-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
23 Август 2022, 18:30

Әмәл

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Юмореска) Мәктәп эргәһендә генә төшөп ҡалған түңәрәк көҙгө кеүек быуа ялтырап ята. Ерҙә йомортҡа ла бешерлек эҫе көн. Шуның өсөн ахырыһы, яр буйы тулы бала-саға. Улар сыр-сыу килеп һыу инә. Быуала балыҡтарға йөҙөр урын юҡтыр, моғайын.

Әмәл
Әмәл

Яр буйында, бүлтәйгән ҡорһағына ҡулдарын ҡаушырып ҡуйып, аптыраған ҡиәфәттә мәктәп директоры Мөҙәрисов та баҫып тора. Уның күңелен ауыр уйҙар биләгән. “Дә-ә, быуа булыуы нисауа ла ул, — тип уйлай ул. — Балалар рәхәтләнәләр генә. Сынығалар, көс йыялар. Тик ни бит әле, был тәрән һыуҙың ҡурҡыныс яғы ла бар — әгәр балалар батып үлһәләр! Тәүбә, тәүбә, аллам һаҡлаһын... Шулай ҙа донъя хәлен белеп булмай, бер-бер сараһын табырға кәрәк. Бәхетһеҙлек булып ҡартлыҡ көнөндә яуапҡа тартылыуың бар. Нисек итергә һуң? Әллә инде һыу ҡойонор өсөн, һайыраҡ ерҙән махсус урын билдәләп ҡуйырғамы? Был да мәшәҡәтле. Әгәр һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу командаһы төҙөһәң? Юҡ, булмай. Уларға кәмәһе кәрәк, тегеһе-быныһы. Әллә инде... әһә, уйланым.

Һыу ҡойоноусы балаларҙың ғүмерен һаҡлар өсөн әмәл табыуына шатланған Мөҙәрисов үҙенең был фекерен тиҙерәк колхоз председателе менән уртаҡлашырға теләп идара яғына йүгерә-атлай китеп барҙы.

Директор кеүек председетель дә балаларҙың һаулығы, ғүмере тураһында гел генә уйланып тора икән. Шуның өсөн ул Мөҙәрисовтың тәҡдимен бер һүҙһеҙ яҡланы һәм тейешле бойороғон бирҙе.

...Бер сәғәт тә үтмәгәндер, ҡеүәтле бульдозер килеп, быуаны йырып ебәрҙе. Тынысланырға мөмкин хәҙер.

Автор:
Читайте нас: