-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
17 Август 2022, 10:00

Ҡорбанғәле киткән...

Ҡорбанғәле ярты йөк бе­сәнде ах та ух килеп саҡ бушатып бөттө. Манма тиргә батты. Аттарҙы һуғарғанда, һыу ҙа эсеп ҡараны – арыуланманы. Мал өйөнә инде лә, быуын­һыҙ һымаҡ буйһикегә ауҙы.

Ҡорбанғәле киткән...
Ҡорбанғәле киткән...

Йы­лынырға инеп, тәмәке борҡотҡан ир-ат­ҡа етә ҡалды:
– Ҡоҙаһының өйөн йыуғанда, ҡырын тейәгән Ҡор­банғәле...
– Әйҙә көлөгөҙ, көл. Көлә йөрөй, артынан һөйрәй йөрөй, – тине лә Ҡорбанғәле, стенаға боролоп ятты.
Хәбирйән, тәҙрә башынан градусник табып алып, Ҡорбанғәленең ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы. Бер аҙҙан Хәбирйән:
– Әстә! Ҡырҡты үткән! Үлеп бара был! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Күрәләтә үлгәнен ҡарап тормайыҡ. Әйҙәгеҙ, духтырға күрһәтәйек!
Ферма мөдиренең әмере етә ҡалды – дүрт-биш ир алаптай кәүҙәле Ҡорбанғәлене ҡош кеүек кенә итеп санаға сығарып та һалды, ауыл яғына саптырып сығып та китте. Ана, өйө алдында ултырған сатан Саҙрый таяғын болғап лауылдай:
– Ҡайҙа былай саптығыҙ? Ян­ғынмы әллә?
– Үлә, Ҡорбанғәле үлеп бара! – тип һөрәнләне саналағылар.
... Духтыр Сабира утҡа баҫҡан бесәй шикелле йүгерергә керешер тип уйлағайнылар – улай булманы, ыңғырашып ятҡан Ҡорбанғәленең ҡулын, башын тотҡолап ҡарап торҙо ла теге, иҫе китмәйенсә генә:
– Айныған, арыуланып килә, бысраҡ ташып, эш ҡалдырып йөрөмәһәгеҙ. Эсеүҙән алйып бөттөгөҙмө әллә? – тине.
– Сабира туғаным, бәндәне эт урынына ла күрмәйһең икән. Бына ҡара градусникты – 42-лә тора!
Сабира, мөдир биргән градусникты алып, көлөп ебәрҙе:
– Тишек тә баһа градуснигығыҙ! Барығыҙ инде, бар, ҡырҡ ике градуслылар, үлем түшәгендәге иптә­шегеҙҙе лә алығыҙ...
Ирҙәр, көлөшкән булып, был тирәнән тиҙерәк ысҡыныу яғын ҡараны. Саналар, шығырлап, йәһәт кенә ҡуҙғалып китте.
– Хәбирйән! Ағай-эне, ҡалдырмағыҙ инде мине! – Ҡорбанғәле, аһылдап барып, арттағы санаға ауҙы.
–Бына, биғәләш, әле генә үлем өҫтөндә ятҡан нәмә! – Саналағылар уға арҡа биреп ултырҙы.
– Саф һауала хәл керҙе буғай.
– Буғайбай, тибеп төшөрөп ҡалдырғанда арыу булыр ине инде һине!
– Ярай инде, ағай-эне, һуң үҙегеҙ бит. Һеҙ ҡурҡҡас, мин дә шыр ебәрҙем, йәшәге килә бит әле.
Һүҙ көрәштереп, фермаға елдерәләр, ә юлда осрағандар, эсте бошороп: “Ҡорбанғәле иҫәнме ни?” – тип тамаҡ яра. Ҡыҙыҡ эҙләп шау урамды күҙәткән Саҙрыйҙың тауышы бигерәк тә әсе, ҡарт әтәс шикелле ғыжылдап сыҡты: “Ҡорбанғәле, бахырҡай, китеп бар­ҙымы?” – тип ғорла кирә ине.
Һи, аран ауыҙ! Этем булһынмы ни уға! Хәбирйән асыуын атына төшөрҙө:
– На-а-а, на-а-а! Һиңә лә градусник кәрәкме әллә!

Әлисә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: