+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Август 2022, 17:30

Сер

 “Аба-а-ау!” Бығаса ғүмере духтыр тип бәлә һалып йөрөмәгән Әйүп поликлиникала халыҡтың мыжғып тороуона  иҫе китте.  Мәхшәр бит, мәхшәр! Хатта аяҡ баҫырлыҡ урын юҡ. Регистратураға сират эт эсәгендәй әллә нисәмә тапҡыр уралып-уралып һуҙылған.

Сер
Сер

Уның осон көскә табып алған ир, был   сама халыҡтың эше юҡмы икән ни , тип уйлап ҡуйҙы. Һуңғы араларҙа йөрәк тирәһе, тағы әллә ҡайһы ерҙәре һыҙылып  ҡына ауыртып тик тора шул. Ҡырҡты үтһәң эштәр китә шырыҡҡа тигәндәре дөп-дөрөҫ булырға оҡшай  ахырыһы.

Әйүп, эй сәсрәп китһен дә, ҡайтайым да китәйем тип уҡталып-уҡталып ҡуйғайны ла, ярай, бер килгәс, торайым инде, тип, уйынан кире һүрелде. Ташбаҡа кеүек әкренләп кенә алға шылыша торғас, сәғәт ун икеләрҙә Әйүп тә быяла бүлмә эсендә ултырған ханымға мунса төнлөгөндәй тишек аша паспортын һуҙҙы. Һөмһөрө ҡойолоп ултырған ҡатын фотоһы, исем-шәрифе  күҙенә салыныу менән  “э-э-э-э” тип һуҙҙы,  унан  йылп итеп Әйүпкә һынамсыл ҡарай ҡуйҙы.  Ауыҙындағы утыҙ ике теше лә күренерлек итеп, бит урталарын соҡорайтып, матур итеп  йылмайҙы.  Унан бер ҡағыҙ соҡоп сығарып алда ла

– Мин хәҙер, –тип быяла бүлмәһенән  тып итеп килеп сыҡты ла Әйүпте етәкләп тигәндәй  икенсе ҡаттағы терапевт бүлмәһенә  алып килде. Үҙе бер туҡтауһыҙ Фәрит Ғималетдинович та Фәрит Ғималетдинович тип баш врачты маҡтаны.

– Шул тиклем һәйбәт кеше булыр икән. Уның менән эшләүебеҙгә шатланып бөтә алмайбыҙ.

Әммә Әйүп уның һайрауын ишетмәне. Регистратуралағы ҡыҙҙың

врачҡа үҙе үк оҙатыуына аптыраны. Моғайын да,  хәле шәптән түгеллеген йөҙөнән уҡығандыр. Ишек янындағы  өйкөм-өйкөм торған кешеләрҙе йыра-йыра эскә үткәс, бүлмәләге ханым, әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, тип  уны эскә әйҙүкләгәс, шиге тағы ла арта төштө.  Шунан ул  табиптың  ҡолағына нимәлер бышылдауына  ла үҙе ишек төбөндәге кушеткаға ултырҙы. Табип шундайын матур итеп  йылмайып Әйүпкә өндәште.

–Аҡыллым, ҡайһы ерегеҙ борсой? 

– Йөрәк шикелле.

–Ҡыҫамы?

–Ҡыҫҡан да һымаҡ.

- Әллә  сәнсәме?

- Cәнскән дә һымаҡ.

– Улай икән. Һеҙгә кардиологҡа күренергә кәрәк булыр. ­–Табип Әйүптең ҡулына  ҡығыҙ тотторҙо. Теге ханым Әйүпте тағы ла етәкләп тигәндәй  кардиологҡа алып инде.  Үҙе баш табипты маҡтай:

– Баш табибыҙ бигерәк һәйбәт бына, кешеләр тип өҙөлөп тора.

Әйүп ни уйларға белмәне.  Ҡото осто. Моғайын, хәле бик шәптән түгелдер. Бәлки, төҙәлеп булмаҫлыҡ ҡаты сиргә тарығандыр. Ҡайһы берәүҙәр тыштан шап-шаҡтай булһа ла, эстән бөтөп йөрөй икән, тип ишеткәне бар ине шул. Ғәҙәттә, шундайыраҡ өмөтһөҙ ауырыуҙарҙың ҡулына карточкаларын тотора һалып бармайҙар, тиҙәр.

          Ирҙең башында бары тик бер уй мыжғыны. Моғайын, рак ҡына. Бөттөм булғас, күп булһа, йыл самаһы ғүмерем ҡалғандыр. Балалары бигерәк бәләкәй бит әле. Кинйәһе уҡырға ла төшмәгән, уларҙы кем иркәләр, кем үҫтерер. Әйүп күҙҙәренән cуп итеп йәш атылып килеп сыҡҡанын да һиҙмәне.

Ирҙең анализдары әллә ни насар түгел ине. Табип бер нисә төрлө дарыу билдәләне.

Был минутта Әйүп үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо. Шундайын да изгелекле һөнәр эйәләренә рәхмәт күндереп бөтә алманы, күңеле тулышты. Ҡара нисек аҡыллым да аҡыллым тип өлтөрәшеп торалар.

Кәйефе күтәрелеп, ирәбеләнеп киткән ирҙең күҙенә регистратура янында  коллектив хеҙмәткәрҙәренең исемлеге күҙенә  салынды. Шунда ул  баш табиптың фамилияһы ла, атаһының исеме лә нәҡ уныҡы кеүек булыуына уҡыны һәм үҙенең сиренең серен аңлап, йылмайып ҡуйҙы. Уны оҙата сыҡҡан ҡыҙ һаман бер үк нәмәне тытылдай ине.

– Беҙҙең баш табиптың  һәйбәтлеге...

Венер ИСХАҠОВ.

Фото: subscribe.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: