+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Август 2022, 11:00

Ғәйеп кемдә?

Асыҡ дәресте тикшереү бара. Һәр уҡытыусы, һүҙ алып, дәресте һүтә лә, яңынан йыя. Өҫтәл башында райондан килгән инспектор, элекке уҡытыусы Кәли Зәйдиевич ултыра.

Ғәйеп кемдә?
Ғәйеп кемдә?

Ул киң ситле күҙлек кейгән, сәсен, бармаҡ быуындары ла беленмәгән һимеҙ ҡулы менән, артҡа һыпырғылай. Маңлайы тар һәм күп өлөшө сәс менән ҡапланған.

Һәммәһе лә әйтерен әйтеп бөткәс, йомғаҡлау һүҙен Кәли Зәйдиевич алды.

— Һе-ем, хөрмәтле коллегалар! Беҙ бөгөн асыҡ дәрес үткәрҙек.

Инспектор өҫтәлдең арғы башында ултырған ҡыҙға ҡараны. Ҡыҙыҡай быйыл ғына урта мәктәпте тамамлап институтҡа имтихан бирә алмағас, ошо мәктәпкә уҡытырға килгәйне.

— Эйе, асыҡ дәрес үткәрҙек. Һөҙөмтәләр нисек һуң? Насар, хөрмәтле коллегалар, бик насар! Мин һеҙҙең фекергә ҡушылам. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, асыҡ дәрес уртаса үтте, тип тәсдиҡләне. — Мин быға ҡаршы. Дәрестә теге ни, ми... ми... (кемдер әйтте — “методика”) эйе, методиканың “м” хәрефе лә булманы. Уҡытыусы дәрес материалын үҙе лә насар белә. Бының өсөн уны түгел, мәктәптә ошо ҡыҙҙы, әлеге уҡытыусыны, математиканан уҡытҡан кешене атарға кәрәк! Сөнки был һылыуҙың белеме һай, эйе, бик һай! — Инспектор, уттағы таба кеүек, ҡыҙғандан ҡыҙҙы.

— Кем уҡытҡан уны? Үҙе лә шыр наҙан бәндә уҡытҡан. Енәйәтсе ул! Уһ-һ, белһәм мин уны!

Инспектор ҡыҙға төбәлде.

— Әйтегеҙ, кем ул?

Ҡыҙ, ҡыҙарып, урынынан ҡуҙғалды. Әле ҡулдарына, әле стенаға ҡараны.

— Ниңә, мине танымайһығыҙмы ни, Кәли Зәйдиевич? Беҙҙе математиканан һеҙ уҡыттығыҙ бит. Районға киткәнсе...

— Ә-ә... ы-ы... — У-у?!!

Бүлмәлә шомло тынлыҡ урынлашты.

Фото: kartinkin.net

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: