+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
20 Август 2022, 12:00

ТЕШ

Борис ХӘЙРЕТДИНОВ (Уйынлы-ысынлы) Эйе, һүҙ тап ауыҙ эсендә торған һәм тоғро хеҙмәт иткән теш теҙмәһе тураһында бара. Ғәҙәттә беҙ уларҙы һаҡламайбыҙ, тимер килеп эләгәме, һөйәкме – тешләп-кимереп ҡарайбыҙ йәки уны башҡа юлдар аша үҙебеҙ ҙә аңғармайынса боҙорға тырышабыҙ. Шул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында улар боҙола, кариес эләгә, ҡаҙналары йомшара һәм шул эшкинмәгән теш йә файҙаһыҙ көйө тора бирә, йә үҙе бер көн төшөп ҡуя. 

ТЕШ
ТЕШ

Тимәк, теште яматырға, булмаһа һурҙырып яңыртырға ваҡыт еткән булып сыға, теләйһеңме-юҡмы “балнис” тип атап йөрөткән дауахана-поликлиникаға юлланаһың.
Теш тематикаһына тик табибтар ғына иғтибар итәлер, тигән фекергә килдем, сөнки был йүнәлештә яҙылған хәл-ваҡиға тураһында яҙмалар уҡығаным булманы, бәлки, осрамағандыр. Шуға бәләкәс кенә яҙма яҙып үтеү теләге тыуҙы, сөнки тештәре һыҙлаған күп кенә кешеләр дауаханаға бармай ҡыр талаша, үҙе белгәнсә йәки кемдер өйрәткәнсә дауалап ҡарай. Үҙ-аллы дауалау, әгәр ныҡлап халыҡ медицинаһын белмәһәң, бик һирәк осраҡта ғына ниндәйҙер файҙа биреүе мөмкин. Был –аксиома.
Эйе, һуңғы сиктә бөтә батырлығыңды йыйып, дауаханаға юлланаһың инде. Мин дә шулай иттем. Барҙым теш дауалау бүлексәһенә. Ҡаранылар һәм шунда уҡ арыуыҡ теште һурыу тураһында аңғартып, был эште башлап та ебәрҙеләр. Әйтелгән көнгә ураған һайын барып ултыраһың. Ә сиратта кеше байтаҡ була: кем тешен ямата, кем һурҙыра, кем ҡуйҙыра тигәндәй.
Оҙаҡ ҡына көтөп ултырған саҡтарҙа эргә-тирәлә ултырған кешеләр менән һүҙбәйләнешкә инеп китәһең, шул арҡала ошоға тиклем белмәгәндәрҙе белеп ҡайтаһың. Шулай теш һурыу бүлмәһе ҡаршында ултырабыҙ. Шул саҡ бер йәш кенә ҡатын-ҡыҙ беҙ ултырған тирәгә килеп етте, сират алды. Тынлыҡ. Ултыра биргәс ул:
- Кем ошоға тиклем теш һурҙыртҡаны бар? Мин беренсе мәртәбә килдем, шуға һорашайым, тигәйнем: һурғанда ныҡ ауыртамы икән, - тип ултырған аудиторияға һорау бирҙе. Шул саҡ ҡаршы ултырған (ул йор һүҙле ир-ат булып сыҡты) берәү:
- Мин өсөнсө тапҡыр һурҙырырға килеп ултырам, һеңлекәш, - тип һүҙ башланы ул, - шуны әйтәм – төрлөсә килеп сығыуы бар. Мин, мәҫәлән, беренсе тапҡыр һурҙырғанда табиб бүлмәһенә бик ҡурҡып ҡына барып индем, һурған саҡта иҫтән яҙмаһам ярар ине, тигән уй эстә ҡайнай. Күрһәтелгән кушеткаға әлегә ятып торҙом. Тирә-яҡҡа күҙ һалам. Бүлмә гел аҡтан торған урын икән, бында таҙалыҡ хөкөм һөрә. Икенсе медицина кушеткаһында табиб бер йәш ҡыҙҙың тешен һурып маташа. Пациент бер туҡтауһыҙ “му-у” тигән тауыш сығарыу өҫтөндә. Ауыҙын астырып врач теш һурырға уҡталыуы була, тегенеһе табибтың ҡулына ике ҡуллап йәбешә лә ҡуя, йәбешә лә ҡуя.
- Шунан? – тип һорап ҡуйҙы кемдер.
- Шунан ни артабаны билдәле инде – кушетканан ҡыуып төшөрҙө тегене, сығып китергә ҡушты. Пациент ишек төбөнән кире боролдо ла:
- Сыҡмайым, ярай, ни булһа ла булыр - һурығыҙ әйҙә, ҡулдарым менән һеҙгә тотонмаҫҡа һүҙ бирәм, - тине. – Ул-был була ҡалһа, кофтамдың кеҫәһендә адресым да, иремдең телефоны ла ята, хәбәр итә алһағыҙ яҡшы булыр ине, - тип өҫтәне.
- Шунан? – Баяғы көтөп ултырыусы тағы ла һорауын ҡабатланы.
- Шунан ни, артабаны билдәле инде, табиб йылмая биреп тегегә кире кушеткаға ятырға ҡушты, пациент ауыҙын асып өлгөрөүе булды, шул арала “аһ” тигән өн менән бергә тегенең тешен һурып та сығарҙы.
- Шунан?
- Нимә, ағай, “шунан” тигәндән башҡа һүҙ белмәйһеңме әллә? Папугай! Шунан ни врач миңә яҡынланы, ауыҙҙы астырып тегеләй–былай һуҡҡыслап, тартҡыслап ҡарап торҙо. Аңғармай ҙа ҡалдым, шул арала теште һурып та алған булып сыҡты.
-Тьфү! – тип кемдер иҙәнгә төкөргәндәй хәрәкәт яһаны, улай ғына еңел теш эше башҡарылыуы мөмкин түгел. Ҡайһы бер тештең тамыры икәү була, уныһы ике яҡҡа тарбанлап ҡарап тороуы мөмкин.
- Ағай! Ышанмаһаң – ышанма! Ҡайһы бер тештең еңел сығыуы ла бик мөмкин. Элегерәк бер минең дә алғы тешем бушаны, тик ысҡына алмай ғына тора ҡәһәрең. Ҡыпһыуыр алдым да ҡатынға:
- Мә һиңә эш ҡоралы, мине йәлләмә, ошо теште кинәт кенә һурып ал! – тип әмер бирҙем.
- Шунан?
- Ай, әттәгенәһе. Сыҙамһыҙ кеше булып сыҡтың да инде. Ҡыуына-ҡыуана һурып алды, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан ундай бәхет кемгә тейә әле! Ауыртыу ҙа юҡ, ҡаны ла сыҡманы, ҡатын да булған үсен алды, шикелле. Бына шул.
- Ә минең киреһенсәрәк килеп сыҡты, - тип һүҙгә ҡушылды алыҫыраҡ ултырған берәү. – Төптәрәк урынлашҡан бер теш һыҙлай башланы. Оҙаҡ уйлап торманым, район үҙәгенә ҡарай шунда уҡ юл тоттом. Ҡурҡмайынса ауылдан сығып киттем, поликлиникаға һуң ғына килеп еттем, сиратта берә ҙә юҡ. Инеп кушеткаға ятыуым булды табиб килеп етте, һура башланы. Теш, ҡәһәрең, ныҡ булып сыҡты. Теш табибы уңға шаҡарғайны, мин уңға бөгөлөп төштөм, һулға шаҡарғайны, мин һулға бөгөлөп төштөм, сөнки теге ҡәһәрең ныҡ ауырта бит! Танцевать итмәҫкә, тик кенә ултырырға ҡушты аҡ халатлы йәш кеше. Бына ул теште матҡып тотоп алды, үҙем дә аңғармай ҡалғанмын, табибты ике ҡуллап этеп ебәреүем булды – теге ҡәһәрең һурылып килеп тә сыҡты. Шул арала хатта тирләп кителгән ул, рәхмәт әйтеп, шылыу яғына ыңғайланым. Бына тағы килеп ултырам әле.
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Шул арала яңы ғына сират алған гүзәл зат:
- Һеҙҙе тыңлап ултыра торҡас, тешемдең һыҙлауы баҫылды, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Шулай булғас төрлө әҙәмдең мәрәкәһен тыңлап ултырғанса бынан сығайым әле. Магазиндарҙа ла йомоштар күп ине, шуларға инеп сығып, аҙыҡ-түлек алып ҡайтыу дөрөҫ булыр ул, - тип, теш һурҙырып тормайынса ҡайтыуҙы хуп күреп, сығып шылды.
Мин Һаҡмар буйы ауылдарының береһенән, - тип әңгәмәгә ҡушылды оҙонтороҡ берәү, - минең бер туған ағайым бар, ҡыҙыҡ кеше инде ул. Теш ҡуйҙырҙы, ә тешен күберәк кеҫәһендә йөрөттө. Күп ваҡыт “ашамлыҡтың тәмен белеп булмай” тип, ашағанда ла сисеп ҡулъяулығына төрөп һалып ҡуя торғайны. Бер көнө яҡындағы үрге күрше ауылға йәйәүләп барған саҡта был уйламаҫтан сөскөрөп ебәрә, теш төрөлгәнен онотоп, ҡулъяулыҡты сығарып алып ауыҙ-моронон һөртөштөрөп ҡуя. Ҡулъяулыҡ кеҫәгә кире инеп ята, ә теш ҡоролмаһы төшөп ҡала. Өйгә ҡайтһа – ҡоролма юҡ. Баяғы урында төшөп ҡалғанын аңғарып, барып етеп эҙләп ҡарай – табылмай бит! Күпмелер ваҡыт үтеү менән ауылда йәшәгән бер әбейҙең теш ҡоролмаһы табып алып, араҡыға һалып һаҡлап тотоуын лаҡап итеп һөйләгәндәрен ағайым ишетеп ҡала ла бара баяғы әбейгә. Ҡарсыҡ ҡоролманы күрһәтә, ағайым үҙенеке икәнен шунда уҡ таный. Тик тегенеһе “үҙемә кәрәк, тештәрем сереп бөтөп бара, исмаһам, ваҡыты еткәс ҡуйып йөрөрмөн”, тип бирмәй икән. “Уның размеры һиңә ярамай, апай”, - тип ағайым әйтеп ҡарай икән, тегеһе ҡолағына ла элмәй, ти. Аптыраған ағайым иртәгәһе көнө май-ҡоротон тотоп барып, төрлөсә аңлатып, бер үҙенең ауыҙына ҡуйып күрһәтеп, бер тегенең ауыҙына урынлаштырып ҡарап тулы тикшереү үткәргәндән һуң саҡ алып ҡайтҡан. Тешһеҙ йәшәүе анһат түгел инде ул, Аллам һаҡлаһын.
- Әйткәндәй, йәнлектәрҙең тештәре боҙоламы икән? Һыҙлаймы икән? Шуны бер ҙә белгәнем юҡ, - тип аҡ кепкалы урта йәштәрҙәге ир, һәммәбеҙгә төбәп, һорау бирҙе. Берәү ҙә өндәшмәгәс мин яуап бирергә булдым:
- Күп кенә һөт имеүселәр кешеләр кеүек һөт тештәрен ысын тештәргә алмаштыралар. Эйе, уларҙың тештәре лә боҙолоуы йәки һыҙлауы көн кеүек асыҡ. Шул уҡ ваҡытта йыртҡыстар һәм киттар, минең белеүемсә, бер ваҡытта ла тештәрен алмаштырмай. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: ламантиндар һәм филдәрҙең тештәре бер-нисә ҡат төшә һәм киренән үҫә бара икән. Мәҫәлән, шул уҡ филдәрҙең тештәренең һуңғы ҡат үҫеүе утыҙ йәштә туҡтай. Шул арҡала ошо йәште үткән филдәр ашай алмайынса асығып йөрөп, аслыҡтан үләсәктәр. Ә ғәлимдәр әйтеүенсә крокодилдарҙың тештәре боҙолмай, уларҙың өҫкө өлөшө ышҡылып ҡыҫҡара барған һайын, аҫтан үҫә бара икән...
Арыуыҡ ваҡыт ултырып арыған йыуан кәүҙәле ир кеше торҙо һәм стеналағы медмәғлүмәтте күреп ҡалды ла мығырҙап уҡып алып китте. Кемдер берәү:
- Ҡысҡырып уҡы! Бәлки, беҙгә лә файҙаһы тейер!, - тип тәғдим индерҙе. Башҡалар ризалыҡтарын белдереп баштарын һелктеләр.
Улайһа – тыңлағыҙ! Тик русса яҙылған, – тип йыуантыҡ кәүҙәле артабан уҡып алып китте:
...“Зачем нужна имплантация зубов?
Имплантация зубов — это процедура восстановления утраченных или разрушенных зубов на микропротезы, состоящие из титанового корня и коронки. Нередко пациенты сталкиваются с ситуацией, когда все зубы имеют сильные повреждения, не могут полноценно пережевывать пищу, являются источником воспаления или имеют высокую степень подвижности.
- Ярай быныһы аңлашыла. Ә яңынан ҡуйылған теш сифаты тураһында яҙыу юҡмы? – тип мин тауышландым.
- Бар. Бына ул.
Отличия натуральных зубов от искусственных.
Если у пациента здоровые зубы, то удаление не проводится по ряду причин. Здоровые зубы создают необходимую нагрузку на костную ткань, препятствуя развитию атрофии кости. Слизистая оболочка и микрокапилляры активно снабжают ткани полости рта кровью, полезными минералами и микроэлементами. Десневой контур при отсутствии заболеваний остается ровным. Корни зубов защищены десной. Собственные клетки кости имеют 100% биосовместимость с организмом человека.
- Ярай, рәхмәт! – тинем мин, - артабан уҡымаһаң да ярай. Кәрәк нәмәне белдек инде, аңлайышлы яҙылған. Нисек кенә булмаһын ҡуйылған теш үҙеңдекенә етмәй инде...
- Үҙеңдекенә етмәһә лә теш ҡуйҙырмай булмай инде ул, - тип өҙөлгән һөйләште дауам итте эргәлә генә ултырған һары яулыҡлы ағинәй, - тешһеҙ мөйшәндәп күпме ашап булһын инде. Тағы барыбыҙға ла донъя именлеге кәрәк.
-Һин, апай, донъя именлеге теләп ултыраһың да ул, ләкин именлек юҡҡа сығып тора бит әле! – тип һүҙ ҡыҫтырҙы оҙонтороҡ.
- Нишләп? – Һары яулыҡлы ағинәй аптырай биреп ҡуйҙы.
- Һуң күрше илдә “хәрби әперәциә” тип аталған көрәш бара бит, моғайын, уҡып-ишетеп, ҡарап беләһегеҙҙер?
- Бәй, белмәй ни – беләбеҙ, кәнишне. Аллаға шөкөр ниграмотный түгелбеҙ, -тип үсегеңкерәп китте һары яулыҡлы.
-Шулай булғас белегеҙ: Беҙҙекеләр Польша сигенә барып етмәйенсә һәм крест, мылтыҡ тотоп ырғандап йөрөгәндәрҙе дөмөктөрмәйенсә беҙҙә именлек булмаясаҡ әле.
- Был ҡаршы торош ҡасан бөтөр икән? – тип һорау ташланы кемдер.
- Ҡасан, ҡасан? Ошо йылдың аҙағында бөтһә – “Аллаға шөкөр, ҡалғанына төкөр”, тип әйтергә булыр ине, ләкин хәрби ваҡиғалар киләһе йылға ла күсеп китеүе бар.
- Нишләп улай уҡ булһын?
- Тап шулай булыуы бик мөмкин, сөнки Рәсәй, ысынын әйткәндә, күрше илдең ерендә бөтә НАТО илдәре менән алыша бит. Һуғыш шауҡымы беҙгә лә килеп етәсәк, сөнки һуғыш үлемһеҙ булмай һәм бик күп аҡса талап итә, - тип оҙонтороҡ үҙ фекерен алға һөрҙө. Ләкин сәйәси әңгәмә ошо урында кинәт өҙөлдө.
Бына теш һурыу бүлмәһенең ишеге асылып китте. Пациент менән бергә йәш кенә теш табибы килеп сыҡты һәм ултырғандарға ҡарап:
Иптәш пациенттар! Ғәфү үтенәбеҙ! Яңы ғына электр энергияһы килеүҙән туҡтаны, кәрәкле лампочкалар янмай, башҡа электроинструменттар ҙа эшләүҙән туҡтаны. Шуға күрә бөгөнгә ҡабул итеү туҡтап тора инде. Иртәгә килерһегеҙ! – тип хәбәрен осланы. Стамотологты ҡаңғыртмаҫҡа тырышып, бер–ниндәй һорау биреп тормайынса, кемдер ҡыуанып, кемдер риза булып ырғып тора һалып, беҙ, шунда ултырған төркөм, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.
Ниһәйәт ике ай үтте тигәндә ауыҙ ҡыуышлыҡын тикшереп, яһалма тештәрҙе ҡат-ҡат ҡуйып ҡарап, имплантатты ауыҙға урынлаштырҙылар.
Бына шулай итеп, тешле булып төшкә ҡарай, ҡуян-ат менгәндәй, торлаҡҡа ҡайтып индем. Тик ҡайһылыр ере ҡыҫҡандай тойолдо, тағы аҙыҡ тәмен тойоу юҡҡа сыҡты. Бына шуға күрә баяғыны матур итеп яңынан таҙартып-йыуып, өр-яңы ҡулъяулыҡҡа төрөп, эш өҫтәленең бер мөйөшөнә һалып торҙом. Әгәр берәйһе йә ҡунаҡҡамы, йә аятҡамы, йә ит ашарғамы саҡырһа-бәлән – баяғы имплантантты кейеп мәжлескә барырға самалап йөрөйөм әле һаман да. Ауыҙ тирәһен һөрткән кеше булып, тешемде күрһәтеп ултырыр инем, исмаһам. Тик нишләптер ошо арала саҡырған кешеһе генә юҡ. Өмөтһөҙ – шайтан, мин әйтәм, сабырлы булыу – үҙе бер матур фиғыл,” сабыр төбө – һары алтын”, тиҙәр, дөрөҫ әйтәләр, шуға күрә бик сабырлы булып йөрөп ятам әле һаман да. Аллаға шөкөр, тешем бар.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: