйгүнгә мул итеп һинд сәйен сумырҙы. Сәйе бешһен өсөн сәйгүнде самауыр камфоркаһына урынлаштырҙы ла сынаяҡтар теҙҙе. Һәр ҡунаҡ алдына бал ҡалаҡтары һалды һәм йәһәт кенә аш бүлмәһенән тәрилкәләргә һалынған май алып сыҡты. Уларҙы өс-дүрт урынға ҡуйғас, ҡуйы итеп сәй яһай башланы.
Ҡорҙа ултырыусылар, өҫтәлдә майҙан башҡа бер нимә лә булмауына ғәжәпләнеп, бер-береһенә ҡарашып алды.
…Гөлбаныу әбейҙең күҙҙәре хәйләкәр йылтырай ине…
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в